Issuu on Google+

мөхәррир һүҙе

Ҡоролтайҙы ҡаршылап III Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарих ишеген ҡаға. Милләтебеҙ, республи­ кабыҙ йәшәйешендә мөһим ваҡиға булған йыйындан беҙ нимә көтәбеҙ, ышаныстары­ быҙ аҡланырмы, уның ҡарарҙары артабанғы үҫеште тәьмин итерме тигән һ.б. һорауҙар борсой беҙҙе бөгөн. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. 1995 йылдың ию­ нендә үткән I Ҡоролтай башҡорт йәмәғәт ойошмаларының ошо ваҡиғаға тиклемге эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, артабанғы барыр юлды төҫмөрләне, халҡыбыҙҙың киләсәген билдәләүсе конкрет тәҡдимдәр ҡабул итте. «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» программаһы ғына ни тора! Ете йылдан һуң 2002 йылдың июнендә II Ҡоролтай уҙғарылды. Башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалып, яңы шарттарҙа килеп тыуған бурыстар асыҡланды, яңы маҡсаттар билдәләнде. Улар тәүге Ҡорол­ тайҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан бер ни тик­ лем айырмалы рәүештә киңерәк, масштаб­ лыраҡ итеп ҡуйылды, башҡорт халҡының донъя кимәлендәге роле хаҡында әйтелде, үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтың тейелгеһеҙ бу­ лыуы тураһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы власть орган­ дарына тәҡдимдәр, фекерҙәр еткерелде. III Ҡоролтайҙа «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» программаһының үтәлешен ен­ текле анализлау, I һәм II Ҡоролтай резолю­ цияларын тормошҡа ашырыуҙа килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы һәм кәртәләрҙе алып таш­ лау кеүек бурыстар ҡараласаҡ. Башҡорт халҡының яңы иҡтисади шарттарҙа үҫешен тәьмин итеү, тейешенсә хәл ителмәгән со­ циаль проблемаларҙан арыныу, милләттең имиджын күтәрерлек саралар йыйылмаһын эшләү кеүек мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү зарур делегаттарға. Ҡоролтай бар донъянан милләттәштәрҙе йыйып: «Аћ, беҙ ҙә бар бит әле!» – тип ойошторолған сара ғына булып ҡалырға тейеш түгел (беҙ был осорҙо үттек шикелле), ә проблемаларҙы ҡыйыу һәм аныҡ хәл итеү юлдарын билдәләгән, үҙебеҙҙе бөйөк милләт итеп тойған халыҡтың эшлек­ ле һөйләшеүе булырға тейеш. Беҙ шуға ышанабыҙ! Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Нәфис-­публицистик журнал Художественно-­публицистический журнал 1995 йылдың ғинуарынан башлап башҡорт телендә сыға Издается на башкирском языке с января 1995 года Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна предприятиеһы «Тамаша» журналы редакцияһы

Учредители: Управление по делам печати, издательства и полиграфии при Правительстве Республики Башкортостан, Казенное предприятие Республики Башкортостан редакция журнала «Тамаша»

Ике айға бер сыға № 3 (65), 2010 Баш мөхәррир Фәнил Ҡоҙаҡаев Мөхәрририәт:

Илдус Илешев Айгөл Ҡарабулатова Неля Ғәйнетдинова Рәйес Исмәғилев Нәфисә Тулыбаева Данир Ғәйнуллин Артур Василов Айрат Ҡобағошов

Редакция хеҙмәткәрҙәре:

Зөбәржәт Яҡупова – баш мөхәррир урынбаҫары Сөләймән Латипов – яуаплы сәркәтип Лилиә Šәйепова – мөхәррир Сәриә Ишемғолова – мөхәррир Альмира Кәримова – мөхәррир Илдар Шәрипов – мөхәррир Айгөл Солтанова – сығарылыш мөхәррире әлфиә Кәримова – корректор Резеда Пулатова – бухгалтер Журнал БР Матбуғат һәм киң информация саралары министрлығында теркәлде. Теркәү номеры 549 (23.11.94). Индексы 73874 Беҙҙең адрес: 450078, БР, өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 82. Наш адрес: 450078, РБ, г. Уфа, ул. Революционная, 82. Телефондар: (факс) 2­52­-93­-77 – бухгалтерия, 2­52­-97-­02 – бүлектәр. 2­41­-74-93 – бүлектәр. E-­mail: tamasha03@yandex.ru Беҙҙең сайт: www.tamasharb.ru Редакцияға килгән хаттар, фотолар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай. Редакция, авторҙың фекерен уртаҡлашмаһа ла, мәҡә­ләһен баҫа ала. Мәҡәләләрҙә килтерелгән факттар өсөн авторҙары яуаплы.

Күсереп баҫҡанда «Тамаша»ға һылтаныу мотлаҡ. Баҫырға ҡул ҡуйылды 13.04.10. ҡағыҙ форматы 60х84 1/8. Шартлы баҫма табаҡ 8. Иҫәп-баҫма табаҡ 11,7. Офсет ҡағыҙы. Офсет ысулы менән баҫылды. Тиражы 2926. Заказ № 100546. Һатыуҙа хаҡы ирекле. Нөсхә­-макеттан «Белая река» нәшриәте типографияһында баҫылды. 450078, өфө ҡалаһы, Киров урамы, 109. 450078, г. Уфа, ул. Кирова, 109. © Тамаша, 2010

1

«ТАМАША» №3 – 2010


Яңы асыштарға тап булам

Йөкмәткеһе:

Халҡыбыҙҙың рухи бай­ лығын, мәҙәни тормошон киң яҡтыртҡан берҙән-бер журна­ лыбыҙ – «Тамаша» бар. Уның биттәрендә милли сәнғәте­ беҙҙең тарихы яҡтыртыла, күренекле шәхестәребеҙ ту­ раһында бай йөкмәткеле мәҡәләләр баҫыла. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың Башҡортостан Президенты булыуына 20 йыл ваҡыт үтте. Ошо осорҙа меœдән ашыу яңы мәктәп бинаһы төҙөлдө. Иҫ китмәле оло һәм шатлыҡлы ваҡиға был! Бәғзе бер заманда бының өсөн тотош бер быуат та аҙ бу­ лыр ине. Ә мәҙәниәт? Был тәңгәлдә лә маҡтана ала­ быҙ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры – милли ғорурлығыбыҙ. Уның репертуарында, донъя класси­ каһына ҡараған бөйөк әҫәрҙәр бар. Яратҡан театрҙарымдың бе­ре­һе – М. Ғафури исе­ мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 90 йыллыҡ юбилейын билдәләп үттек. Төрлө илдәрҙә гастролдәрҙә булып, театрыбыҙ башҡорт сәнғәтен донъя кимәленә сығарҙы. Башҡортостаныбыҙҙың башҡа театрҙары тураһында ла күп маҡтау һүҙҙәре әйтергә мөмкин. Беҙҙең Композиторҙар союзы, Рәссамдар союзы кеүек сәнғәт ойошмалары ла Рәсәй Ÿº киœ билдәле. Талантлы композиторҙарыбыҙ бөйөк опералар, кан­ таталар, йырҙар ижад итә, музыкаль донъябыҙŸыœ бай булыуын иҫбатлай. «Тамаша»быҙ ошо байлыҡты йәйғорҙай балҡытыусы, халыҡҡа еткереүсе. 60-70 йыл мәҙәни донъяла ҡайнаһам да, уның күп күренек­ ле вәкилдәрен күреп белһәм дә, «Тамаша»ның һәр һанында үҙем өсөн яңы асыштарға тап булам. Әле минең белмәгәндәрем бихисап икән, тип уйлап ҡуям. Ундағы мәҡәләләрҙе уҡыған һайын үҙебеҙҙең ком­ позиторҙарыбыҙ, драматургтарыбыҙ, артистарыбыҙ, рәссамдарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. «Тамаша» журналы үткәндәрҙең бәҫле тарихын, бөйөк шәхестәр тураһында һөйләй һәм бөгөнгө мәҙәни тормош менән таныштыра, ижад кешеләренең күңел ки­ серештәрен, тормош маҡсаттарын асып һала. «Тамаша»ны алдырмаған, уны уҡымаған ке­ шеләр бик күпте юғалтасаҡ. Башšорт, татар теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусылары, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, буласаҡ артистар, музыканттар, рәссамдар һәм сәнғәтте, мәҙәниәтте һөйөүселәр, дуҫтар, һеҙҙең барығыҙҙы ла журналдың һәр һанын уҡып барырға саҡырам. «Тама­ ша» – рºхмºтле хәтер сығанағы, зауыҡ үрнәге, зиһен байлығы. Нәжиб Асанбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, драматург, яугир-ветеран.

• Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Яугир–режиссер . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 3 Ғәрәсәтте онотторған йырҙар . . . . . . . . . . . 6

• халыš иҫәбе

Белгºн генº белеп эш итº… . . . . . . . . . . . . . 9

• Т¢œәрәк өҫтәл

«Тамаша» – мәҙәниәт көҙгөћө . . . . . . . . . . 10

• Ҡоролтайҙы ҡаршылап

Милләттеœ күœел байлығы . . . . . . . . . . . . 14

• Республика йылы

Лилиә Һаҡмар Күгәрсендәр сәхнәлә гөрләй . . . . . . . . . . . 16

• Уšытыусы йылы 2010

Сºнƒºткº hөйөү уята . . . . . . . . . . . . . . . . . . 24

• пьеса

Суфиян Поварисов Кәрлә йондоҙ . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 25

• хºтирº

Зинира Атнабаева Уҙƒан ƒүмер – иҫтәлек . . . . . . . . . . . . . . . . . 41

• Конкурсҡа

Мөҙәрис Мөсифуллин Бәрәңге байрамы . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 47

• мº´ºк хºлдºр

Әхтәм Абушахманов Аšылыœ булћа, Муллаян менән этләшмә... 51

• Һыҙҙырт ҡурайҙа

Ильдар Шәрипов Һыҙҙырт ҡурайҙа . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . 53

• йыр

М. Марат, А. Хәсәншин Сайҡалалар кәмәләр. . . . . . . . . . . . . . . . . . . 56

• викторина

Сәнғәтте беләһегеҙме? . . . . . . . . . . . . . . . . 62

• һынлы сәнғәт

Мөғжизәле рәсем донъяһы . . . . . . . . . . . . . 64

«ТАМАША» №3 – 2010

2


Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Яугир – режиссер 18 йәш!… Көсл¿, дәртле, йәшәүгә атлығып торған саҡ!.. Бөрө медицина техникумының 2 курс студенты Асҡын районы Упҡанкүл ауылы егете Әхәт Әсләмов та 18 йәшен түҙемһеҙлек менән көтә: күңеленән бала сағы менән хушлашып, үҙен тиҙерәк өлкәндәр рәтенә индерергә тырыша. Әммә, йәш егетте икенсе я´мыш к¿тº: йәш Әхәтте 1941 йылдыœ 22 июнендº башланған Бөйөк Ватан һуғышы өлкәндәр рәтенә иртºрºк индерә. Һуғыш совет иленең тормошон үҙгәртә: фронт һүҙе, өсмөйөшлө хаттар, ҡара ҡайғылы хәбәрҙәр... Әхәт ағайҙың атаһы менән ағаһы ла үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Бала саҡтан сәнғәтте яратҡан, үҙ ғүмерен сәхнәгә бағышларға теләгән Әхәттең хыялдары ошо афәт арҡаһында селпәрәмә килә…

***

Әхәт Әсләм улы Әсләмов. 1993 йыл

Хәлле крәҫтиән ғаиләһендә 1923 йылда тыуған Әхәт, бала сағынан хеҙмәт яратып үҫә: колхоз эштәрендә ҡатнаша, ауыл халҡы менән гөрләшеп бесән саба, ураҡ ура… Әммә йәш егет сәхнәгә ғашиҡ була. Күрше Ар­баш ауылына йөрөп уҡыған сағында тыуа уның сәнғәткә ҡарата һөйөүе – үҙешмәкәр дра­ ма түңәрәгенә йөрөй, йыр һәм бейеүҙәр менән сәхнәгә сыға башлай. Каникул мәлендә тыу­ған ауылында өлкәндәр менән бергә төрлө тамаша­лар, спектаклдәр, концерттар әҙерләшә. Китапхана­ ла  бергә ҡыҙыҡлы китаптар уҡыу, яҙыу­сылар ижады менән танышыу, комсомол йыйылышта­ ры  үткәреү уның тормошоноң бер мәғәнәһенә әйләнә. Тик сәхнә үҙенә нисек кенә арбамаһын, артист булырға хыялланған Әхәтте атаһы Бөрө медицина техникумына уҡырға ебәрә… 22 июндең 1941 йылын Әхәт Әсләмов Бөрө медицина техникумының 2 курс студенты булып ҡаршы ала. Уҡыуын тамамлағас, йәш егет Бөрө хәрби комиссариатына бара – үҙен ябай һалдат итеп ебәреүҙәрен һорай. Уны Алкино лагерына хәрби әҙерлек курсы үтергә ебәрәләр. Ә 1942 йылдың декабрендә фельдшер Әхәт Әсләмов фронтҡа китә. Тәүҙә ул айырым пулемет ба­ тальонына эләгә. Ул ваҡытта Харьковты фашис­ тарҙан азат итеү операцияһы барған була. Дары еҫен еҫкәп тә өлгөрмәгән йәш фельдшер күп яралыларҙы үлемдән ҡотҡара.

Батальон командиры капитан Сьюхин пуля, снарядты бар тип белмәгән ҡыйыу егетте са­ нитар взводы командиры итеп ҡуя. 1944 йылда Әхәт  ағайҙы алғы һыҙыҡта хәрәкәт итеүсе хи­ рургия госпиталенә күсерәләр. Ошо госпиталь менән Болгария, Югославия, Румыния, Венгрия, Австрия ерҙәрен үтә ул. 9 май – Еңеү көнөн – Австрияла ҡаршылай. Ә 1946 йылдың йәмле йәйендә түшен орден һәм миҙалдар биҙәгән йәш егет тыуған яғына ҡайта. Һуғыштан һуңғы ауылды күреү ауыр була Әхәт Әсләм улына. Бөтә ауырлыҡ ҡатынҡыҙҙар иңенә төшкән. Ауылды Еңеү шатлығы менән бергә ҡайғы-һағыш баҫҡан, етемдәр һаны артҡан. Әхәт ауыл медицина пунктын етәкләй. Эшен яратып башҡара. Буш ваҡыттарында дра­ ма түңәрәгенә йөрөй. Ауыл коллективы төрлө яҡлап танылыу таба, хатта Өфөгә фестивалгә ебәрелә. Баш ҡала Әхәт Әсләмовты үҙенә тарта һәм ул театр техникумына уҡырға инергә була. Әхәт ағайҙың уҡытыусыһы, Башҡорт акаде­ мия драма театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Ғәлләм Саттар улы Саттаров була. Курста Әхәт Әсләмов башҡаларҙан өлкәнерәк булыу сәбәпле, педагогтың уң ҡулына, ҡанатына әйләнә. Сту­ дент йылдарын һағынып иҫкә ала Әхәт ағай. Һағынырлыҡ та шул: ниндәй бөйөк шәхестәр ҡулында белем алған, театр ынйылары З. Бик­

3

«ТАМАША» №3 – 2010


Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

булатова, Т. Бикташева, А. Мөбәрәков, Р. Сырт­ ланов, В. Ғәлимов, Р. Янбулатовалар менән аралашҡан. Ә Бәҙәр Йосопова уны айырыуса яҡын күреп, кәңәшсеһе иткән. Режиссер Шәүрә Мортазина менән репетициялар үткәргән. Зама­ нында етеҙ хәрәкәтле, оло йөрәкле, күтәренке күңелле булған Әхәт Әсләм улына ҡарап, уйға ҡалаһың. Ҡаршымда сәстәренә сал ҡунған, тормош һуҡмаҡтары маңлайында сағылған өлкән шәхес ултыра. Күҙҙәре алыҫҡа төбәлгән – әйтелмәгән һүҙҙәрен, яҙылмаған иҫтәлектәрен барлай һымаҡ. – Һуғышта күҙ алдымда хәтһеҙ яуҙаштарым ятып ҡалды. Күпме ғаилә, балалар етем ҡал­ ды. Үлем мине нисек аяœны, тип уйлағаным да бар. Киләсәккә хыял һәм ата-әсәйем доғаһы ҡотҡарғандыр инде, – ти ул.

Ҡыҙҙары Әлфиә, Зөлфиә, улдары Айрат тыуа. Бөгөн Әлфиәләре нефть-техник университеты ки­тапханаһында эшләй, Зөлфиәләре СанктПетербургта йәшәй, Айрат – рәссам-дизайнер. 5  ейән-ейәнсәре, 1 бүләсәһе бар. Ауырғазыла өс йыл эшләгәс, режиссер Әсләмовты Өфө баш­ҡорт халыҡ театрын етәкләргә саҡыралар. «Октябрь» клубы тип аталған был мәҙәни усаҡ заманын­да шаулап-гөрләп тора. Башҡорт труппаһы менән «Башмағым», урыҫ труппаһы менән «Йәш гвар­ дия» әҫәрҙәрен ҡуя. Ә 1955 йылда Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы төҙөлгәс, йәш ре­ жиссерҙы башҡорт халыҡ драма театры етәксеһе итеп раҫлайҙар. Бөртөкләп алтын йыйған кеүек Әхәт ағай театрға ла һәләтле йәштәрҙе ылыҡты­ ра. Төрлө һөнәр эйәләре: нефтсе, химик, слесарь, фән кешеһе, инженерҙар шөғөлләнә халыҡ теат­ рында. Оҙаҡламай был коллектив «Башмағым», «Ғәлиәбаныу», «Зимагорҙар», «Ха­фи­залам-ир­ кәм», «Утлы өйөрмә», «Бажалар», «Артистка таланты» (А. Островский), «Ҡояш балалары» (М.  Горький), «Иркутскиҙағы ваҡиға» (А. Арбу­ зов) кеүек береһенән-береһе матур спектаклдәр ҡуя. Зөләйха апай тап ошо мәҙәниәт һарайы ки­ тапханаһында эшләй. Ире менән бергә әҙәби осрашыуҙар үткәрә. З. Биишева, М. Ғафури, Ғ. Әмири, И. Абдуллин, М. Кәрим, Ә. Атнабаев,

***

Сығарылыш спектаклдәрен күрһәтеп, ҡулына ҡыҙыл диплом алғас, Әхәт Әсләмовты Ауырғазы халыҡ театрына режиссер итеп тәғәйенләйҙәр. Ошонда район китапхана мөдире булып эшлә­ гән Зөләйханы осрата. Бөгөн улар 56 йыл ҡулғаҡул тотоношоп күгәрсендәй гөрләшеп йәшәп яталар. Тыйнаҡ, сабыр Зөләйха апай йорт усағын һүндермәй иптәшенең терәгенә әүерелә.

Әхәт Әсләмов шәфҡәт туташтары һәм табиптар менән. Фотоһүрәт артындағы яҙма буйынса – Годес, Фиатова, Узлова, Железнякова. 1944 йыл «ТАМАША» №3 – 2010

4


Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

«Мөхәббәт шишмәһе»(авторҙары - Ә.Әсләмов, М.Шиһапов) спектакленән күренеш. Һулда - Ә.Әсләмов

***

Р. Сафин һәм башҡа яҙыусыларҙың ижадына ар­ налған әҙәби кисәләр үткәрәләр. Әхәт Әсләмов бындай саҡта ҡуйыусы-режиссер ғына түгел, ә актер булараҡ та сығыш яһай: илһамланып сәхнәлә уйнай, оҫталығы менән тамашасылар күңелен арбай... Ошо урында бер нәмә әйтке килә. Медицина менән сәнғәттә бик оҡшашлыҡ юҡ кеүек. Ә Әхәт Әсләмов һуғыш йылдарында госпиталдә үҙ ҡул­ дары менән яраланған кеше йөрәген дауалаһа, ты­ ныс тормошта ҡырҡ йыл халыҡ театрын етәкләп, меңәрләгән тамашасы йөрәген шифалай.

Тормош үҙе – театр. Күреүебеҙсә, Әхәт ағайҙың ғүмере ил яҙмышы кеүек драматик ваҡиғалар менән һуғарылған. 83 йәшлек ветеран бөгөн дә һәр таңды намаҙ менән ҡаршылап, гөрләтеп йәшәй. «Илебеҙгә – именлек, халҡыбыҙға – һаулыҡ бир, Хоҙай», – тип намаҙын тамамлай ул ҡыҙа­ рып šалҡҡан ҡояшҡа ҡарап… Амин, шулай булһын, Әхәт ағай… Мәҙинә Байморатова.

5

«ТАМАША» №3 – 2010


Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Ғәрәсәтте онотторған йырҙар …«Атыш, самолеттар геүләй… Фрицтар өйөрөлә, яҡында ғына бомбалар шартлай, ә беҙ ошо мәлдә концерт күрһәтәбеҙ… Тамаша­ сылар, бер ни булмағандай, йылмаялар. «Тағы ла! Афарин! Һорайбыҙ!» – тип ҡысҡыралар. Моғайын, улар эргәлә снарядтар һәм бомбалар ярылыуын онотоп, тыуған йортон, ғаиләһен, балаларын, һөйгәндәрен иҫләгәндәрҙер. Шуға ла репертуарымда булған йырҙарҙың барыһын да тырышып, күңелемде һалып башҡарам. Юҡҡамы ни мин «гвардеец» исемен йөрөтәм!..» тип яҙған фронттан яугир-артистка Мәрйәм Гаресова. Өсмөйөшлө хатҡа химик ҡәләм менән үҙенең адресы яҙылған: «П.п. 11688-щ Марьям». Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ойошто­ ролған Башҡорт художество бригадаһы йыр­ сыһы Мәрйәм Гаресованың моңло тауышы туптар гөрһөлдәүенән дә көслөрәк яңғыраған. Һәр хәлдә блиндаж йә окоптар буйлап теҙелеп, йә иһә йылға, уйһыулыҡ, сиҙәм буйҙары, тау битләүенә ултырышҡан, ҡан ҡойоштан, үлемдән бер аҙға ситкә китеп, туған телдә йырҙар тыңлаған, бейеүҙәр ҡараған яугирҙар йөрәгендә булһа ла. Ә бит күпме артист, бар һәләтен һәм оҫталығын һалып, һалдаттарҙың күңелен күтәрергә, бер аҙға ғына булһа ла йыр-моң, бейеүҙәр, ялҡынлы шиғыр, монолог­ тар аша тыуған ергә, тыуған халҡына һөйөү тойғоларын арттырырға тырышҡан?! Башҡортостандың тәүге художество фронт бригадаһы 1941 йылдың 19 октябрендә юлға сыға. Урындағы артистар менән бер рәттән бригадаға Өфөгә эвакуациаланған Украина сәнғәт оҫталары ла ҡушыла. Бәлки шуғалыр ҙа уларҙы Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрәләр. Артистарҙы гарнизондарҙа «Башҡорт халҡы вәкилдәренә сәләм!», «Йәшәһен башҡорт халҡының легендар геройҙары!» тигән пла­ каттар менән ҡаршы алғандар. Хәрбиҙәр ҙә, уларҙың командирҙары ла һәр концертты бик йылы ҡабул иткән.

«ТАМАША» №3 – 2010

1942 йылда инде фронтҡа дүрт бригада юл­ лана. Һуғыш йылдарында Воронеж, Карель, Көнбайыш, Волхов, Балтик буйы фронттарын­ да Башҡортостан артистарының 17 художе­ ство бригадаһы сығыш яһай. Тора-бара улар кон­церт­тар менән генә сикләнмәй, армия үҙеш­мәкәр коллективтарына методик ярҙам күрһәтә башлай. Балетмейстер, хореографтар яңы бейеүҙәр һала, хормейстерҙар – йырҙар, ре­ жиссерҙар – ҡыҫҡа тамаша, сатирик сығыштар әҙерләшә, файҙалы кәңәштәрен бирә. Башҡорт академия драма театры, Республика рус драма театры, Республика ҡурсаҡ театры, Башҡорт дәүләт филармонияһынан да, Өфө театр учи­ лищеһы, Ҡыйғы, Яңауыл һәм башҡа район ха­ лыҡ театрҙарынан ҡатнашыусылар ҙа була был бригадаларҙа. «Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығы уңайы­ нан сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған бригада Өфөнән фронтҡа юлланды. Унда опера артис­ тары Вәлиәхмәтова, Ғәлимов, Сыртланова, драма артистары – Бикбулатова һәм Ша­ муҡов, филармониянан бейеүселәр – Магазо­ ва һәм Иҙрисов, милли ҡорал – ҡурайҙа уй­ наусы музыкант – башҡарыусы Сөләймәнов, баянсы Кәримовтар бар…» тиелә 1943 йыл­ дың 18 февралендә «Красная Башкирия » гәзитендә баҫыл­ған мәҡәләлә. Был бригада Башҡорт кавалерия дивизияһына юллана. Артистар килер алды­нан ғына башҡорт ат­ лыларының, фашист тылын­да оҙаҡ рейдта булғандан һуң, ҡаты алыштарҙа еңеп, фронт линияһын йырып сыҡҡан мәле була. Дивизия командиры генерал Шайморатов батырҙар­ са һәләк булған. Күп яугирҙар һәм коман­ дирҙар рейдтан әйләнеп ҡайтмаған... Шуға ла ҡыҙылармеецтарҙың яҡташ-артистар менән осрашыуы шатлыҡ ҡатыш һағышҡа сорнала. Тәүге концертты 1943 йылдың 15 мартында күрһәтәләр. Сығыштар яугирҙарға шул тик­ лем оҡшай, икенсе концерттан һуң уҡ кор­ пустың хºрби советы Башҡорт художество

6


Бөйөк Еңеүгә 65 йыл!

Фронт концерт бригадаһы (етәксеһе М. Хәбибуллин) артистары яугирҙар менән. II Прибалтика фронты. 1944 йыл, апрель-май айҙары. Артистар араһында З. Бәхтейәрова, Л. Әхтәмова, Р. Һәүбәнова, В. Косицкая, М. Хәбибуллиналар бар.

1944 йылдың апрелендә Икенсе Прибалтика фронтына ебәрелгән Башҡорт фронт бригадаһы етәксеһе М. Хәбибуллин үҙенең яҙмаларында ар­ тистарҙың блиндаждарҙа ла, урманда ла, палат­ ка эсендә лә, машина кузовында ла, йәһәт кенә таҡталарҙан яһалған сәхнәләрҙә лә, һалҡын елдә лә, ямғыр яуғанда ла сығыш яһарға тура килеүе хаҡында телгә ала. Калинин өлкәһендә һаҙлыҡ, батҡаҡтар аша бер ай буйына эйәр өҫтөндә йәки йәйәүләп йөрөргә тура килә уларға. Шундай ҡаршылыҡтар осраһа ла, бер концертты ла ки­ сектермәйҙәр. Сығыштар күп осраҡта халыҡтар дуҫлығы митингыһына әүерелеп китер булған. Рус милләтенән булмаған яугирҙар өсөн махсус программалар әҙерләгәндәр. Башҡорттар ғына түгел, татарҙар, ҡаҙаҡтар, бүрәттәр, ҡырғыҙ һәм сыуаштар – барлығы 11 милләт вәкиле ҡараған ул концерттарҙы. Архивта һаҡланған бер отчетта 1941-45 йылдарҙа госпиталдәр, йыйылыу пункттары, тимер юлы платформаларында уҙғарылған

бригадаһын иҫәпкә ала һәм концерттарҙы киләсәк эш планына индерә. Дивизия полкта­ ры ял итеү һәм составты тулыландырыу өсөн фронт тылына ебәрелә. Шуға ла артистар ал­ маш-тилмәш атлылар подразделениеларын урап сыға. Ике ай эсендә фронт бригадаһы 93 концерт бирә. Шуларҙың егерме өсө тәүге эшелонда күрһәтелә. Артистар Өфөгә йылы маҡтауҙар һәм мот­ лаҡ тағы ла килеп, сығыш яһауҙарын һораған хаттар алып ҡайта. Мәҡәлә башында телгә алынған Мәрйәм дә тап ошо бригадала сығыш яһай. Концерттарҙан һуң ул артист-яугир бу­ лып фронтта ҡалырға ҡарар итә… Артистар´ы ялан, яу шарттарында сығыш яһарға үҙ ирке менән риза булһа ғына алып сыҡҡандар. Шуныһы һоҡланғыс – һәр кем алғы һыҙыҡта сығыш яһаясаҡ төркөмгә атлыҡҡан! Үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, һәр артист Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн инде­ рергә ашыҡҡан.

7

«ТАМАША» №3 – 2010


Бөйөк Еңеүгә 65 йыл! концерт­тарҙа ҡатнашҡан Башҡорт акаде­ мия драма театры артистарының исемлеге һаҡланған:

Егерме йәшлек балет артистары Рәйсә Дәрүишева, Федор Крашенинников һәм 55 йәш­лек Зоя Гулевичтар ҙа фронтта сығыш яһайҙар. Тик бер нисә йыл үткәс кенә уларҙың ижади характеристикаларында  «Ҡыҙыл Армия частары һәм госпиталдәрҙә әүҙем шефлыҡ күрһәтеүҙә­р е» телгә алына. Шулай уҡ фронтҡа Ленинград театр техникумын әле генә тамамлаған Башҡорт дәүләт театры артисы һәм режиссеры – Өфө театр учили­ щеһы педагогы Мөтиғулла Хәлимов, Ҡыйғы театры директоры Ғәфүр Латыпов та юлла­ на. Ә Яңауыл театры артисткаһы, һуңы­нан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы булған Ғәзимә Исмәғилева тураһындағы ар­ хив документтарында ошондай юлдар бар: «Бөйөк Ватан һуғышында артистар брига­ даһы составында фронтҡа ебәрелә, шунда яралана һәм оҙаҡ йылдар госпиталдә дауа­ лана…» «Башҡорт бригадаһы менән 1943 йылда Брянск фронтына киттем. 1944 йылда Икенсе Белоруссия фронтында концерт бригадаһында бригадир булдым. 1943 йылда ҡаты ғына кон­ тузия алдым. Миҙал менән бүләкләнеләр, ике тиҫтәнән ашыу Маҡтау грамотаһы, фронт, дивизиялар етәкселәренең Рәхмәт хаттарын ҡәҙерләп һаҡлайым». Быныһы инде драма ар­ тисткаһы Мария Наумовна Левитинаның авто­ биографияһынан. Башҡорт кавалерия дивизияһы команди­ ры генерал Г. Беловтың яҙмаларында шундай иҫтәлекле юлдар бар: «Кременной районында дивизияға Башҡортостандан артистар килде һәм бер нисә концерт күрһәтте. Башҡорт, урыҫ телдәрендә башҡарылған йырҙар һуғышсылар күңелендә яҡынлашып килгән еңеүгә ышанысты, тыуған илгә мөхәббәтте арттырҙылар, яңы алыштарға әйҙәне. Артистар төркөмө һәр урында уңыш ҡаҙанды. – Ошо йырҙар менән яңы алыштарға бара­ саҡбыҙ һәм дошманды еңәсәкбеҙ! – тинеләр гвардеецтар!» Бөгөн беҙ, илебеҙ генә түгел бөтә донъя халҡы, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын тантаналы билдәләгәндә батыр яугирҙарыбыҙ, фиҙаҡәр тыл хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән күңел, рух фронтын нығытыуға булышҡан сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығы ал­ дында ла баш эйәбеҙ!..

«Ете ҡыҙ» бейеүе: 1. Әбделмөъминова Ғ. 2. Арыҫланова З. 3. Дауытова Д. 4. Вәхитова М. 5. Янбулатова Р. 6. Бәширова А. 7. Һәүбәнова Р. Ҡурай: 1. Рәхмәтуллин Д. 2. Сөләймәнов Г. Татар бейеүе: 1. Арыҫланова З. 2. Камалетдинова Ф. 3. Кәримов З. Нәфис һүҙ: 1.Саттаров Г. 2. Әхтәмова Л. Молдован бейеүе: 1. Әхтәмова Л. 2. Бәширова А. Йыр: 1. Арыҫланова Г. 2. Сөләймәнов Г. Башҡорт бейеүе: 1. Дауытова Д. 2. Йосопова Б. Концертты ойоштороусы – Дауытова Д., алып бара – Йосопова Б.» 1943 йылдың мартында Карелия фронты­ на Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы Д. Дмитриев, сентябрҙә Воронеж фронтына – Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойошторған Фәйзи Ғәскәров сыға. Өфөгә ул «гвардеец» исемен алып ҡайта. Ә бер йыл­ дан Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. 1943 йылдың июнь-июлендә филармония артистары брига­ даһы (етәксеһе В.Бенифанд) фронтта 120 кон­ церт бирә (шуларҙың туҡһан бише – беренсе эшелонда!). «ТАМАША» №3 – 2010

Архив материалдарын ҡулланып Лилиә Ҡәйепова әҙерләне.

8


халыҡ иҫәбе – 2010

Белгән генә белеп эш итә… арта. Башҡортостанда ғына, мәҫәлән, 20002007 йылдарҙа халыҡ һаны 68 мең кешегә кәмегән. Башšортостан хөкүмәте демографик хәлде яҡшыртыу буйынса әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, 2015 йылға ҡәҙәр республикала Де­ мографик сәйәсәт концепцияһы ҡабул ителде. Әле был Концепцияның яңы проекты эшләнә. Демография буйынса, ентекләберәк әйт­ кәндә, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ араһындағы ти­ геҙһеҙлек күҙгә ташлана. Ҡалаларҙа – ҡатынҡыҙ, ауылда ир-ат күберәк булыуын һәр кем белә. Икенсенән, ир-аттың һәм ҡатын-ҡыҙҙың уртаса йәшенә күҙ һалһаҡ, йәнә бер проблема төҫмөрләнә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ир-ат­ тан «өлкән» булыуы асыҡлана. Был ир-аттың ғүмере ҡыҫҡа булыуына барып төртөлә. 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса 100 йәшкә еткән 100  башҡорт теркәлә. Шуларҙың икеһе генә ир-ат. Беҙҙең милләт халҡы ла башҡа этностар кеүек миграцияла ҡатнаша. Йыл һайын рес­ публиканан 16 мең башҡорт ситкә китә һәм шул ҡәҙәре кире ҡайта. Ошоларҙан сығып, Рәсәйҙәге кеүек Башҡортостанда ла демографик процестарҙы көйләү проблемаһы актуаль булып тора. Тыуымды арттырыу, халыҡтың ғүмерен оҙай­ тыу өсөн оптималь социаль-иҡтисади шарттар тыуҙырырға кәрәк. Башҡорттарҙың ситкә ки­ теүен кәметеү һәм күсеп килеүселәр тыуған ерҙәрендә төпләнһен өсөн ҡәтғи саралар күреү мотлаҡ. Көҙ үтәсәк «Халыҡ иҫәбе – 2010» кампа­ нияһы бер яҡтан ошо атап үтелгән факттарҙы белеү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу маҡса­ тында ойошторола. С. Латипов

Көҙ үтәсәк Халыҡ иҫәбен алыу тураһында һүҙ сыҡҡас, бер танышым: «Нимәгә кәрәге бар уның?..» – тип ҡуйҙы. Танышыма: « Кеҫәңдә күпме аҡсаң бар?..» – тип һорауға һорау менән яуап бирҙем. Ул сумманы әйтте һәм дөрөҫ әйттемме тигәндәй аҡсаһын сығарып һанап алды. Унан, үҙе лә һиҙмәҫтән: «Тегене һатып алырға кәрәк, ҡатын да ҡайтышлай аҙыҡ-түлек магазинына инеп сығырға ҡушты…» – тип икенсе темаға күсте. «Дәүләткә лә һин ғаиләңде хәстәрләгән кеүек, ил халҡын, кешеләрҙең көнкүрешен, бюджетын планлаштырырға кәрәк. Бына шу­ ның өсөн халыҡ иҫәбен алыу, уларҙың тор­ мошон, йәшәү шартын белеү өсөн ойошторо­ ла», – тинем. Танышым, миңә ҡарап торҙо ла: «Улайһа, ярай – кәрәкле эш икән», – тип ҡуйҙы.

*** Ләкин халыҡ иҫәбе буйынса барған сират­ тағы һөйләшеүҙе, икенсе юҫыҡта алып барғы килә. Әлеге мәлдә Рәсәйҙә демографик хәл бик күптәрҙә борсолоу тыуҙыра. Ирҙәр ғүме­ ре ҡыҫҡара, айырылышыуҙар, етемдәр һаны

9

«ТАМАША» №3 – 2010


түңәрәк өҫтәл

«Тамаша» – мәҙәниәт көҙгөһө Республика сәнƒәтенең һәм мәҙәниәтенең асылын яҡтыр­ тыусы, ғөмүмән, был юҫыҡтың тарихын ташҡа баҫтырып ба­ рыусы, Башҡортостандағы бер­ҙән-бер баҫма – «Тамаша» журналына 15 йәш булып та киткән. Ошо арауыҡ эсендә журнал үҫте, камиллашты, өряңы рубрикалар булдырҙы. Ә шулай ҙа үҙенең уҡыусыларына тағы ла фәһемлерәк мәҡәләләр баҫтырыу, журналдың биҙәле­ шен яҡшыртыу, яңы һулыш биреү һәм уҡыусыһының ту­ лы хоҡуҡлы фекерҙәше бу­л ыу кеүек мәсьәләләр «Тамаша» мө­хәрририәтен әленән-әле яңы эҙләнеүҙәргә, ынтылыш­тар­ ға этәрә. Журналдың йөк­ мәткеһен, эстәлеген байытыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, мөхәрри­ риәт республикабыҙ­ҙың сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, телерадио һәм матбуғат хеҙмәт­ кәрҙәрен түңәрәк өҫтәл артын­ да фекер алышырға йыйҙы. 3. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт акаде­ мияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, билдәле композитор Айрат Ҡобаƒошов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Рәйес Исмәғилев, Салауат Юлаев исемендәге пре­ мия лауреаты, күренекле шағир Ирек Кинйәбулатов, респуб­ ликаның Мәҙәниәт һәм мил­ ли сәйәсәт министрлығының бүлек етәк­сеһе Айгөл Ҡара­ булатова, Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйе­ се, композитор Айрат Ғайсин, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт

«ТАМАША» №3 – 2010

дәүләт филармонияһы дирек­ торы Данир Ғәйнуллин, Са­ лауат драма театры директоры урынбаҫары Рөстәм Фазылов, «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире Мәхмүт Хужин, рес­ публика баҫмалары, «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоһы журналистары килде. Һөйләшеүҙе журналдың баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев башлап ебәрҙе: «Тамаша» – профессиональ сәнғәтте һәм мәҙәниәтте яҡ­ тыртыусы берҙән-бер журнал. Әлбиттә, матбуғат баҫмала­ рының барыһы ла ниндәйҙер кимәлдә был темаға әленән-әле урын бирә. Әммә «Тамаша» журналы махсус журнал бу­ лараҡ, тотош мәҙәни донъяға бәйле. Ошоғаса беҙ күберәк театр сәнғәтен яҡтыртыу йүнә­ лешендә эшләнек. Әммә арта­ бан кино, радио-телевидение сәнғәтен дә, музейҙар һәм ки­ тапханалар эшмәкәрлеген дә һәм иң мөһиме, үҙешмәкәр сән­ғәтте бар тулылығында яҡ­ тыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйыр­ға кәрәк. Сөнки ни генә тиһәң дә, үҙешмәкәр сәнғәтһеҙ үҙебеҙҙең тормошто күҙ алдына килте­ реп булмай. Журналдың тема­ тикаһы тараймаһын, тиражы кәмемәһен тиһәк, беҙ, журнал хеҙмәткәрҙәре, ең һыҙғанып ошо юҫыҡты күҙ уңында то­ топ эшләргә бурыслыбыҙ. Бөтә ошо талаптарҙы иҫәпкә алып, журналдың яңы рубрикала��ын булдырҙыҡ. Бөйөк Еңеү, Халыҡ иҫәбен алыу, Ҡоролтай, Рес­ публика йылы темаларына ар­ налған материалдар әҙерләнек.

10

«Тамаша» журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр менән баҫмабыҙҙың эстәлеген генә түгел, ә биҙәлешен дә яҡшыр­ тырға кәрәк тигән фекергә кил­ дек. Сираттағы һандың тыш­ҡ ы биҙәлеше лә башҡасараҡ стил­ дә, дизайнда буласаҡ. Авторҙар даирәһен киңәйтеү ҙә мөһим мә­сьәлә, шулай уҡ мөхәррири­ әт ҡорон үҙгәртеү кәрәк. Жур­ налдың үҙ сайтын яңыртып эшләү ҙә, электрон вариантын булдырыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә.Шулай ҙа килә­сәктә журналды ай һайын сығарыу – иң төп бурыстарыбыҙҙың бе­ реһе. Икенсенән, ҡайһы бер ма­ териалдар­ҙы рус телендә баҫты­ рырға кәрәк. Йәғни, журнал ике дәүләт телендә сығасаҡ. Һүҙ ҙә юҡ, журналдың тәүге баш мөхәррире, танылған дра­ матург Наил Ғәйетбаев, уны ой­


түңәрәк өҫтәл оштороп, 15 йыл буйы етәкләп, баҫманың үҙ йөҙөн, абруйын булдырған, уның үҫешенә, ка­ миллашыуына ҙур өлөш ин­ дергән хөрмәтле кеше. Беҙ иһә Наил Ғәйетбаевтың баш­ ланғысын дауам итеп, баҫманы тағы ла камиллаштырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалмаҡсыбыҙ. За­ ман үҙгәргән һайын, яңы талап­ тар һәм маҡсаттар ҡуя. Шуға ла журнал хеҙмәткәрҙәренең маҡ­ са­т ы – заман һулышынан артта ҡалмай, алға атлау. Әле яңы ғына сценарийҙар­ ға конкурс ойошторҙоҡ. Уның положениеһы ла булдырылды. Ауыл клубтарында төрлө ки­ сәләр үткәреү өсөн сценарий­ ҙар табыуы еңел түгел. Журнал уҡыусыларҙың һорауҙарын, те­ ләктәрен иҫәпкә алып, беҙ ошо сараны ойоштороуҙы маҡ­сатлы тип таптыҡ. Тағы ла бер мәсьәлә бар – журналға яҙылыусылар һанын кәметмәү. Бөгөн журналды  3000 кеше алдыра. Ошо һан кәме­ мәй, даими рәүештә, үҙгәрешһеҙ ҡалһа – беҙҙең өсөн яҡшы күр­ һәткес. Шуға ла, хөрмәтле ҡу­ наҡтар, һеҙҙең ярҙам менән ошо күрһәткесте һаҡларбыҙ тигән ышаныстабыҙ. Һеҙҙең ниндәйерәк тәҡдимдәрегеҙ, те­ ләктәрегеҙ бар?» Ирек Кинйәбулатов: «Бындай һөйләшеүҙәрҙе йы­ шыраҡ үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы. Ә республикабыҙҙың ошо баҫмаһын дүрт меңдән ашыу кеше алдыра икән – был бик ҡыуаныслы хәл. Әйтәйек, Башҡортостанда миллионлап урыҫ телле халыҡ йәшәй һәм «Бельские просторы» исемле урыҫса сыҡҡан журналды ни бары ике мең кеше алдыра. Был миҫалды сағыштырыу маҡса­ тында ғына әйтәм. Ә бит беҙҙең республикалағы һәр мәктәптә лә Башҡортостан мәҙәниәте тарихы дәрестәре уҡытыла. Күпме клубтар, мәҙәниәт усаҡ­

тары, китапханалар бар. Ә жур­ нал уларҙың барыһы өсөн дә кәрәкле ҡулланма. Шуға күрә лә дүрт мең менән сикләнмәй, тиражды арттырыу мәсьәләһен мөһим тип иҫәпләргә кәрәк. Мин быны аҡһаҡал булƒан өсөн түгел, аҡыл өйрәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуймайым. Башҡорт ке­ шеһе булараҡ, милли баҫмала­ рыбыҙҙың тиражы кәмемәһен һәм күп уҡыусыларға барып етһен ине, тигән теләктән сығып әйтәм. Бигерәк тә бөгөн, тел, милләт мәсьәләһе хәл ителгән ваҡытта. Был журналды күптән көтөп алғайныҡ, ниһайәт, 15 йыл сығып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡыҙыҡһындырып тора. Килеп ингән кешенең иң алда кейеменә иғтибар итәһең бит. Шуның шикелле, журнал­ дың тышҡы матурлығы йәлеп итергә, сихырларға тейеш… Уның һүрәттәрен киҫеп алып стенаға элеп ҡуйырлыҡ, йә быяла аҫтына һалырлыҡ бу­ лырға тейеш. «Башҡортостан ҡыҙы»ның тышындағы һүрәт­ тәр заводтағы цехҡа инһәң дә, ауылдағы фермаға барһаң да эленеп тора. Журналдың эске концепцияһы бар, ул үҙенең төп функцияһын үтәй, юғиһә дүрт мең тираж менән сыҡмаҫ ине. Фәнил Шәмсетдинович үҙе­ нең киләсәккә планын әйтте, мин дә тап шул тәҡдимдәрҙе күҙ уңында тотҡайным. Был баҫ­ма профессиональ сәнғәткә генә түгел, ә үҙешмәкәр сән­ ғәткә, халыҡ театрҙарына ла бик кәрәк­ле журнал булырға тейеш. Мәҙәниәт һәм милли сәйә­ сәт министрлығы белгесенә тәҡдим шундай: һәр клуб «Та­ маша»ны мәжбүри алдырһа, ти­ раж мәсьәләһе бөтөнләй борсо­ маясаҡ. Һәр клубта 3-4 журнал булыуы һис тә артыҡ түгел. Ул ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡыласаҡ. Бөтөнләй көтөлмәгән фор­ малағы сценарийҙар, драмалар мотлаҡ баҫылырға тейеш. Тағы

11

ла бер тәҡдим – журналдың күләмен бер-ике табаҡҡа артты­ рырға кәрәк. Ике телдә сығыуын да хуплайым. «Рампа» журналы урыҫ телендә сыҡһа ла, уның йүнәлеше бөтөнләй башҡаса». Айрат Ҡобағошов: «Композиторҙар, йыр сән­ ƒәте хаҡында, клавирлы нота­ лар менән йырҙар баҫыуҙы жур­ налда һан аша түгел, ә бәлки даими алып барһа яҡшыраҡ бу­л ыр ине. Сөнки клавирлы но­талы йырҙар, партитуралар үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре өсөн бик мөһим һәм кәрәкле ҡулланма. Музыка сәнғәтен яҡтыртыу­ сы берҙән-бер баҫма ул «Тама­ ша», музыкаль әҫәрҙәрҙе беҙ «Ағиҙел»дә лә, «Ватандаш»та ла бирә алмайбыҙ. Музыка сәнғәтенә журналда урын аҙ бирелә. Ул артта ҡалырға тейеш түгел. Беҙ бит тәрбиәүи маҡсат­ ты үтәргә бурыслы, һүҙ ҙә юҡ, театр һәр кемгә лә аңлайышлы йүнәлеш, әммә йыр жанрын да ситкә тибергә ярамай. Кәрәк икән, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙербеҙ». Айрат Ғайсин: «Айрат Миңлеәхмәтович ту­ лыһынса хаҡлы. Өҫтәп шуны әйтәм: үҙем музыкаль мәктәптә уҡытҡанда балалар өсөн бәлә­ кәй генә музыкаль әҫәрҙәр, пье­ салар, оперетталар ҡытлығы­нан йонсой инек. «Тамаша» журна­ лы ошо проблеманы хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индерһә ине. Эйе, ул театрҙарҙы ла, филармония­ ларҙы ла, һынлы сәнғәтте лә, радио-телевидение эшмәкәрле­ ген дә, композиторҙарҙы ла бер урынға туплаған берҙән-бер, күҙ төбәп торған, профессиональ баҫмабыҙ. Шуға күрә, журнал үҙенең күләмен арттырырға һәм сәнғәттең һәр өлкәһен дә етер­ лек дәрәжәлә ентекле яҡтыртып барһын ине».

«ТАМАША» №3 – 2010


түңәрәк өҫтәл Ирек Кинйәбулатов: «Өҫтәп шуны ла әйтеп китәйем. Журнал Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте тари­ хын асыҡ һәм тулайым сағыл­ дыра, шуға күрә лә бындай фекер алышыуҙарға мәғариф министрлығынан белгестәр са­ ҡы­рып, журналды пропаганда­ лау маҡ­сатын ҡуйырға кәрәк. Башҡортостан мәҙәниәте дә­ рес­лектәренә ҡушымта итеп «Тамаша» журналын беркетеү дөрөҫ булыр. Тираж мәсьәләһе бермә-бер хәл ителер». Айгөл Ҡарабулатова: «Тамаша» журналын байтаҡ йылдар алдырып, уҡып барам. Журнал миңә бик оҡшай. Теләгем шул: õалыҡ-ара йә иһә республика кимәлендә уҙғарылған мөһим саралар журнал биттәрендә әүҙемерәк яҡтыртылып барһын ине. Төп иғтибар профессиональ сән­ ғәтте яҡтыртыуға йүнәлтелергә тейеш. Төрлө профессиональ сәнғәт өлкәһендәге коллектив­ тар халыҡ-ара кимәлгә сығып үҙҙәренең сығыштары менән республиканың йөҙөн билдәләй. Беҙҙә 12 профессиональ те­ атр, 4 дәүләт филармонияһы эшләй, Фәйзи Ғәскәров исе­ мендәге дәүләт бейеү ансамбле бар. Әйткәндәй, был ансамбль хаҡында журналда бер мәғлү­ мәт тә осратҡаным юҡ. Милли симфоник оркестрыбыҙ хаҡын­ да ла һирәк яҙыла. Әйтәйек, Башҡорт дәүләт филармонияһы ниндәй генә фестивалдәр үт­ кәрмәй. Был хаҡта ла журнал биттәрендә хәбәр булғаны юҡ. Йыл һайын милли һабантуйҙар уҙа. Улар Сахалинғаса, хатта сит илдәрҙә лә, әйтәйек, Төркиәлә лә үткәрелә. Барыһында ла про­ фессиональ сәнғәт әһелдәре ҡатнаша. Төркиәлә быйыл ул сара бишенсе мәртәбә уҙасаҡ. Беҙ бит ошондай саралар уҙ­ ғарып, башҡорт милләтенең мәҙәниәтен сит ил халҡына танытабыҙ. Бындай саралар ҙа

«ТАМАША» №3 – 2010

журнал биттәрен биҙәп торһа ине. «Тамаша»ла Нәжиб Асанбаев, Камил Вәлиев, Вәзих Сәйфул­ линдың мемуарҙары баҫылды. Көтөп алып уҡый инек. Шундай мемуарҙар ҙа мотлаҡ баҫылырға тейеш тип уйлайым. Журнал русса-башҡортса сыға башлаһа, бигерәк тә яҡшы. Был бит ябай ғына журнал тү­ гел, ә уҡыу әсбабына бәрәбәр матбуғат баҫмаһы. Студенттар үҙ­ҙәренең курс, диплом эштә­ рен яҙғанда ла файҙаланалар. Рус телле милләттәштәребеҙ өсөн бик яҡшы буласаҡ. Әйтәйек, Нефтекама фи­ лармонияһы уникаль. Унда башҡорт, урыҫ, татар, мари бри­ гадалары, хатта цирк бригадаһы ла бар. Улар хаҡында айырым бер һан әҙерләргә була. Си­ бай филармонияһын да маҡтап телгә алам. Улар республикала уҙғарылған бер генә юбилейҙан да ситләшмәй. Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди һымаҡ шәхестәребеҙ хаҡында рухлы программалар әҙерләп күрһәттеләр». Фәнил Ҡоҙаҡаев: «Әлбиттә, мәҙәниәт мини­ стрлығы күп саралар үткәрә. Журналда уларҙың барыһын да яҡтыртып барыу мөмкин дә түгел. Әммә иң мөһимдәрен мәҙәниәт һәм сәнғәт көндәле­ ге рубрикаһында даими биреп барырға тырышабыҙ. Ундай са­ ралар тураһында көн һайын сыҡ­ҡан гәзиттәрҙә хәбәрҙәр баҫылып тора. Журнал әлеге көн­дә ике айға бер генә сыға. Шуға күрә мөмкин булған­ са иң ҙур ваҡиғаларҙы, юғары кимәлдәге сараларҙы яҡтыртып барырбыҙ». Рәйес Исмәғилев: «Тамаша» журналын асып, Наил Ғәйетбаев башҡорт халҡына бик ҙур бүләк эшләне. «Тамаша» – башынан алып аҙа­ ғынаса мин яратып уҡыған

12

берҙән-бер журнал. Унда иҫ кит­ кес шәп һәм кәрәкле мәғлүмәт баҫыла. Ай һайын сығарасаҡ­быҙ тип әйтеү менән бик үк киле­ шеп етмәйем. Ай һайын сығарыу артынан ҡыуып, бының менән уның эстәлеген, йөкмәткеһе­ нең байлығын, фәһемлелеген юғал­тасаҡбыҙ. Бөтә нәмә лә баҫы­лыр, гәзиттәрҙәге һымаҡ тегендә был фестиваль, бын­ да шул сара үтте тип яҙылып, ҡабатлау булһа, урыҫсаһын да ҡушһаҡ, беҙҙә сыуаш-мари хал­ ҡы ла күп, уларҙы ла ҡушһаҡ, ул үҙенең йөҙөн юғалтасаҡ һәм уҡыусыһы ла кәмей­әсәк. Был минең шәхси фекер. Икенсенән, мәҙәниәт министрлығы һәр райондағы ауыл клубтарына, ки­тапханаларына журналға яҙы­лыуҙы мәжбүри ойошторһа, һәм кем күпме яҙылғанын күҙәтеп барһа, отошло бул��р ине. Өсөнсө­нән, бөгөн фекер алышыуға йыйылған зыялы­ ларға тәҡдимем бар. Әйҙә­геҙ, «Тамаша» журналын үҙебеҙҙең ҡурсалауға алайыҡ. Хәлебеҙ­ ҙән килә беҙҙең. Кем нисек, нимә менән ярҙам итәсәген дә әйтһен, һүҙ генә булып ҡал­ маһын, һөйләштек тә – тарал­ дыҡ түгел. Хәлебеҙҙән килгән­ сә ярҙам итәйек. Дүртенсенән, урыҫса сығарыу тигән менән килешмәйем. Һеҙ алтын менән ялатып дүрт-биш битлек матери­ алды урыҫса сығарһағыҙ ҙа, уны бер генә урыҫ та алдырмаясаҡ һәм уҡымаясаҡ. Бөгөн бушлай таратылған урыҫ гәзиттәрен дә уҡымай улар, подъездар тулған, тибеп кенә йөрөтәләр. Бер генә урыҫ та яҙылмаясаҡ. Утопия был. Ҡоролтай аша беҙҙең был баҫманы сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә лә сыға­ рырға кәрәк. Улар «Тамаша» журналын уҡып, республиканың мәҙәни тормошо хаҡында бик күп файҙалы мәғлүмәт аласаҡ». Рөстәм Фазылов: «Филармония директоры Данир Әхмәҙиевич әйтмешләй,


түңәрәк өҫтәл

Һулдан уңға: Айрат Ҡобағошов, Ирек Кинйәбулатов, Айрат Ғайсин, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Альмира Кәримова, Рәйес Исмәғилев, Мәхмүт Хужин.

«Тамаша» журналы уларҙы тик тәнҡит күҙлегенән яҙа. Ә беҙҙең, Салауат драма театрына ундай бәхет тә эләккәне юҡ. Яңыраҡ ҡына театр үҙенең юбилейын билдәләне, әммә журналда бер мәғлүмәт тә бирелмәне. Театр коллективы Татарстан, Ырым­ бур, Силәбе өлкәләрендә юби­ лей гастролдәре менән сығыш яһаны. Әлбиттә, үпкә белде­ реүемдә бер уйлаһаң, хаҡлыҡ бар. Икенсе яҡтан ҡараһаң, сәнғәттең бөтә ҡатламын да яҡтыртыу еңел түгел. Һүҙ ҙә юҡ, һәр кем үҙ ойошмаһы хаҡында яҙғанды теләй. Мин үҙем Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкәнмен. Беҙҙең өлкәлә ике йөҙ меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Башҡор­ тостан республикаһы Прези­ денты ярҙамы менән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында БСТ каналы күрһәтә башланы. Халыҡ башҡорт телевидениеһы тапшырыуҙарын оло кинәнес менән ҡарай. Силәбе өлкәһендә

«Тамаша» журналына, мәғлүм булыуынса, яҙылыу мөмкинсе­ леге юҡ. Ә күптәрҙең алдырып уҡыйһы килә. Был мәсьәләне хәл итеп буламы икән?» Сөләймән Латипов: «Бөгөн түңәрәк өҫтәл арты­ на йыйылыусыларҙың барыһы ла республиканың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә битараф түгелдәр, журнал яҙмышы өсөн борсо­ лалар. Рәхмәт барығыҙға ла. Ошо һөйләшеүҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһе көн ҡа­ ҙағына һуға. Фекер алышыуҙы һәм бәхәсле ҡыҙыу һөйләшеүҙе лә рәхәтләнеп тыңланым. Юҡҡа ғына сәйәсәтте сән­ ғәт һәм мәҙәниәт яһай, тип әйтмәйҙәр. Американы Голли­ вуд Америка итте. Беҙҙә лә мәҙәниәт һәм сән­ ғәт дәүләттең бер ҡанатын тәшкил итергә тейеш. Ошондай фекер алышыуҙар алдағы көндәрҙә лә дауам итһен.

13

Ерле юҡтан ғына: «О!  Беҙ ниндәй шәп!» – тип маҡтанып, ша­ пырынып ултырмайыҡ. Йәше­ рен-батырыны юҡ, проблемала­ рыбыҙ ҙа күп. Тәнҡит һүҙҙәрен дә ҡабул итергә өйрәнәйек. Булғаны менән генә ҡәнәғәт ҡалмайыҡ, юғиһә үҫеш туҡтала. Камиллыҡҡа, юғары мәҙәниәткә ынтылып йәшәйек». Фәнил Ҡоҙаҡаев: «Бөгөнгө һөйләшеүҙе та­ мамлап, ул киләсәктә лә дауам итер тип ышанам. Сәнғәтте, мә­ ҙәниәтте үҫтереү, журналдың йөкмәткеһен байытыу йәһәтенән фекер алышыуҙар файҙалы бул­маҡсы. Мин үҙем өсөн дә мәртәбәле, фәһемле тәҡдимдәр ишеттем. Журнал өсөн ҡулай булғандарын файҙаланасаҡбыҙ. Киләсәктә тағы ла киңерәк аудиторияла осрашырбыҙ. Ба­ рығыҙға ла рәхмәт». Альмира Кәримова.

«ТАМАША» №3 – 2010


Ҡоролтайҙы ҡаршылап

Милләттең күңел байлығы «Яңы демократик Рәсәй шарттарында Башҡортостан милли сәйәсәттең иң юғары халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән үҙ моделен эшләне. Уның төп айырмаһы – яҙылған хоҡуҡтарҙы декларациялау түгел, ә милли мәғариф, республика халыҡтары телдәрен, мәҙәниәттәрен һәм йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өлкәһендәге һөҙөмтәләргә йүнәлгәнлек», – тип әйтелә Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимовтың 2010 йылдың 25 февралендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл» Мөрәжәғәтнамәһендә. 70 йылдан ашыу элек илебеҙҙәге ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙа (башлыса башҡалаларҙа) Халыҡ ижады йорттары асыла башлай: улар ауылдар, ҡасабалар, ҡалаларҙағы клубтар, уҡыу йорттарының (избачитальня) эшмәкәрлеген көйләй, мәҙәни-ағартыу эштәрен алып барыу буйынса ярҙам күрһәтә. Мәҙәниәт министрлығына ҡараған Республика ха­ лыҡ ижады үҙәге, Башҡортостанда халыҡ ижадын үҫтереү, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре коллектив­

тарының әүҙемлеген яйға һалыу маҡсатында төрлө байрамдар, конкурстар, фестивалдәр үткәреү, мәҙәниәт өлкәһенең матди базаһын нығытыу йәһәтенән, һөҙөмтәле эш алып бара. Мәҙәни-ял өлкәһендә Үҙәк алып барған би­ хисап эштәрҙе һанай китһәң бик оҙаҡҡа һуҙыла­ саҡ һәм был мотлаҡ та түгел. «Берҙәмлек», «Урал моңо», «Дуҫлыҡ моңо», республикала йәшәүсе фин-уғыр халыҡтарының «Кама буйы аҫылташта­

Республика халыҡ ижады ¢´ºге ойошторған сираттағы сара «ТАМАША» №3 – 2010

14


Ҡоролтайҙы ҡаршылап ры» һ.б. халыҡ-ара фестивалдәр, төрлө төбәктәр араһында үткәрелгән «Илһам шишмәләре» шиғриәт конкурсы, «Салауат йыйыны», «Ашҡаҙар таңдары» республика фольклор байрамдары, та­ рихи тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырған «Шәжәрә байрамы», кеүек ҡатнашыу­ сыларҙың да, тамашасыларҙың да күп булыуын тәьмин иткән саралар республика халҡы өсөн сағыу ваҡиға булып, был мәл, халыҡ әйтмешләй «ил өҫтөндә илле алтын»ға әүерелә. Тергеҙеләһе тергеҙелеп, өйрәнә­һе өйрәнелеп, йыры-моңобейеүе халыҡтан алынып, ынйы бөртөктәреләй ошо байлыҡ халыҡ күңеленә һирпелеп, уға кире ҡайтарыла. Илдәге генә түгел, донъяла барған иҡтисади көрсөк тә ҡамасаулай алмай быға, сөнки халыҡтың рухи ихтыяжы быны талап итә. Мәҙәниәт – халыҡты халыҡ иткән күҙгә күренмәҫ һәйкәл. Һуңғы йылдарҙа кейеҙ, башҡорт шәле, аҫалы балаҫ, ҡорама кеүек биҙәү-ғәмәли сәнғәткә иғтибарҙы көсәйтеү буйынса ла Үҙәктең эше баһалап бөткөһөҙ. Дөрөҫ, сәнғәткә, бигерәк тә үҙешмәкәр сәнғәтенә ылығыусылар күп, тимәк, сығыштар ҙа йыл әйләнәһенә байтаҡ була. Уй­ лап ҡарағыҙ – бейеү буйынса ғына ла коллектив­ тар һаны 3 меңгә еткән! «Өлгөлө», «халыҡ» исе­ ме бирелгән коллективтар 800-ҙән ашыу. Күрше төбәктәрҙән шундай һүҙҙәр ишетелә, имеш, һеҙҙә йырлайҙар ҙа бейейҙәр икән. Ә был насармы ни? Ижад һәм мәҙәниәт эшендә профессиональ бул­ майынса, төп шөғөлдән тыш, сәнғәтте яратып, уға хәләл ваҡытын бағышлап, мәҙәниәт усаҡтарына килгән кеше – матур йөрәкле ул. Шундай уҡ хәл театр, йыр һәм башҡа төр жанрҙар өлкәһендә лә. Бушты-бушҡа ауҙарып, телевизорҙан мәғәнәһеҙ тапшырыу йәки кино ҡарап ултырыу менән сағыш­ тырғанда ғына ла был шөғөлдөң үҙ күңеле өсөн дә, башҡаларҙың да тормошон йәмләүҙә ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген иҫбатларға түгел. Республикала Президентыбыҙ тарафынан мә­ ҙәниәт өлкәһенә иғтибар ҙур, һәм, айырымлап әйткәндә, үҙешмәкәр сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныш­ тарға ирешеү ошондай иғтибарға яуап ул. Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, үҙе лә халыҡ-ара, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендә халыҡ ижадының аҫыл ынйыларын йыйып, онотолмаҫ, күркәм саралар үткәреүе, унда сығыш яһаусыларҙың призлы урындар яулауы­ на тейешле баhа биреn, Республика халыҡ ижады үҙәген Рәсәй Федерацияһында Башҡортостандың визит карточкаһы тип атарға ла була.

һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән ижадын һәм, әлбиттә, был замандағы торошон системалы йыйып өйрәнеү, ғилми тикшеренеү йәһәтенән етди бурыстар талап ителә. Башҡорт халыҡ ижады­ на ҡарата иғтибар һәм махсус мәктәп рәүешендә эш алып барыу әлегә көнүҙәк пробле­ маларҙың береһе булып ҡала. Республика халыҡ ижады үҙәгендә методик тик­ шеренеү, йәғни, фольклор экспедициялар ойошто­ ролоп, яҙмаларҙы китапҡа туплап сығарыу эштәре лә башҡарылырға тейеш. Был йәһәттән ҡаҙаҡтар әүҙем, уларҙың методологик үҙәктәре булыуына хайран ҡалғайным. Халыҡ ижадын сәхнәләште­ реү дөрөҫ юлдан барһын өсөн ғалим-фольклорсы­ лар, тарихсыларҙан торған эксперт комиссияһы ла төҙөү кәрәк. Ямал Исхаҡова – РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны. – 1977-1995 йылдарҙа бергә эшләгән иптәштәрем, дуҫта­ рым менән ғорурланам. Һәр саҡ уларҙың һәм республикабыҙ, район етәкселәренең ихтирамын, ярҙамын тойоп, кәңәштәрен ишетеп эшләнем. Театр сәнғәте байрамдарын, семинарҙар, Өфө сәнғәт институ­ ты уҡытыусылары менән осрашыуҙар һәүәҫкәр артистар өсөн ҙур бер мәктәп була ине. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә лә мөмкинселек бирә ине былар. Республикабыҙ етәкселегенең ҡарары менән беҙҙә йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың ижадын үҫтереүгә лә иғтибар көсәйҙе. Фирҙәүес Ноғоманова – З.   Биишева исемендәге Башҡортостан «китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөхәррире. – 1987-1990 йылдарҙа Рес­ публика халыҡ ижады үҙәгендә эшләнем, ошо осорҙа ул Рес­ публика ғилми-методик үҙәк тип йөрөтөлә ине. Мин эшләп киткән бүлектә хәҙер мәҙәниял учреждениелары өсөн зауыҡ менән биҙәлгән методик ҡулланмалар, «Байрам» журналы сыға, заманса технологиялар индерелгән, аралашыу са­ ралары күпкә еңелләшкән. Ғөмүмән, Үҙәк үҙенең электән килгән изге бурысын атҡара: ул райондар, ауыл клубтары менән тығыҙ бәйләнештә. Арта­ бан да уңышлы эшләргә яҙһын, халҡыбыҙға ¡´әк бик кәрәк һәм уның роле, абруйы артабан тағы ла үҫһен.

Розалия Солтангәрәева – филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр��. – Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡ ижа­ дын өйрәнеү, пропагандалау, конкурс, йыйындар ойоштороп, халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән мәртәбәле эш алып бара. Әммә республиканың ерле халҡы булған үҙ милләтебеҙҙең борондан

Сәриә Ишемғолова.

15

«ТАМАША» №3 – 2010


Республика йылы

Лилиә Һаҡмар

Күгәрсендәр сәхнәлә гөрләй «Беҙ, Рәсәй халҡының хәҙерге быуыны, ҙур мираҫҡа эйә булдыҡ. Ул әүәлге быуындарҙың ҙур тырышлығы менән яуланған, эшләп алынған. Ҡайһы саҡта ауыр һынауҙар һәм ысынлап та ғәйәт ҙур ҡорбандар хаҡы менән. Беҙ бик ҙур территорияға, мул тәбиғәт байлыҡтарына, ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә, фән, техника,мәғариф, сәнғәт өлкәһендәге сағыу ҡаҙаныштарҙың күләмле исемлегенә, армия һәм флоттың данлы тарихына, ядро ҡоралына эйәбеҙ. Беҙ был мираҫты нисек тотонорбоҙ? Уны нисек тулыландырырбыҙ?» (Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың «Рәсәй, алға!» программаһынан) Рәсәй Президентының һы­ ҙыҡ өҫтөнә алған ошо те­ ләк­тәр Башҡортостанда бер бөгөн генә түгел, инде нисә йыл буйы тормошҡа ашырыла килә. Был иһә республика етәкселегенең эҙмәэҙлекле эш һөҙөмтәһе, ха­лыҡ мәнфәғәттәрен алдан күрә белеү һәм ҡайғыртыу билдәһе. Эшлекле Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Дәү­ләт Йыйылышы  – Ҡоролтайға «Башҡортостанды артабан модернизациялау – ХХI быуатта именлеккә һәм сәс­ кә атыуға илтеүсе юл» Мөрә­ жәғәтнамәһендә (25 февраль 2010 йыл) былай тигәйне: «Һаулыҡ һаҡлау, фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт системаларында мөһим алға китеш булды. Уларҙың матдитехник базаһы нығытылды, «ТАМАША» №3 – 2010

йөҙҙәрсә уникаль бина һалынды. Ҡалаларҙа ғына түгел, хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла халыҡ юғары рухи-мәҙәни ҡиммәттәргә йәлеп ителә». Бына ошо өҙөмтәләге һүҙ­ ҙәргә ҡеүәт булһын, журнал уҡыусыларыбыҙ Өфө ҡала­ һы­нан сағыштырмаса алыҫ урын­лашҡан райондарҙа мәҙә­ ниәт, үҙешмәкәр сәнғәт үҫе­шен күҙаллаһын өсөн мин Күгәрсен районына юлландым. Сөнки тап үҙешмәкәр сығыштарҙа хоҙай ҡөҙрәтенән бирелгән сағыу таланттар асыла. Оло сәнғәткә юл да үҙешмәкәрлектән башлана. Ә инде ауыл мәҙәниәт йорттарының әүҙем эшләүе – халыҡты насар ғәҙәттәрҙән йолоп алыуға килтереүе барыбыҙға ла билдә­ле. Күңелендә моң йәшәгән халыҡ рухи йәһәттән дә көслө була.

16

«Гармун күреге һуҙыла, һуҙылмай ғүмер генә…» – тигән йыр һүҙҙәре менән баш­ ланып киткән Хәтер кисәһен әле булһа йылы тойғолар ме­ нән иҫләй күгәрсендәр. Был иҫтәлекле сара мин районға килерҙән бер нисә көн алдан ғына уҙғарылған ине. Баҡый­ лыҡҡа иртә киткән, талант­ лы музыкант, баянсы, ҡурай­ сы, күп кенә йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлит Мусин исемендәге район кон­ курсына йом­ғаҡ та яһалған унда. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә райондаштары күңелен һағынып иҫләрлек моң менән һуғарған, талант­ты ихтирамлап хәтерләгән, халыҡ бер ҡасан да юғалмаясаҡ. Тимәк, был районда ысын сәнғәтте, рухлы


Республика йылы мәҙәни үҫеште хәстәрләгән ке­ шеләр йәшәй. «Гармун моңо» район кон­ курсында күрше Ырымбур өл­ кәһе, Көйөргәҙе, Мәләүез район­дарынан да ҡатнашҡандар. «Регион-ара бәйгегә әйләнде», – тип хәтерләй был сараны район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Рауиловна. – Әгәр ҙә ошо бәйгене ойоштормаһаҡ, әле 7-се синыфта ғына уҡып йөрөгән, баянда үҙе уйнарға өй­ рәнһә лә, башҡарыу оҫталығы менән бөтәбеҙҙе лә хайран иткән һәләтле егет – Алексей Кош­ кинды тапмаҫ инек. Өфө сәнғәт училищеһының махсус призын тапшырып, уҡырға саҡырҙылар. Тағы ла Сирбай, Мәҡсүт, Йо­ мағужа, Хоҙайбирҙе, Юлдыбай ауылдарында баянсы, гармунсы­ лар күп икәнен белдек». Конкурсты ойоштороусы­ лар еңеүселәргә «Диплом»дар менән бергә музыкаль үҙәк,

кеҫә телефондары, гармун кеүек ҡиммәтле бүләктәр табыуҙы хәстәрләгән. Бөгөнгө заман­ да мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙа был факторҙың да әһәмиәте ҙур. Төп приз, ялтлап торған гармунды, оҫта баянсы Ришат Бәҙретдиновҡа район хакимиәт башлығы Фәрит Мырҙагил­ де улы Мусин үҙ ҡулдары менән тапшырған. Тимәк, моң үлмәгән, моң йәшәй! Күсәги­ лешлек өҙөлмәгән, ә яңы асыш­ тар, яңы тойғолар, яңы исемдәр тағы ла сағыуыраҡ балҡыған был төбәктә! – Район мәҙәниәт бүлеген етәкләүемә ете йылдан ашты. Ошо осорҙа дүрт тапҡыр район хакимиәт башлығы алмашын­ ды. Береһенең дә мәҙәниәткә һалҡын мөнәсәбәттә булыуын күрмәнем. Һәр ҡайныћы ошо йәһәт­тән үҙенсәлекле эҙ ҡал­ дырырға тырышты, – ти Рәмзиә Рауил ҡыҙы.

«Гармун моңо» бәйгеһендә еңеүсе Мәрүәт Айбасов, Мо­ сафир Абзалов, Миннизыя Ға­рипов (Мораҡ ауылы), Ис­ лам Низамов (Мәҡсүт), Айҙар Хөснөтдинов (Көйөргәҙе), Рау­ ил Якиев (Мәләүез), Рафиҡ Ҡот­ лоғужин (Йомағужа) бөгөнгө көндә яңынан-яңы көйҙәр өйрәнеп, киләһе конкурстарға әҙерләнә, йәштәргә, балаларға оҫталыҡтарын бүлешәләрҙер. Йырҙағыса «…гармунлы ауыл­д ы һағынам» тип кенә ул­ тырмайҙар бында, ҡыҙҙар­ҙың үҙәктәрен өҙөп, инәй, олатай­ ҙарҙың хәтирәләрен ҡуҙғатып ауыл урамдары уртаһынан йыр­лап уҙыр гармунсыларҙы үҙ­ҙәре үҫтерәләр. Һис шигем юҡ – һәр ауылда ла бар дәртле, һәләтлеләр. Тик уларҙың кү­ ңелдәрен күтәрергә генә кәрәк.

«Ай өҙәһең үҙәктәрҙе моңдарың менән!» тип һоҡланалар тамашасылар район халыҡ суды председателе Мәрүәт Айҙар улы Айбасов сәхнәгә сыҡһа.

17

«ТАМАША» №3 – 2010


Республика йылы

Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ. (Йомағужа ауылы мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр коллектив етәкселәре һәм активистары менән һөйләшеү.)

Эштә лә, ғаиләлә лә, йыр-бейеүҙә лә һынатмайҙар Кемдәр тиһегеҙме? Эйе, ауылда йәшәп, мал, ҡошҡорт аҫырап, баҡса үҫтереп, бер нисә бала тәрбиәләп, хөкүмәт эшендә эшләп тә, кис-кистәрен ауыл мәҙәниәт йортона ашыҡҡан үҙешмәкәр артистар улар. Элегерәк һәләте булып та берәй кон­ цертта сығыш яһамаған кеше сәйер тойолһа, бөгөн заман­ дар үҙгәрҙе. Баҙар иҡтисады мәҙәни тормошҡа ла эҙен һала. Хәҙер ҡунаҡта йырлап, бейегән кеше түгел, ә көн һайын репети­ цияға йүгереп, ауылдар буйлап сәхнәнән сығыш яһап йөрөүсе кешеләр сәйер һымаҡ тойола. Нисек инде ғүмереңдең ҡәҙер­ ле сәғәттәрен сарыф итеп, кон­ церт ҡуяһың? Буштан-бушҡа! Бер кем дә аҡса түләмәй бит?! Аҡса менән генә үлсәнмәй шул күңел байлығы. Етеш мат­ ди тормош булдырыуҙы ғына уйлап, көн тимәй, төн тимәй аҡса табыу яйын күреү бер ҙә насар түгел. Әммә күңелебеҙҙе,

«ТАМАША» №3 – 2010

рухыбыҙҙы туйындырыу тура­ һында онотоп китмәйбеҙме? Үҙешмәкәр коллективта шөғөл­ лә­неүселәрҙе сәхнәгә нимә тарта? Йылына бер тапҡыр уҙғарылған смотр-концерттарҙа сығыш яһаусылар маҡтауға лайыҡ. Ә бына үҙешмәкәрҙәр менән даими шөғөлләнгән, оҫта­лыҡтарын профессиональ кимәлгә яҡынайтыуға булыш­ ҡандар кемдәр? Халыҡ коллективы исемен алған, хатта «Өлгөлө» исе­ менә лә лайыҡ 17 (!) коллектив эшләй икән Күгәрсен районын­ да. Улар йыл һайын үҙҙәренең ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ икәндәрен уңышлы сығыштары менән раҫлап тора. – Алты коллективҡа «Ха­ лыҡ» исеме бирелгән. «Илһам» бейеү ансамбле был маҡтау­ лы исемде тиҫтә йыл лайыҡлы яулап килә. Етәксеһе егәрле, тәжрибәле, талантлы ойош­ тороусы. Коллективҡа яңы бейеүҙәр һалыу өсөн ситтән хо­ реографтар саҡырҙы. Иштуған һыу һаҡлағысын төҙөүгә эшкә килгән күп йәштәрҙе бейергә өйрәтте, – ти Йомағужа ауыл мәҙәниәт йорто директоры

18

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафиҡ Та­ лип улы Ҡотлоғужин. Фәүриә Минияр ҡыҙы Ғәлиева тәүҙә Мәҙәниәт йорто­ ноң художество етәксеһе була. Һуңынан 17 йыл буйы «Илһам» бейеү ансамблен етәк­ләй. Ошо осорҙа ансамбль ҡайҙа ғына бармаған да, ниндәй генә кон­ церт, фестиваль, конкурстарҙа ҡатнашмаған! Республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә, төрлө ҡалаларҙа ла сығыш яһап үҙҙәренең оҫталығы менән һоҡландырған. Башҡорто­ стандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәүриә Минияр ҡыҙы «Илһам» бейеү ансамб­ лен етәкләүҙе йәш белгес, ба­ летмейстер Жанна Рызвановаға тапшырырға йыйына. Үҙе һаман сәхнә тип янып йәшәй. Мәктәп уҡыусыларынан «Ләйсән» ба­ лалар бейеү коллективы туп­ лаған. Хатта балалар баҡсаһын­ да ла бейеүҙәр өйрәтеп өлгөрә. «Ләйсән»дә дәрестәр алған Азалия Рызванова, Лиана Ғәлиевалар балалар араһында башҡорт бейеүен башҡарыу­ сыларҙың «Байыҡ» республика телевизион бәйгеһендә призлы урындар яулаған да инде. – Традицияларҙы боҙмаҫҡа, артабан да шулай ойошҡан бу­ лырға, һәр саҡ яңылыҡҡа ын­ тылырға өндәйем йәш белгес­ те. Ышанам, ул беҙҙең эште лайыҡлы дауам итер. Заманса мәҙәниәт йорто, стеналарға көҙгөләр ҡуйылған күнекмәләр залы профессиональ кимәлдә шөғөлләнеү уңайлыҡтары би­ рә. Шулай булғас, тырышып эшләмәү – үҙе гонаһ, – ти ан­ самбль етәксеһе. – Әлбиттә, кейемдәр, бигерәк тә итектәр тиҙ туҙа. Бейергә өйрәткән DVD дисктарҙы ла күберәк сығарһалар ине, тибеҙ. – Электән эшләгән тәж­ рибәле етәксе булараҡ әйтегеҙ әле – бөгөнгө йәштәр мәҙәниәт йортона рухи аҙыҡ алырғамы,


Республика йылы әллә ваҡыт үткәрер өсөн генә киләме? Ғөмүмән, йәмғиәте­ беҙҙәге эсеү, тәмәке тартыу кеүек кире күренештәрҙе шу­ лай кәметеп буламы? – тип ҡыҙыҡһынам. – Йәштәр ағылып килә клубҡа. Бигерәк тә аҙна һайын ойошторолған дискотекаларға. Директорыбыҙ бик талапсан – эсеү, тартыу ҡәтғи тыйыла. Тәртип яҡшы. Шуғалыр ҙа, эштәребеҙ алға бара. Ҡайһы берҙә беҙҙең ансамблгә лә бер аҙ араҡы менән шаярғандар ки­ леп юлыға. Тәүҙә тәртипһеҙе­ рәк ҡыланалар ҙа, һуңғараҡ йыр, бейеүгә күңел бирә, ыҫпай кей­ енә башлайҙар. Барыбер ру��и, мәҙәни мөхит үҙенекен эшләй, тип, ҡыуанышып ҡуябыҙ, – ти мәҙәниәт өлкәһендә генә 33 йыл эшләп өлгөргән Фәүриә Ғәлиева. Тынғыһыҙ ижадсы киләсәктә ҡумыҙсылар ансамб­ ле төҙөргә ниәтләгән. Бары тик ҡумыҙҙар ғына һатып алһалар, эш йәнләнергә тора. Йомағужа ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ театры ла уңышлы эшләп килә. Күптән түгел улар Кушнаренко ауылын­ да уҙ­ғарылған халыҡ театрҙары фес­тивалендә «Һуғыш темаһын яҡшы яšтыртšан өсөн» но­ минацияһында Диплом яулап ҡайтҡан. – Ата-әсәләр менән бергә­ ләшеп, 1987 йылда ойоштороп ебәрҙек был театрҙы. Ир-егет­ тәрҙе ылыҡтырыуы ауыр бул­ды. Шулай ҙа таптыҡ. Бигерәк тә, Әсҡәт Табулдинға ҡыуандыҡ. Бер үҙе оло бер концерт ҡуя алырлыҡ. Оҫта гармунсы, йыр­ сы, бейеүсе һәм һүҙ оҫтаһы, – ти коллективтың режиссеры Ли­ лиә Әхәт ҡыҙы Кәримова. Бына, инде 25 йылдан ашыу татыу ƒаилә – Әсҡәт менән Миләүшәне сәхнә ғәли йәнәптәре үҙ батша­ лығынан ебәрмәй. Сәхнә ихла­ старҙы, был шөғөлгә мөкиббән бирелгәндәрҙе генә үҙ итә. Боронғо йыр-бейеүҙәрҙе яҡ­

шы хәтерләгән инәй, апайҙар, ололар йылдан-йыл һирәгәйә. Ә ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙың үҫеп килгән быуынға тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Бына ошоларҙы ҡайғыртыусылар фольклор кол­ лективҡа ойоша. – Тәүҙә коллективты Фәрзә­ нә Миһран ҡыҙы етәкләне. Мин эшләгән балалар баҡсаһына ки­ леп, һин булдыра алаһың, әйҙә, тип күңелемә ышаныс өҫтәгән өсөн уға рәхмәтлемен. «Заман­ даш» тип атағайныҡ, һуңынан халыҡ араһынан һәләтлеләрҙе, йола рәтен белгәндәрҙе берәм­ текләп, бөртөкләп йыйғанға күрә «Гәрәбә» тип атаныҡ. Һәр ҡатна­ шыусы ҡиммәтле гәрәбәгә тиң, – ти 11 йыл ваҡытын да, ойошто­ роу һәләтен дә йәлләмәгән Ли­ лиә Әхәт ҡыҙы. – Таяныстарым – Мәймүнә Ғөбәйҙуллина, Гөлсирә Мәүлетовалар булмаһа миңә эшләүе ауырға тура килер ине.

Улар үҙҙәре шиғыр, таҡмаҡтар ижад итә һала, йырлайҙар ҙа, бейеп тә китәләр – торғаны хазина. «Тере шишмәләр» респуб­ лика конкурсында яҡташтары, яҙыусы Сәрүәр Сурина сцена­ рийы буйынса халыҡ им-томо, халыҡ медицинаһы темаһына тамаша ҡуйып, еңеүсе дипломы алып ҡайта был халыҡ фольк­ лор коллективы. Район гәзите хәбәрсеһе, «Юлдаш» радиоһы тура эфирында әүҙем ҡатна­ шыусы Мәймүнә апай: «Тәүҙә ҡыйыуһыҙ ғына килгәйнем, хәҙер ҡыуанып, яңы таҡмаҡ­ тар сығарып, ашығып килеп етәм»,  – ти. Ә Гөлсирә Мәүли­ това вокаль ансамблдә йырлап, йыр һүҙҙәре, шиғырҙар ижад итеп кенә ҡалмай, гармунда уйнап, «Уйна, гармун!» конкур­ сында ҡатнашҡан. «Эш урыным­ дағы етәксем – директор Олег Александрович Назаров киң

Йырсы, композитор Нәғим Нуриманов.

19

«ТАМАША» №3 – 2010


Республика йылы мәҙәниәт йортона илап ки­ леп инәбеҙ ҙә, йырлап сығып китәбеҙ!» – тиеүҙәрендә оло кинәйә бар. Мәҙәниәт йорто – концерт әҙерләп, тамаша ҡарау урыны ғына түгел, ә халыҡтың рухын, күңелен моң шифаһы менән дауалаусы изге урын ул! Шуны аңлап эште дөрөҫ ойош­ торғанда, әлбиттә.

«Күңелдәребеҙ күтәрелеп китә…»

«Мин – еңеүсе!» (Азалия Рызванова башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика бәйгеһендә)

күңелле, аҡыллы кеше. Ҡасан әйтһәм дә, репетиция, йә кон­ церттарға ебәрә. Рәхмәтем ҙур. Күңелгә моң да кәрәк икәнен аңлаған өсөн», – тип ҡыуанысын йәшермәй «Водоканалсервис» ойошмаһында эшләгән Гөлсирә Бәхтегәрәй ҡыҙы. Беҙҙең сығыштарҙы, биге­ рәк тә халыҡ инструменттары ансамбле уйнаған дәртле бейеү көйҙәрен, тамашасылар бик яра­ та, хатта, бейеп китәләр, тиҙәр йомағужалар. Йә, инде кемегеҙ хөкүмәт эшендә эшләгән өсөн репетицияларға ваҡыт юҡ һәм бөгөн халыҡты телейәшник эк­ ранынан, әүрәткес сериалдар­ ҙан айырып булмай тип әйтә? Ышанмаһағыҙ, килегеҙ Йо­ мағужа мәҙәниәт йортона. Бер юлы виртуоз баянсы, 43 йыл ғү­ мерен тап ошо мәҙәниәт йорто­ на бағышлаған фиҙаҡәр етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафиҡ Талип улы Ҡотлоғужинды ла күреп, тәжрибә уртаҡлашып китерһегеҙ. Киләсәктә бәлки журнал уҡыусыларыбыҙ ҙа уның яҙмаларын уҡып, рухи һабаҡ алыр! Уларҙың: «Төрлө пробле­ маларҙан башыбыҙ сатнап, «ТАМАША» №3 – 2010

Шулай тиҙәр Тәүәкән ауылы мәҙәниәт йортондағы «Сәңкем» фольклор ансамб­ лендә инде нисәнсе йыл сығыш яһаған апайҙар ҙа. «Ололарға бүләк, йәш быуынға үрнәк, халыҡтыҡы – халыҡҡа!» тигән девиз аҫтында ойошҡан был коллектив. Киләсәк быуынға ни ҡала? Замандың шаулы ағы­ мында көндән-көн юғала бар­ ған халыҡ йырҙары, таҡмаҡта­ рын нисек һаҡлап ҡалырға? Беҙ башламаһаҡ кем тотонор? Ошо изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн бынан һигеҙ йыл элек Тәүәкән ауылы инәй, апайҙары: Раҡия Әлмөхәмәто­ ва, Миңзи­фа Әбдрәхимова, Рауза Рәхимовалар – ауыл мәҙәниәт йортона, фольклор ансамбленә килә, бөгөнгәсә уға тоғролар. «Гитлер килә көнбайыштан Ҡара болоттай булып, Бөтә донъя халыҡтарын Бергә йоторҙай булып…» – тип йырлағандар был ауыл­ да Бөйөк Ватан һуғышы баш­ ланғас. Ошо апайҙар булмаһа, бына шундай таҡмаҡтарҙы беҙгә кем йырлаһын? Ә бит ха­ лыҡ йырҙарында – халыҡ тари­ хы. Уларҙың һәр куплеты ғына түгел, һәр бер юлы ҡәҙерле ҡомартҡы. Йәнә лә, «Сәңкем» ансамбле боронғо халыҡ йо­ лалары, төрлө күмәк йыр, бейеү, байрам күренештәрен дә сәхнәләштерәләр.

20

– Мин үҙем йырҙар яҙам. Өйрәнәбеҙ ҙә бергәләп йыр­ лайбыҙ, – ти Рауза Мозафар ҡыҙы Рәхимова. – Электән   дә таҡмаҡтар сығарырға ярата инем. Йәшерәк саҡта, 50 – 60-сы йылдарҙа, кискелеккә уйынға сығыр алдынан һәр кемгә төртмә таҡмаҡтар уйлап, аҙаҡ бергәләшеп йырлап, бейеп, күңел асып ҡайта инек. – Ансамблдең исемен «Сәң­ кем» тип атағанһығыҙ… – Эйе, нисек тә үҙебеҙҙең ерһыуҙарыбыҙҙың бороңғо ата­ маларын тарихта ҡалдырырға ниәтләп, шулай атаныҡ. Элек ауылыбыҙҙың исеме Сәңкем булған. Шулай уҡ Күркәтау, Урмантау, Тырматау, Яман­ тауҙарға бағышланған йыр­ ҙарыбыҙ бар. Теләгебеҙ – ауыл­ дың данын күтәреү, – ти Рауза апай.Тәүәкән – Башҡортостан тарихында тәүге Президенты­ быҙҙың тыуған ауылы булараҡ та иҫтәлекле урын биләп то­ роуын һәр кем ғорурлыҡ менән һөйләй бында. Шуға ла был төбәккә килгән ҡунаҡтарҙы ла иң тәүҙә, балитәкле күркәм күлдәктәрен кейеп, икмәк-тоҙ менән дәртле таҡмаҡтар йыр­ лап, «Сәңкем»дәр ҡаршы ала. – Башҡа бармам, ҡартайҙым, тип ултырам да өйҙә, ошонда килһәм дәртләнеп, йәшәреп китәм, – ти 74 йәш менән барған Миңзифа Әбдрәхимо­ ва. Уның атаһы – Яхин Сәрүәр Йәләлетдин улы ла, әсәһе – Фа­ тима Нәбиулла ҡыҙы ла йырсы була. Рауза апай менән бергә һәр таҡмаҡтың көйөн хәтерләп, йәштәргә өйрәтә. Алты ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон ҡарап өйрәнгән апай бөгөн дә тик ултырмай: шәлен дә бәйләй, һыйыр һауып, һөтөн дә эшкәртергә өлгөрә. «Сәңкем»гә үҙенең һеңлеһе Нәҡиә Вәлитованы саҡырған. Һөт эшкәртеү цехында эшләп йөрөһә лә репетицияларҙы ҡал­ дырмаҫҡа тырыша ул.


Республика йылы

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамблендә йәше лә ҡарты ла ҡатнаша. (Юлдыбай ауыл биләмәһе)

– Инәйҙәребеҙ – йөҙөк ҡа­шы­ быҙ, – ти бөгөнгө көндә коллек­ тивты етәкләгән Гөлдәр Мөх­тәр ҡыҙы Әбдрәхимова. – Һәр бе­ реһе ижадсы. Бәйет, ҡобайырҙар яҙалар. Йәш бы­уынға ла ошо йырҙарҙы ҡалдырыу өсөн күптән түгел «Күнйәп» балалар фольк­ лор ансамблен булдырҙыҡ. 7–10 йәшлектәрҙе йыйҙыҡ. Күберәк «Ҡарабай», «Любизар», «ПортАртур» кеүек халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтар өйрәнәбеҙ. Ауыл килендәрен бергә туплап «Ки­ лендәр» вокаль ансамблен дә ойошторҙоҡ. Ауылды буйлатып аҡҡан Күнйәп йылғаһы халыҡтың һыуһынын ҡандырһа, инәй-апай, балаларҙың йыр-моңдары күңел үҙәндәрен моңға һуғара. Воскресенск, Шевченко Ауыл мәҙәниәт йорттарында украин халҡының үҙенсәлекле йыр-бейеүҙәре йыш ишетелә, Күгәрсен ауылында иһә «Рай­ хан» татар вокаль ансамбле

бар. Йыл һайын «Масленица», «Троица», «Покров көнө», «Ҡышты оҙатыу», «Ҡаҙ өмәһе», Ҡорбан байрам, Ураҙа-байрам, Раштыуа кеүек дини һәм мил­ ли байрамдар үткәрелә. «Беҙ глобаль система сиктәрендә үҫәбеҙ һәм Рәсәй дәүләте­ нең айырылғы­һыҙ   өлөшө бу­ лып торабыҙ. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте илдең рухи киңлеген булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙ көслө, то­ тороҡло, иҡтисади яҡтан алға киткән Рәсәйҙә йәшәргә те­ ләйбеҙ. Һәр халыҡтың, һәр граждандың хоҡуҡтары һәм ҡиммәттәре ихтирам ителгән дәүләттә. Йәмғиәтебеҙҙең ижади көсө – ошо ынтылышта», – тигән мәғәнәле юлдар бар Мортаза Рәхимовтың Ҡорол­ тайға мөрәжәғәтендә лә. – Беҙҙең ансамблдә башлыса уҡытыусы, тәрбиәсе, пенсио­ нерҙар. Наталья Вәхитова, Оль­ га Аббашева, Ләлә Шәфиева,

21

Наталья Дмитриева, Наталья Черновалар инде балаларын да килтерә башланы. Аббашева­ ның улы Егор, Вәхитовтарҙың 4 йәшлек Искәндәре, Тимурҙары ла йырлаша, – ти «Рус йыры» ансамбле етәксеһе Эль­вира Төхвәтуллина. «Черема» фольклор ан­ самбленең сығыштарын һәр ҡайҙа йылы ҡаршылайҙар. Быуат төпкөлөнән килгән моңдо бөтә нескәлегендә бөгөнгө сәхнәнән яңғыратыусы «Чере­ ма»лар,   беҙ күңелебеҙҙе байы­ тыр өсөн йыр­лайбыҙ, тиҙәр. 25 йыл элек Подгорный ауылында ойошторолған был коллектив­ тың иң олоһо – Матвеюшкина Таисияға 73 йәш. Вера Яковле­ ва, Нина Корнева, Валя Гузее­ ва, Анна Горяминская, Галина Букина, Таня Заверткиналар ҙа инде тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен ансамблдә йырлап үткәргән. «ТАМАША» №3 – 2010


Республика йылы Бик кәрәк беҙгә йәш һәм оло быуын араһындағы моңло күперҙәр. Моң аша тәрбиәләү һәр дәүерҙә лә һөҙөмтәле бул­ ған. Тап ошо инәй-апайҙарҙы бөгөн мәктәптәргә, мәҙәниәт, әхлаҡи тәрбиә буйынса асыҡ дәрестәргә саҡыралар. Тап улар ярҙамында беҙ илебеҙ тари­х��н яҡшыраҡ аңлайбыҙ. Бер теләгем бар: ҡайҙа ғына ойошторол­һа ла, фольклор ансамблдәренең эше сәхнәләге сығыш менән генә сикләнмәһен, боронғо йырҙарҙы яҙып ҡалдырыу, ерһыу, ауыл тарихын өйрәнеүҙе лә хәстәрләһәләр ине.

«Агитбригада» һүҙен онотманығыҙмы? Юҡ, онотоу ғына түгел, башҡа райондар көнләшерлек итеп йәнләндереп тә ебәргән күгәрсендәр. Район мәҙәниәт йортонда Агитация концерт бригадаһы булдырылған.

Етәк­­сеһе Нәғим Нуриманов үҙе бер табыш – йырсы, ҡурай­ сы, композитор, һүҙ оҫтаһы ғына түгел, музыкаль оран­ жировщик та. Күп   йырҙарға фонограмма яҙған. Ул ижад иткән йырҙарҙы әленән-әле Башҡортостан радиоһынан тап­ш ыралар. Күптән түгел район администрация­һ ы ме­ нән мәҙәниәт бүлеге Нәғим Нуримановтың үҙе башҡарған йырҙарын туплап DV D-диск сығарырға килешкән. Тамаша­ сылар йыш һорай, өйрәнергә теләй икән уның йырҙарын. Хәтеремдә, ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китап­ ханала эшләгәндә миңә лә шулай ферма, машина-техни­ ка мастерскойҙарына барып, һауынсы, эшселәргә газета, китаптар килтереп, ял иткән мәлдәрендә бер аҙ ғына район, республика яңылыҡтары менән таныштырып, ураҡ, йә сәсеү ваҡытында яландарҙа ҡыҫҡа

концерттар күрһәтеп йөрөргә тура килгәйне. Нисек йылы ҡаршы ала торғайнылар беҙҙе! Ә бөгөн күп ерҙә ошо матур һәм файҙалы эш туҡталып ҡалған. Бер ҡараһаң, хәҙер һәр кемдә телевизор, радио бар   – мәғлүмәт етерлек һымаҡ, ә төптән уйлағанда, агитбригада сығышы – ул хеҙмәт кешеләре менән йәнле аралашыу, күңелгә яҡын темаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, хеҙмәтте ихтирам итеү билдәһе. Йәнә лә бер маҡтаулы күре­ нешкә туҡтағым килә. Йыр­ ларға яратыусы ир-егеттәр һәр ҡайҙа етерлектер. Әммә күгәрсендә уларҙы ансамблгә туплап сәхнәгә күтәргәндәр! Турецкий хоры кимәленә үк күтәрелмәһәләр ҙә, иң мөһиме  – ыңғай үрнәк. Күрегеҙ, һоҡланығыҙ – бер сәхнә булып һөлөктәй сибәр, эштә лә һынат­ маған ир-егеттәр сығып баҫып дәртле йырҙар башҡара!

«Йырлап күңелебеҙ күтәрелә!» – тиҙәр Новохвалынск ауыл мәҙәниәт йорто ир-егеттәр вокал ансамблендә. «ТАМАША» №3 – 2010

22


Республика йылы

«Беҙҙең тормош – тиҙләтелгән кино һымаҡ» Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллина әйтеүенсә, мәҙә­ ниәткә хеҙмәт итеүҙе ғүмер­ лек һөнәргә әйләндергәндәргә фиҙаҡәрлек хас. Башҡалар   ял иткәндә һин эшләйһең. Ә башҡалар эшләгәндә… һин һа­ ман эшләйһең. Ҡасан  ял итәләр һуң мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре? – Көн һайын эшебеҙ иртәнге 8-ҙә башлана. Кискеһен дә йыш ҡына концерт әҙерләргә, йә ҡарарға тура килә. Өйгә киске 11, 12-һеҙ ҡайтып та инмәйһең. Шәмбе лә эш көнө. Ҡайһы берҙә, әгәр байрам, йә берәй ҙур концерт булмаһа, беҙгә йәкшәмбе, ауылдағыларға дү­ шәмбе генә ял эләгә, – ти ул.  – Эшебеҙҙең халыҡҡа кәрәк икәнен тойғанға, үкенмәйбеҙ. Күгәрсен район үҙәге Мо­ раҡ ауылында район мәҙәниәт йорто ла, ауыл мәҙәниәт йор­ то ла уңышлы эшләп килә. Бигерәк тә бейеү, йыр кол­ лективтары республикала та­ нылыу яулап өлгөргән. Район мәҙәниәт йортонда ла, З.  Бии­ шева исемендәге Мораҡ ба­ лалар сәнғәт мәктәбендә лә ҡурайсы, бейеүсе, йырсылар әҙерләүгә күп көс түгәләр. Әле телгә алынғандарынан тыш Халыҡ исеме алған Ве­ терандар хоры (етәксеһе Т. Ишемғолов), Тынлы оркестр (етәксеһе Р.   Мәүлетҡолов),

«Вдохновение» (В. Ракитина), «Миләш» (Ф. Кәримова) во­ кал ансамбле, Башҡорт театры (Р. Алламоратов), «Моңдаръя» халыҡ инструменттары (З.  На­ зарғолова), ҡурайсылар ан­ самбле (Ю.   Ҡыҙрасов) менән хаҡлы ғорурланалар районда. «Өлгөлө» исемен йыл һайын һөҙөмтәле эштәре менән раҫ­ лаған «Гөрләүек» бейеү кол­ лективы (А.  Исҡужин), ҡурай­ сылар ансамбле (Йомағужа ауылы, И.  Юлмөхәмәтов), «Күгәрсен тиктормаҫтары» ба­ лалар ансамбле (Ф. Кәримова), «Сулпан» (Р. Уразаева), «Гү­зәл» (Мәҡсүт ауылы, Р. Әбүбәки­ ров) бейеү ансамблдәре лә маҡтауға лайыҡ. Балалар ара­ һында «Байыҡ» республика бейеү фес­тиваленең үткән йыл кү­гәрсен ерендә уҙғарылыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Киләсәктә лә күгәрсендәр мәҙәниәткә иғтибарын кәмет­ мәҫ. Бында кадрҙар әҙерләү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләйҙәр. Һәләтлеләргә йыл һайын төрлө уҡыу йорттарына махсус йүнәлтмә бирелә. 2009 йылда ғына шулай 31 кеше йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән. Бөгөнгө көндә бөтәһе 66 студент, баш­ лыса Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы мәҙәни уҡыу йорттарында белем ала. – Әле Италиянан сифатлы баян көтәбеҙ. Унда уйнарлыҡ һәләтле белгесебеҙ – Башҡор­ тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретди­ новыбыҙ бар. Йыл һайын сират­ лап йыр, бейеү коллективтары­на сәхнә кейемдәре тектерәбеҙ,   – ти Рәмзиә Рауил ҡыҙы.

23

Мәҙәниәтте үҫтереүҙе ал­ дан ҡайғыртыу, Башҡортоста­ ныбыҙҙың төрлө райондарын­ да, хатта төпкөл ауылдарҙа ла мәрмәр иҙән, көҙгөлө түшәм­ дәре балҡыған мәҙәниәт йорт­ тары төҙөтөү, йәки төҙөкләнде­ реүгә ҙур әһәмиәт биргән хөкүмәтебеҙҙең тырышлығы халыҡтың рухи халәтен байы­ тыуға булыша. «Беҙҙең стра­ тегия – буласаҡ Башҡорто­ стандың сифат йәһәтенән яңы образын булдырыу. Әммә бы­ ның өсөн тәүәккәл рәүештә халҡыбыҙ­ҙың ижади, интеллек­ туаль ҡеүәтен эшкә ҡушырға кәрәк», – тип юҡҡа әйтмәгән Президентыбыҙ. Тап бына шул халҡыбыҙҙың ижади ҡеүәтен үҫтереү, мәҙәни, рухи йәһәттән бөгөнгө илебеҙҙе тағы ла йән­ лерәк, йәмлерәк итеүсе яңы быуынды тәрбиәләүҙә үҙеш­ мәкәрҙәр сәнғәт коллектив­ тарының өлөшө ҙур. Ә ин­ де ҙур йылғаның кескәй шиш­мәнән, ә оло сәнғәткә юл үҙешмәкәрлектән башланыуын иҫтә тотһаҡ, был эштәрҙең әһәмиәте бермә-бер арта. … Бына баҡса мәле етә. Кискистәрен кешеләр үҙ йорттары­ на ҡайтып, баҡса мәшәҡәттәре менән була. Ә күршеләге берәү матур күлдәктәрен кейеп, би­ҙәнеп-яһанып, йорт эштәрен йәһәт кенә эшләй һалып, ашыға-йүгерә урамƒа сыƒа. Ҡайҙа китте икән был, тип аптырайһығыҙ­мы? Уны Мәҙәниәт йортонда йыр-моң, бейеү ҡомары менән янған та­ ныштары, дуҫтары көтә. Ышан­ майһығыҙмы? Әйҙә киттек бергә. Үҙегеҙ күрерһегеҙ!

«ТАМАША» №3 – 2010


уҡытыусы йылы 2010

Сәнғәткә һөйөү уята Ә. Ә. Искәндәрова – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе (2001 й.), Рәсәй Федерацияһы уҡытыусылары конкурсының «Иң яҡшы уҡытыусы» номинацияһында еңеүсе (2007 й.), «Башҡортостан Республика­һының мәғариф отличнигы» (2009 й.) Өфө ҡалаһының 140-сы гимназияһына инеү менән мәктәп биҙәлеше, милләткә һөйөүҙең ысын мәғәнәһендә булыуы күҙгә ташлана. Бында ижади рухлы уҡытыусылар эшләй, улар араһында Рәсәй Федерацияһы президенты Грантына эйә булыусылар, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғылары, фән кандидаттары бар. Рәсәй кимәлендә гимназия ике тапҡыр «Йыл мәктәбе» исемен яулай. «Быйыл мәктәп ЮНЕСКО ойошторған бер нисә семинарҙа ҡатнашып, уҡыусылар үҙҙәрен эҙләнеүселәр ролендә һынап ҡарай, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәнә, ЮНЕСКО проекттары буйынса эшләп, Рәсәй Федерацияһының төрлө ҡалаларында сессияларҙа ҡатнаша. Гимназияла 15 төрлө түңәрәк эшләй. Сәсәндәр бәйгеһе йыл да үткәрелеп тора. Уҡыусылар мәктәп, район, республика һәм унан ситтә үткәрелгән һәр сарала, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. «Байрам» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле – гимназиябыҙ ғорурлығы», – ти гимназия директоры И.Н.Бикҡолов. Әле яңы ғына был вазифаға тәғәйенләнеүенә ҡарамаҫтан, башкөллө эшкә сумған, төрлө пландар менән янып йөрөй. Уңыштар теләйек уға. Мәктәптең ошондай ҙур уңыштар яулауы уҡытыусылар­ ҙың фиҙаšәр хеҙмәтенең еме«ТАМАША» №3 – 2010

ше, ә халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашыуында иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.  Ә.  Искәндәрованың ты­рышлығы, уның һәр эшкә ижади ҡарашта булыуының һөҙөмтәһе. Дәрестәр тамамланған ине. Төрлө синыфтарҙан йыйыл­ ған, балалар көлөшә-көлөшә, уҡытыусылары Әлфирә Искән­ дә­рова, Гүзәл Солтанова, Гөлназ Йомалиналар етәкселе­ гендә – этнография музейын­ да тирмә асыу тантанаһына әҙерләнә. Сценарий буйынса ха­ лыҡ йырҙары, бейеүҙәре, ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын к¢рhºтеn, милли ризыҡтар менән табын да ойоштормаҡсылар. Репе­ тиция тамамлана. Уҡыусылар өйҙәренә ҡайтырға ашыҡмай, йыр-бейеүҙәрҙе үҙаллы ҡабат­ ларға керешә. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары­ ның методик берекмә етәксеһе Әлфирә Әнүәр ҡыҙы гимнази­ старҙың, «Сәсәндәр бәйгеһе», спорт ярыштары, кеүек һәр са­ раға ихлас йөрөүҙәре тураһын­ да һөйләй. Йыл да, милли йола­ ларҙы һаҡлау, төрлө милләттәр араһында бәйләнеш булдырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропа­ гандалау, милли спорт төрҙәрен таратыу маҡсатында үткәрелгән

24

Ә.Ә. Искәндәрова

һабантуй байрамын олоһо ла, кесеһе лә һағынып көтөп ала. Балалар милли уйындарҙы ҡат­ нашып-күреп белә. Ысынлап та, был мәктәптә уҡыусыларҙың үҙ халҡының ижадын белергә, өйрәнергә теләүҙәренең сәбәбе ниҙә һуң? Уҡытыусылалыр, тим. Әлфирә Әнүәр ҡыҙы – үҙе сәнғәт яра­ тыусы, йәш сағынан уҡ, бына инде хәҙер утыҙға яҡын йыл мәктәптә эшләп күп сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Халыҡ ижа­ дын пропагандалауҙа, йыр һәм бейеү буйынса үткәрелгән кон­ курс-фестивалдәрҙә призлы урындар яулаған уҡытыусы ғына уҡыусыларҙы ла ижадҡа йәлеп итә алалыр. Ә уның уҡыусылары – ябай тамашасы ғына түгел, улар байрамдарҙа, бөтә сараларҙа туранан-тура ҡатнаша, ә был улар күңелендә, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡһыныу уята. Тимәк, уҡыусы бала милләт ҡиммәттәрен үҙ итә, уны белә, киләсәктә һаҡлаусы, таратыу­ сы ла була ала. Сәриә Ишемғолова.


Пьеса

Суфиян Поварисов

Кәрлә йондоҙ Өс шаршаулы комедия (С¿лºймºн Латипов эшкºрткºн вариант) Ҡатнашалар: Ҡояш Лисанова – абитуриент. Ноғман Лисанов – леспромхоз директоры. Йондоҙ – абитуриент. Кәллә – склад мөдире. Мәпти – уның ҡатыны. Харисов Булат Нәбиевич – институт ректоры. Хәбиров Мөхәл Шакирович – тарих фәндәре кандидаты, доцент.

Сарбаев – ассистент. Хәсәнова Асия Ғәҙеловна – инглиз теле уҡытыу­ сыһы. Сорокин Василий Иванович – трест управляю­ щийы. Дәриғә Светлана абитуриенттар. Әнәс Камил

Беренсе күренеш

йөрөтә. Тимәк, һин – кәрлә йондоҙ, һары кәрлә... Ҡояш. Ә Ерҙе йондоҙ түгел, ҡояш йылыта! Йондоҙ. (Шаярышалар. Ҡояш баҡсаға инеп китә, Йондоҙ уҡый.) Бер үк төрлө күрһәткесле тамырҙарҙы бүлеү өсөн, тамыр аҫты күрһәткестәрен... Алгебра­ ның бер ҡағиҙәһендә генә күпме тамыр һүҙе бар. Хәйер, бөтә нәмә тамырлы. Ҡояш (сыға, артына алмалар йәшергән). Әйт: нисә алма? Әгәр дөрөҫ әйтмәһәң, һиңә яза. Йондоҙ. Ниндәй? Ҡояш. Иртәгә тарихтан «биш» алып сығыуым­ ды букет менән ҡаршылайһың. Йондоҙ. Шул да булдымы ауырлыҡ? Ҡояш. Һеҙҙең ише ауыл сәүкәләренә ундай культураны өйрәтергә кәрәк. Йондоҙ. Беҙ ҡараңғы ауылдан түгел: райү­ҙәктән - ҡаланан ҡалышмайбыҙ. Ҡояш. Әйт, нисәү? Йондоҙ. Икебеҙгә икәү. Ҡояш. Яңылыштың!.. (Өс алма сығара.) Йәнең теләгәнен, гигант йондоҙҡайым.

}

Йәйге көн. Артҡы планда Кәллә йорто. Уң яҡта – һарай – «Волга» урыны. Шул яҡта ихатаға инеү ҡапҡаһы. Тәҙрә төбөндә – гөл. Ғөмүмән, йорт емеш ағастары эсендә. Шаршау асылғанда, өҫтәл артында Ҡояш менән Йондоҙ имтиханға әҙерләнеп ултыра. Ҡояштың күҙе әле баш осондағы алмаларҙа, әле Йондоҙҙа, әле зәңгәр күктә.

Ҡояш. Шулай, Йондоҙ, мин, йәғни абитуриент Лисанова, биш минуттан студентка!.. Ә тағы биш йылдан – атҡаҙанған филолог-телсе, әҙәбиәтсе!.. Исемем дә есемгә тура килә: «лисан» ғәрәпсә «тел» тигән һүҙ. Йондоҙ. Атҡаҙанған телсе булғас, «йондоҙ» һүҙенең мәғәнәһен аңлат. (Пауза.) Әһә, белмәйһең... «Йондоҙ» һүҙе ике киҫәктән тора: йолтөҫ, йәки юлтөҙ, икенсе төрлө әйтһәк, төҙ юл. Ҡояш. Ҡара әле, беҙҙең исемдәр – яҡтылыҡ, ма­ турлыҡ билдәһе: Ҡояш, Йондоҙ!.. Тик һин түбән. Ҡояш ҙур, балҡып тора. Ә һин – бер нөктә. (Көлә.) Йондоҙ. Антарес йондоҙо ҡояштан 480 тапҡырға ҙур. Ә Канопус йондоҙо ҡояшҡа ҡарағанда 80 мең тапҡыр артыҡ йылы бирә. Ҡояш. Ә ниңә улар бәләкәй күренә? Йондоҙ. Ҡояш бит яҡын. Уның нурҙары ергә һигеҙ минутта килеп етә. Ғаләмдә гигант йон­ доҙҙар, кәрлә йондоҙҙар бар. Антарес һәм Канопус менән сағыштырғанда, Ҡояш – кәрлә йондоҙ. Ас­ трономдар уны «Кәрлә йондоҙ», «Һары кәрлә» тип

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов (1924 й.) Илеш районында тыуған. Тел белгесе, яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу әҙәби әҫәр баҫып сығарған. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

25

«ТАМАША» №3 – 2010


Пьеса Сарбаев. Әмир. Ҡояш. Ҡояш. (Күрешәләр.) Сарбаев. Ҡояш?! Хәбиров. Ә был ҡусты? Йондоҙ. Йондоҙ. Абитуриент. Сарбаев. Бында Ҡояш та Йондоҙ!.. Ҡыҙҙыра башлаһалар, көйөргә мөмкин. (Көлөшәләр.) Ҡояш. Бер мәктәптә уҡыныҡ... Сарбаев. Йәшлек дуҫы була инде? Хәбиров. Ошо ҡыҙ иртәгә һиңә тарихтан имти­ хан бирәсәк. Икенсе төркөм... Ҡарап ҡал... Сарбаев. Күрҙек. Һоҡландыҡ. Бындай сибәр ҡыҙҙың килеүе шатлыҡ. Имтиханға әҙерлән­гән­ һеңдер?

Йондоҙ (бер алманы Ҡояшҡа бирә, икенсеһен үҙе ала, өсөнсөһөн кәрзингә ҡуя). Береһе артыҡ. (Алма ашай-ашай уҡыйҙар.) Ҡояш. Йондоҙ!.. Канопус!.. (Йондоҙ өндәшмәй.) Һин галактикаларға осмаҡсыһың. Шуға астроно­ мия бүлегенә бараһың. Ә үҙең математиканан «өс» алғанһың. «Өс» менән институт ишегенә яҡын да ебәрмәйәсәктәр. Йондоҙ. Уҡыйыҡ... Ҡояш. Ун йыл буйы… икс, игрек... Тағы биш йыл ҡағыҙ туҙаны… Йондоҙ. Уҡыма. Ҡояш. Фермала сусҡа бысрағы таҙартып йөрөгө килмәй. Йондоҙ. Үҙең, әйҙә, минең фатирға, унда тыныс, баҡса бар, тинең. Ҡайҙа тыныслыҡ?.. Үҙең еңел генә «биш» алып йөрөгәс тә... Ҡояш. Хәҙер, сихырлайым. (Күҙен йомоп, бармаҡтарын бер-береһенә килтерә.)

Кәллә менән Мәпти сыға.

Кәллә. Үткер ҡыҙ ул. Исеме лә Ҡояш, үҙе лә балҡып тора. Хәбиров. Ә был – мин әйткән Сарбаев иптәш. Кәллә. Бик мәғҡүл. (Ҡул бирә.) Ҡунаҡ килә, көлөп килә, көлөп килә, белеп килә, белеп килә ҡәҙерен һәм табындың әҙерен, юлығыҙға аҡ йәймә, өйгә инәйек, әйҙә!.. (Көлөшәләр.)

Йондоҙ уның бармаҡтарын бер-береһенә тейҙерә. «Биш!..», тип шаярышалар. Кәллә менән Мәпти ҡайта. Ҡулдарында – сумка.

Кәллә (ҡулъяулыҡ менән һөртөнә). Һандуғастай һайраштыҡ, имтиханда «ике» алдыҡ... Ҡояш. Ауыҙыңдан ел алһын, Кәллә ағай, беҙ си­ хырланыҡ: икебеҙгә лә «биш» сыҡты. Кәллә. Уҡыным ҡыҫып теште, сәлдерҙем «биш»те. Мәпти. Баш бар бит ул Кәлләлә. Ҡояш. Баш, Мәптуха апай, икәү булһа, бигерәк шәп: береһе белмәһә, икенсеһе ярҙам итер ине. (Көлөшәләр.) Кәллә. Ярай, йәштәр, уҡығыҙ. Баш күп булһа, донъя рәте китә, бер-береһен өйрәтә башлайҙар. Хәҙер ҡунаҡтар килә. Мәпти!.. Табын!.. Мәпти. Табын, уныһы, Мәскәүски ресторанға биргеһеҙ булыр. (Инеп китәләр.) Йондоҙ. Мөфти тиме? Ҡояш (көлөп). Мәптуха тигәнде ҡыҫҡартып, Мәпти, ҡайһы саҡ Мәфти, Мөфти тип тә ебәрә. Ҡыҙыҡ ул Кәллә ағай. Йондоҙ. Кәллә? Ҡояш (көлөп). Уныһын Мәптуха апай ҡыҫҡартҡан. Ысын исеме – Кәлимулла. Йондоҙ. Ярай, беҙ ҙә ҡыҫҡартайыҡ. Мин китәйем. Ҡояш. Ҡайҙа? Йондоҙ. Алыҫ галактикаға.

Кәллә менән Мәпти ҡунаҡтарҙың бер алдына, бер артына сыға. Хәбиров, Сарбаев, Кәллә баҡсаға үтә, Мәпти өйгә инә.

Йондоҙ. Ошомо һин әйткән даими ҡунаҡтар? Ҡояш. Уларҙың береһе генә даими, ҡалғандары алмашынып тора. Хәбиров сыға.

Хәбиров. Ҡояш! (Ҡояш йүгереп китмәксе була. Хәбиров уны ҡултыҡлап ала, Йондоҙға латинса һүҙҙәр әйтә.) Латинса әйткәндә... Адолескенс адверсус амбуло амо. (Ҡояшты баҡсаға алып инеп китә.) Йондоҙ. Амо... баҡса амо... киткән амо... (Китаптарын йыйыштыра.) Өс алма. Береһе – артыҡ. Әйтәм, ауыл сәүкәһе, ти. Килә һалып ҡала сәүкәһе табып өлгөргән. Их, кәрлә йондоҙ!.. (Сығып китә.) Мәпти сығып, уң яҡ баҡсаға үтә, бер аҙҙан йәшел һуған алып инә.

Мәпти. Был Кәллә... Кермәгән тишеге, сыҡмаған ишеге юҡ. Ҡалалағы йыйын түрә беҙ­ҙең өйҙә. На­ чальнигы-мәчәлнигы, замы-самы... Ҡысҡыра-ҡысҡыра Кәллә инә.

Ҡапҡанан Хәбиров менән Сарбаев инә. Хәбиров үҙен бик ғорур тота. Сарбаевта ул һиҙелмәй.

Кәллә. Мәпти!.. Мәпти!.. Мөфти!.. Мәпти. Теге көндө уҡымаған доғам ҡалманы. Һәм Ҡояш «биш» эләктереп тә ҡайтты. Кәллә. Һай, алла ҡоло!.. Ҡоро теләк – ҡоро ҡашыҡ. Алла түгел, Кәллә саба бында.

Ҡояш. Хуш киләһегеҙ, Мөхәл Шакирович!.. Хәбиров. Һаумы, аҡыллым!.. (Ҡояштың ҡулын ҡыҫа.) Таныш булығыҙ!..

«ТАМАША» №3 – 2010

26


пьеса Хәбиров. Ләкин ҡыҙыл алманың ҡыҙыллығы йәшел яҡҡа ла тиҙ таралған кеүек, ҡыҙыл кеше янын­ да йөрөгән йәшел кеше лә тиҙ ҡыҙара. (Көлөшәләр.) Амор, амыкитиа – аурум. Ҡояш. Һеҙ күп тел беләһегеҙ. Хәбиров. Тел иҫ киткес ҡыҙыҡ фән. Әйтәйек, француз теле боронғо латин теленән үҫеп сыҡҡан. Тик әлеге француз һөйләшендә боронғо латин те­ ленең әҫәре лә юҡ. Ҡояш. Һеҙ мине тел фәненә тамам ғашиҡ итте­ геҙ. Тиҙерәк инәһе ине лә, бөтәһен дә беләһе ине. Хәбиров. Мин һеҙҙең бәхет өсөн көрәшеүсе шәхес. (Ҡояштың ҡулынан тота.) Ҡояш (уның ҡулынан ысҡынып). Йондоҙ! (Ҡапҡаға йүгерә, асып ҡарай ҙа кире яба.) Киткән... Хәбиров (Ҡояшты ҡултыҡлап). Атылғандыр. Йондоҙ атылыусан була. Ҡояш. Был атыла торған түгел. Гигант йондоҙ! Хәбиров. Ярай... Кискә ниндәй пландар ҡорғай­ ның... Ҡояш. «Тарих» ты кимерәм!... Хәбиров. Ташла шуны. «Биш» етәме һиңә? Ҡояш. Бәләкәй, кәрлә генә «биш» тә етә... Хәбиров. Кис сәғәт һигеҙҙә кинотеатр янында көтәм. Килештекме? Өндәшмәү – риза тигән һүҙ. (Уның ҡулын ҡыҫа.)

Мәпти. Тәүбә, тиең, бер әйттем, биш ҡайттым, тиең. Кәллә. Ярай, тәүбә, тәү килде, беҙгә ҡунаҡтар килде, селедкаң алда – аша Миңнулла, картуф жәренни – һиңә йәлме ни... Мәпти. Тағы нимә кәрәк? Инде йәндәрем сыға бит был дәтсинде һыйлап. Кәллә. Шул һүҙеңде кеше алдында әйтмә. До­ цент, тиең, наҙан! Мәпти. Датсиндар араһында буталып, грамут­ най булдыңмы. Кәллә. Һәр хәлдә һин түгел. Мәпти. Мине кәмһетмә, Кәллә. Беҙ ҙә тома наҙан түгел – ике класс бөттөм. Көлмә!.. Үҙеңдең белемең дүрт класс икәнен онотма... Кәллә. Кәллә, покрайнимире, миллиондар менән эш итә. Завсклад, не шутка! Мәпти (бөйөрөнә таяна). Һуған, һарымһаҡ һа­ тып һалған йорт был. Һуған һатырға ла сослоҡ кәрәк. Кәллә. Ярай инде, икенсе көйгә төшәйек. Бы­ ныһы Ноғман бажа хөрмәтенә. Ул «Волга» алырға ярҙам итте, йорт һалырға бүрәнә бирҙе. Байрам ашы – ҡара ҡаршы булырға тейеш, Мәпти! Ҡояш инһә?!. Мәпти. Ноғман еҙнәнән биш йөҙҙө эләктерәбеҙ... Кәллә. Биш йөҙ?.. Мең тип һөйләш... Мәпти. Ә инә алмаһа? Кәллә. Ҡыҙыҡ һин, Мәпти!.. Ҡасан Кәлләнең барып сыҡмағаны бар? Мәпти. Аҡсаны күп түгәһең!.. Уйламай тото­ наһыңмы әллә? Кәллә. Шунһыҙ булмай, Мәпти! Донъя шуға ҡоролған. Бушҡа берәү ҙә теркелдәмәй. Мәпти. Гел кеше туйҙырып булмаҫ, үҙ кеҫәңде лә самала. Кәллә. Ярай, табынға йүнле нәмә ҡуй әле. (Үбеп ала.) Мәпти. Абау, мөхәббәтһеҙ!.. (Уға һуғып инеп китә.) Кәллә. Эй ҡылансыҡ та инде, Кәлләү тигән була. (Мәптисә ҡылана.) Туҡта!.. Кәллә... Кәли-мулла... мулла... Мин мулла икәнмен дә!.. Гел изгеләр икән был йортта... Беребеҙ – мөфти, беребеҙ – мулла... (Өйгә инә.)

Сарбаев сыға. Ҡояш инеп китә.

Сарбаев. Дача... Хәбиров. Тәбиғәтте һин дә яратаһың. Ә үҙең килмәҫкә тартҡылаштың. Сарбаев. Ваҡыт тығыҙ, Мөхәл Шакирович, дис­ сертацияны бөтөрөргә ине. Хәбиров. Ҡояштың эше һәйбәт бара. Ике фәндән «биш» алды. Тарихтан «биш» ҡуйһаң, сит телдән «өс» тә етә. Сарбаев. Һуң... Уныһын... ҡарарбыҙ инде... Хәбиров. Шәпме? Сарбаев. Ҡыҙмы? Хәбиров. Тәбиғәт. Сарбаев. Насар түгел. Хәбиров. Әллә күңелеңә ҡыҙ ҙа оҡшаймы? Кәллә сыға.

Кәллә. Йә, ҡунаҡтар, таба табында, һабы янын­ да, ҡалъя ҡаҙанда, ҡайнай һаман да, икмәк өҫтәлдә, бөтһә өҫтәлә... Рәхим итегеҙ!.. (Көлөшәләр.) Хәбиров. Бына шулай: беҙҙең Кәллә ағай – ут! Сарбаев. Кәллә?! Кәллә. «Кәллә» – үзбәксә «баш» тигән һүҙ. Башлы булһын өсөн шундай исем ҡушылған... (Көлөшәләр.)

Ҡояш менән Мөхәл баҡсанан сығалар. Мөхәл бер ҡулы менән Ҡояшты ҡултыҡлаған, икенсе ҡулында алма уйната.

Хәбиров. Алманың ярты яғы бешкән, ә икенсе яғы… йәм-йәшел. Ҡояш. Ә ниңә бер юлы бешмәй? Хәбиров. Тәбиғәт законы, аҡыллым! Кешеләр ҙә шулай, берәү бешеп өлгөрә – ҡып-ҡыҙыл. Ә икенсеһе... Ҡояш. Йәм-йәшел... (Көлөшәләр.)

Мәпти сыға.

Мәпти. Кәлләү!

27

«ТАМАША» №3 – 2010


пьеса Кәллә. Әү! Мәпти. Алып ин ҡунаҡтарҙы. Кәллә. Һыйламаға һыйың булмаһа, һыйпамаға телең булһын, ултырырға түрең булмаһа, ишек төбөнән урын булһын. Көлөшә-көлөшә өйгә инәләр. Ут һүнә. Ут ҡабынғанда, Кәллә Ҡояштың имтиханға әҙерләнеп ултыра торған өҫтәле янында сынйыр бәйләй. Бер аҙҙан, һикергеләй-һикергеләй, Ҡояш сыға. Кәлләне күргәс, туҡтап ҡала.

Кәллә. Һайыҫҡан тағы сығып тайырға самалай. Туҡта!.. Ҡояш (ҡурҡып). Ай!.. Кәллә. Ҡайҙа бараһың? Ҡояш. Ленинград артистары килгән, Кәллә ағай! Кәллә. Имтиханға әҙерһеңме? Ҡояш. Бына, бер сумаҙан китап, Кәллә ағай! Кәллә. Имтиханды сумаҙан бирмәй, һин би­ рәһең. Ҡояш. Мин, Кәллә ағай, мин. Кәллә. Ул китаптар хәҙер сумаҙанда түгел, баш­ та булырға тейеш. Ҡояш. Минең баш китап сумаҙаны түгел бит. Кәллә. Бер сумаҙан китапты ла башыңа һыйҙыра алмағас, ни бысағыма уҡып йөрөйһөң? Ҡояш. Ниндәй сынйыр ул, Кәллә ағай? Кәллә. Эт сынйыры. Овчарка алып ҡайтам да, ошонда бәйләп ҡуям. Ҡояш. Һуң... Минең имтиханға әҙерләнә торған урын бит ул. Кәллә. Һине һаҡлап ятыр өсөн алып ҡайтам да инде ул овчарканы. Ҡулыңа китап тотоп, өсәр сәғәт ҡаҡланып ултырырһың. Китабыңды өҫтәлгә ҡуя башланыңмы, овчарка: «Һам, һам, һам»... Кил әле!.. Ҡояш. Нимәгә? Кәллә. Овчарканың муйыны ла һинең билең йыуанлығы ине шикелле. Үлсәп ҡарайым. Кил!.. Нимә ҡурҡаһың!.. Ҡояш. Концертҡа ебәрәһеңме? Кәллә. Ҡарап ҡарарбыҙ. Йә!.. Бына шулай... тәк... Хәҙер... хәҙер... китерһең...

Ғ.Тутаев – Кәллә, Д.Фәйзуллина – Ҡояш ролендә. Кәллә (ҡуҡыш күрһәтә). Бына!.. Ҡояш. Кәллә ағай... Бәйләмәһәң дә уҡырмын, сис!.. Кәллә ағай!.. Кәллә. Яҡшылап әйткәнде тыңламаның... Әле цирк, әле театр, әле кино!.. Ҡояш. Һуң, «биш» бит бар. Алғанмын… Кәллә. Һин алған «биш» түгел ул, минеке. Ә иртәгәһе «биш» – Хоҙай ҡулында... Ҡояш. Ә һеҙ ҡасан ҡайтаһығыҙ? Кәллә. Төнөн... Бәлки, ҡунырбыҙ. Ҡояш. Төнө буйы бәйҙә торорға тейешменме? Кәллә. Бер өс сәғәттән ҡайтып ысҡындырыр­ мын. Ә хәҙер – китаптан күҙеңде алма. (Китабын алып бирә.) Мә!.. (Ҡояш алмай. Кәллә бер күҫәк алып килә.) Мә!.. Уҡы!.. Мин һине!.. (Күҫәген күтәрә, Ҡояш китапты ала.) Ҡояш. Атай белһә, һине үлтерәсәк бының өсөн... Кәллә. Атай, имеш... Тыңла атайың хатын... Тәк... «Кәллә дуҫ!.. Бажа!.. Үҙем бара алмайым! Урманда эш күп. Имтихан ваҡытында Ҡояш һеҙҙә торһон инде. Әҙерлеге шәптән түгел, шикелле. Шата­ лаҡлығы ла бар. Кинотеатрға йөрөмәһен. Уҡыһын. Ҡаты тот! Тыңламаһа, бәйләп ҡуй!..» Понятно?... (Инеп китә.) Ҡояш (Ысҡынмаҡсы була.) Таҡмаҡсы Кәллә!.. Барыбер уҡымайым… Кәллә сыға. Өҫтәлгә бер телем икмәк менән бер стакан сәй ҡуя.

Кәллә. Ашағың килһә, ҡапҡылап алырһың. Ал китабыңды! (Күҫәкте күтәрә.) Ҡояш (ала). Кәллә ағай! Ебәр, уҡырмын... Һуң, кеше-фәлән килеп инер... Кәллә. Ҡапҡаны ла бикләп китәм. Шулай, ма­ дам, өс сәғәт... (Китә.) Ҡояш. Кәллә ағай!.. Китмә! Ысҡындыр!.. Кәллә аға-а-а-а-й!.. (Ҡысҡырып илап ебәрә.)

Шулай һөйләнә-һөйләнә сынйырҙы Ҡояштың биленән уратып ала ла, йоҙаҡ менән бикләп тә ҡуя.

Ҡояш. Ни эшләйһең, Кәллә ағай? Кәллә. Хәҙер, йән киҫәгем!.. (Ултырғысҡа Ҡояшты ултырта, ҡулына китап тоттора.) Мәпти апайың универмагҡа китте. Мин дә ун­ да барам. Бүләк алып, туйға барабыҙ. Ә һин – уҡыйһың... Ҡояш (китабын ырғыта). Бәйҙә торорға мин этме? Ебәр мине!.. Ысҡындыр!..

«ТАМАША» №3 – 2010

Шаршау.

28


пьеса Икенсе күренеш

Бер аҙҙан Сарбаев сыға. Йондоҙ уның ҡаршыһына төшә.

Институт. Абитуриенттар. Артҡы пландағы ишеккә «Имтихан бара» тип яҙылған. Светлана биҙәнә. Бер яҡ ситтә Дәриғә китап уҡый. Ҡояш та шунда.

Йондоҙ. Һеҙҙе... һеҙҙе бер генә минутҡа мөмкин­ ме? Сарбаев. Йә… Йондоҙ. Һорарға... мөмкинме? Сарбаев. Һорағыҙ... Минутығыҙ үтеп бара, егеткәй. Йондоҙ. Кисә... мин Йондоҙ... Сарбаев. Бик һәйбәт, Йондоҙ... тыңлайым!.. Йондоҙ. Ҡояш Лисанова ундамы? Сарбаев (көлөмһөрәп). Унда... Йондоҙ. Мин... ни... ну... яратам уны... бергә уҡыныҡ... Сарбаев. Ҡаушамағыҙ. Букет менән ҡаршы алыр­ ға килгәнһегеҙ. Яҡшы! Әйтегеҙ, ниндәй йомош? Йондоҙ. Һорауы ауырмы? Сарбаев. Юҡ, еңел. Борсолмағыҙ! (Китә.)

Дәриғә (үҙе лә һиҙмәҫтән, яттан уҡырға керешә). 1878 йылда... Берлинда... 1878 йылда... Европа илдәренең... һәм... Иран... (Кире китабына ҡарап.) Эй, Төркиә икән... илдәренең... конгресы булды... Әнәс. Дәриғә китапты ашай ғына. Ҡояш. Хәҙер уҡыуҙан ни файҙа инде... Дәриғә. Бүлдермә... 1878... 1878... Европа... Кон­ гресс... Сарбаев сыға.

Сарбаев. Тағы бер кеше... Әнәс. Дәриғә, һинең сират... Дәриғә. Хәҙер... (Күҙе һаман китапта.) Герма­ ния дәүләте башлығы Бисмарк... Рәсәйгә дошман... (Китабын уҡып барған килеш Сарбаевтың беләген тота.) Әй!.. Урта Азия Рәсәйгә нисәнсе йылда ҡушылған әле? Сарбаев. 1884 йылда. Дәриғә. Нисә алдың? «Биш»ме? Әнәс. Һуң, ул уҡытыусы. Беҙҙән имтихан ала. Дәриғә. Атаҡ!.. (Сигенә, Светланаға абына.) Сарбаев (Ҡояшҡа). Инегеҙ!..

Йондоҙ шат. Бер букетҡа, бер кешеләргә ҡарай. Унан ромашканың япраҡтарын һанай. Икенсе ромашка иҙәнгә төшә. Һул яҡтан Хәбиров сыға. Йондоҙҙоң хәрәкәтен күҙәтә.

Хәбиров (Йондоҙ эргәһенә килеп). Ни эшләйһең, егет? Йондоҙ (уға ҡарамай). Эшләмәйем. Хәбиров. Ә ниңә сәскә япраҡтарын һанайһың? Йондоҙ. Таš сыҡһа, Ҡояш «биш» ала. Хәбиров. Кем, кем? Йондоҙ. Ҡояш, тим, Лисанова. Хәбиров. Бында теләһә кемгә буталып йөрөргә ярамай, егеткәй! Йондоҙ. Мин теләһә кем түгел, абитуриент… (Ниһайәт, Хәбировҡа ҡарай.) Һеҙ!.. Теге ни... кисәге... Хәбиров (төшкән ромашкаға ҡарап). Бында иҙән сүпләп йөрөмә. Йондоҙ. Һеҙ кем, ағай? Бында эшләйһегеҙме? Хәбиров. Келебер келсус кивис. (Ромашканы тапап үтә.) Светлана. «Биш» алған кешеләргә букет та бар. Әнәс. Светлана, «биш» алһаң, бәлки букет һиңә эләгер. Камил. «Биш», ана, Дәриғәгә эләгәсәк.

Сарбаев менән Ҡояш инеп китә.

Светлана. Күрҙеңме, һайлап ҡына саҡыра. Әнәс. Уға ҡасан инһә лә ярай, маңлайына «биш» яҙылып ҡуйылған. Камил. Уның биш-алты запас башы бар шул. (Ишеккә ҡарап.) Башлана... Әнәс (Светланаға ҡарап). Уҡытыусылар сибәр ҡыҙҙарға былай ҙа «биш» ҡуя. Светлана. Мин, между прочим, уҡытыусыларҙы ғашиҡ итеп алған «биш»кә ҡыҙыҡмайым. Дәриғә (Светлананың нәмәләрен тартып ала). Мин дә буянайым!.. Беренсе мәртәбә... (Көҙгөгә ҡарап ашыға-ашыға пудра һөртә.) Булдымы? Светлана (әйберҙәрен тартып ала). Һин ҡайһы райондан? Дәриғә. Бөрйәндән. Һин ҡаланыҡы шул. Ҡуп­ шы, сибәр…

Шунда уларҙың һүҙҙәре өҙөлә. Йондоҙ Дәриғәгә иғтибар итә.

Дәриғә тағы китапҡа текәлә. Бер аҙҙан Йондоҙ инә. Ҡулында букет. Шул ваҡыт Сарбаев сыға. Ниндәйҙер эш менән һул яҡҡа китеп юғала.

Дәриғә. 1801... Рәсәйҙә Александр беренсе батшалыҡ иткән... Эй, Хоҙайым. «Биш» алһам ине... Тильзит... Йә, рабби... Илаһи берлики менән пәйғәмбәрҙең халиҡи менән, ики иңи менән, өс йөҙ алтмыш тамырый менән, дүрт йөҙ һөйәки менән... вә ашина, ҡошҡа кошина, саманда бисмиллаһи лоя биллаһи, дөрөйөлфи арди фиссәнә, уах-уаха сәмиғил хәзим...

Йондоҙ (үҙ алдына). Мин алйот. Кисә ҡала сәүкәһе Ҡояшты ҡултыҡлап алып китеп бара ине. Ә мин уны букет менән ҡаршы алырға килдем. Улай тиһәң, һүҙ биргәйнем…

29

«ТАМАША» №3 – 2010


пьеса Кәллә. Сәскәләр менән... Йондоҙ. Ҡалаға килгәс, культурныйға әйләндек. Кәллә. Ҡояштың ингәнен күрҙеңме? Йондоҙ. Юҡ, уҡытыусыһын күрҙем, һорауы еңел, ти. Кәллә. Шуныһына тиклем һораштыңмы? Йондоҙ. Ябай кеше! Ул уҡытыусы кисә һеҙҙә булды... Кәллә. Үҙеңдең хәлдәрең нисек? Йондоҙ. Бына... Сәскә тотоп торам... Кәллә. Имтихан, тим? Бирҙеңме? Йондоҙ. Көнө буйы йөрәк ауырттырып, нер­ вы түгеп йөрөгәнсе, олатай әйткәндәй, Хоҙайҙың яҙғаны булыр, тип тот та иң беренсе инеп кит... Кәллә. Һуң?.. Хоҙай нимә яҙҙы инде? Йондоҙ. Хоҙаймы? Хоҙай йомарт икән, «биш» яҙҙы. Кәллә. «Биш»? Йондоҙ. Эйе. Ниңә, әллә мин «биш» ал­ маҫлыҡмы? Кәллә. Еңел һорау тура килгәндер инде? Йондоҙ. Һорауҙар ауыр ине, Кәллә ағай! Кәллә. Таныштар бар инеме әллә? Йондоҙ. Ю-у-ҡ!.. Кәллә. Таныш булмаһа, ҡуялар «биш»те, тот. Йондоҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең эске донъямды аңланылар. Кәллә. Ниндәй эске донъя тағы? Йондоҙ. Үҙ-ара һөйләшеп киттек. Ниңә астро­ номия бүлеген һайланың? Хыялымды ас та һал... Физика донъяһына инеп сумдыҡ, астрономияға. Һөйләйем, рәхәтләнеп тыңлайҙар… Кәллә. Әләйһә, «биш»те башыңды дураклыҡҡа һалып алғанһың инде.

Йондоҙ. Һин ниндәй телдә һөйләйһең? Дәриғә. Ғәрәпсә. Өләсәйем өйрәтеп ебәрҙе, шуны уҡыһаң, инерһең, тине. Йондоҙ. Ә һиңә нисә йәш? Дәриғә. Ун алты. Мин уҡырға алты йәштә барҙым, ағай... Йондоҙ. Улайһа, һиңә бер-ике йыл эшләп ки­ лергә була. Дәриғә. Түҙерһең... Институтты төштәремдә күрәм! Әҙәбиәтте яратам!.. Шиғырҙар яҙам. Туҡай, Ғафури, Бабичты яттан беләм… Сарбаев (килешләй). Тауышланмағыҙ!.. (Инеп китә.) Йондоҙ. Һин шағир йөрәкле! Дәриғә. Йөрәк бар ҙа ул, аңламайҙар. Әй, бын­ да... Бер сибәр уҡытыусы Ҡояш исемле ҡыҙға ҡаш һикертеп кенә алып инеп китте. Күрерһең: эһ тә итмәй «биш» алып сығасаҡ. Рус теленән дә шулай булды... Уның артын��н йөрөүселәр бер көтөү - ми­ нең бер кемем дә юҡ... Йондоҙ. Ата-әсәйеңде алып килергә ине. Дәриғә. Улар күптән мәрхүм. Өләсәйем тәрбиәләп үҫтерҙе. Йондоҙ. Ҡыҙғаныс. Дәриғә. Исемем дә Дәриғә. Ғәрәпсә «аяныс», «ҡыҙғаныс» тигәнде аңлата. Минең бөтә тормо­ шом шулай. Бәхетһеҙ мин, ағай!.. Йондоҙ. Кит, әллә нимә һөйләйһең. Бәхет күктән яуамы? Үҙең тап! Дәриғә. Ун ете бал кәрәк. Ике фәндән «дүрт» алдым. Бөгөн тарихтан «биш» тәтемәһә, йөрөйһө лә юҡ. Йондоҙ. Быйыл булмаһа, киләһе йыл бар... Дәриғә. Ағай!.. Һеҙ бая уҡытыусы менән һөйләшеп торҙоғоҙ. Минең турала әйтегеҙ әле: «биш» ҡуйһын!.. Ни һораһаң, шуны бирермен!.. Өләсәйем ҡаҡлаған ҡаҙ ебәргәйне... Йондоҙ. Дәриғә, үҙ көсөңә ышан. Дәриғә. Тағы нимә эшләйем? Йондоҙ. Өләсәйеңдең доғаһын күберәк уҡы. Дәриғә. Әй, көләһегеҙ... Мин ауылда гел «биш» алдым, бында «дүрт» ҡуялар.

Ҡояш сыға. Күҙендә – йәш. Йондоҙ уны-быны уйламай, атылып уға бара, букетын һуҙа.

Әнәс. Кәрт уйынында гел генә туз эләкмәй шул. Йондоҙ. Ҡояш! Кәллә. Бәлки, шатлыҡтандыр... Йондоҙ. Эйе, шатлыҡ та кешене тетрәтә. Кәллә. Нисә? «Биш»ме? Ҡояш (тороп). «Алты»... (Ҡысҡырып илап ебәрә.)

Бер ҡыҙ сыға. Уны һырып алалар. Ҡулдарын ҡыҫып ҡотлайҙар.

Бөтәһе лә ҡатып ҡала. Шаршау

Сарбаев (ишекте асып). Бер кеше!.. (Ишекте яба.) Йәнә Дәриғәне инергә ҡыҫтайҙар. Теге тағы ла китапҡа текәлә. Уҡый-уҡый ишеккә бара. Бер аҙҙан Кәллә инә.

Икенсе шаршау

Кәллә. Күренмәй бында. Йондоҙ. Һаумыһығыҙ, Кәллә ағай! Кәллә. Сәләм, сәләм! Ә һин ниңә бында йөрөйһөң? Йондоҙ. Ҡояшты көтәм, «бишле» алһа, букетты ҡулына бирәм... «ТАМАША» №3 – 2010

Өсөнсө күренеш Беренсе картиналағы күренеш. Ҡояш үкһеп илап ултыра. Йондоҙ уны йыуата.

Ҡояш. Ғәрлегемдән ер тишегенә инер инем.

30


пьеса Йондоҙ. Нимәһе ғәрлек? Ат урлап тотол­ мағанһың бит. Ҡояш. Һиңә асыу итеп иламайым. (Үҙе үкһеп илап ебәрә.) Йондоҙ. Ҡояш!.. Нур һип йыһанға!.. Ҡояш. Ниңә һағыҙ кеүек һыланаһың? Йондоҙ. Ҡайғыңды уртаҡлашам. Ҡояш. Һинең күҙле бүкәндәй ҡуҡырайып улты­ рыуыңдан ни файҙа? Йондоҙ. Кәрәк икән, мин дә олойом, үгеҙ булып үкерәм. Ҡояш. Кит!.. Үҙ башыңа төшмәгәс, белмәйһең шул. Бер ҡыҙ, институтҡа инә алмағас, ғәрлегенән аҫылынған. Йондоҙ. Диуана ул... Ҡояш. Киреһенсә, батыр... Йондоҙ. Әллә һин дә батырлыҡ күрһәт­мәк­ сеһеңме? Ҡояш. Күр ҙә тор!.. (Баҡсаға йүгереп инеп китә.) Йондоҙ. Ҡояш!.. (Уның артынан йүгерә.)

Йүгереп сығып китә. Бер аҙҙан Мәптиҙе ҡултыҡлап алып инә.

Мәпти. Бер айлыҡ эш хаҡың – 120 мең. Шунан 500 һумлыҡ ҡына машинаңды туҙҙырҙыңмы? Бына һиңә 1120 һум... Аҡайма! Ашау-эсеүгә китте... китте бер йөҙ... юҡ, дүрт... биш... эйе... ике биш йөҙ!.. Кәллә. Мең тип түңәрәклә лә ҡуй. Мәпти. Эйе... мең... йәмғеһе... булалыр... 2120 һум... Кәллә. Тыңла әле, Мәптелбаныухәйтелейы­ һан, бер хикмәт һөйләйем… Иртән тороп тышҡа сыҡһам, болдор төбөндә бер себен бейеп йөрөй. Бер аҙҙан, ҡарғаға әйләнде был. Йәнә бер аҙҙан быҙау сифатына инде… Мәпти. Кит, һинең... Баҡсанан Йондоҙ сыға.

Атаҡ!.. Кеше һүҙе тыңлап тороу оят түгелме? Йондоҙ. Тыңламаным, апай, тамсы ла. Мин Ҡояш менән... Кәллә. Ул ҡайҙа? Йондоҙ. Баҡсала. Кәллә. Бик борсоламы? Йондоҙ. Аҫылынам, ти. Кәллә. Ә?! Йондоҙ. Мин төрлөсә йыуатып ҡарайым да бит. Мәпти. Үҙең нисек бирҙең һуң? Йондоҙ. «Биш»! Мәпти. Таныштарың да булғандыр инде? Йондоҙ. Эйе, таныштыҡ. Ул уҡытыусы биш ми­ нутта әсир итте мине. Мәпти. Аҡса ла төрттөңмө? Кәллә. Мәпти!.. Нимә һин шул төртөү менән хыялланаһың әле?.. Йондоҙ. Ағай!.. Апай!.. Ҡояш янына барығыҙ әле. Ул мине тыңламай. Мин киттем. Хушығыҙ! (Китә.) Мәпти. Ошондай аҡыллы егетте тыңламағас...

Тирләп-бешеп Мәпти ҡайта. Ике ҡулында сумка. Ул тамам алйыған. Йыш-йыш тын ала. Ике сумкаһын ике яғына ҡуйып, болдорға барып ултыра.

Мәпти. Тын алайым. Ҡыҙы – бер тин. Атаһы – алтын кеше. Хеҙмәтем – атаһы өсөн... Кәллә ҡайта.

Нимә кикерегең шиңде? Әллә «биш» эләк­мәнеме? Кәллә. «Биш» нимә ул – йөрөй торғас, «алты»ны ла ҡаптырҙыҡ. Мәпти. Кит!.. Киләләрме? Кәллә. Киләләр, худҡа ебәр мәскәүски ресто­ ранды. Мәпти. Ә ниңә «алты» тип мин диуананы ҡотор­ таһың. Ярай, «биш»е лә еткән. Кәллә. Тотторҙолар һиңә «биш»те!.. «Ике»... Мәпти. Күпме аҡса елгә осто... Кәллә. Ҡысҡырма, сепрәк баш!.. Мәпти. Һин - үҙең сепрәк баш!.. «Волга»ла кәйеф-сара ҡороп ҡыҙҙар менән гулять итеп йөрөгәнһегеҙҙер әле. Кәллә (аяҡ тибеп). Туҡта! Мәпти. Һин енемде ҡуҙғатма, ыңғайыма һыпыр, әйт: кем ҡуйҙы «ике»не? Кәллә. Теге-е-е... таҫма телле егет, Сарбаев. Мәпти. «Ике» ҡуйырға булғас, ни бысағыма минең ризығымды бүкһәһе ҡабарғансы ашаны, күҙе тонғансы эсте?.. Хәҙер барам институтына! Мәскәүски ресторанымдың хаҡын унлата түләтәм! Ҡабыҙ арбаңды! Кәллә. Шуларҙы йөрөтә торғас, янтайып бөттө «Волга». Мәпти. Тәпәй барырмын. Мәгәр... ете ҡат ер ти­ шегенән табырмын. (Ярһып сығып китә.) Кәллә. Мәпти!.. Мәптел!..

Ноғман инә. Күңелһеҙ. Ләкин үҙен тыныс тоторға тырыша.

Кәллә. Бик ҡайғырмағыҙ, Ноғман Ғүмәрович!.. Көн саптым, төн саптым, сәләмәтлегемде юғалттым, машинамды ватып туҡтаным, нәкәнис. Мәпти. Табыным Мәскәүски ресторанға бир­ геһеҙ булды... Ноғман. Эйе…. Мәпти. Әйтмә инде, әйтмә. Ноғман. Үҙе ҡайҙа әле? Мәпти. Баҡсала. Ноғман. Ҡыҙым!.. Ҡояш!.. (Яуап юҡ.) Ҡояш!.. Мәпти. Әллә, Хоҙайым!.. (Йүгереп баҡсаға инеп китә.) Ноғман. Уңышһыҙ йыл булды был. Алмағас­ тарға ла ҡорт төштө.

31

«ТАМАША» №3 – 2010


пьеса Кәллә. Теге егетте әйтәм, Йондоҙҙо, тәки бирә... Ноғман. Ул танауы менән ер тырнап үҫте. Ә был – йомортҡа эсендәге һары. Мәпти (әсе тауыш менән). Кәлләү! Кәллә. Әү!.. (Баҡсаға борола.) Мәпти. Кәл-ләү!.. (Сәсәрҙәй булып йүгереп сыға, бәрелешәләр.) Кәллә. Ни булған? Мәпти. Аҫ-аҫ-аҫ-ҫылынған... Ноғман. Кем? Мәпти. Ҡой... Ҡой... Ҡояш...

Ноғман. Ағасҡа аҫылынып үлгән кеше ҡайҙа китһен, ти? Аҡылыңдамы һин, Мәпти? Мәпти. Уҡымай-суҡымай ҙа гөрләп бара донъяһы, грамутнай булмағандан кем үлгән, ин­ ститут-минститут тип, тот та муйынына еп һал. Йөрәккәйем!. Балаҡайым!.. Ҡояшҡайым!.. Ҡояш!.. Ҡо-я-а-ш!..

Баҡса эсенә йүгерешеп инеп китәләр. Унда шаушыу, ҡысҡырыш. «Ҡояш», «Ҡояш» тигән тауыштар ишетелә. Кәллә менән Мәпти баҡсаның икенсе яғынан йүгерешеп килеп сығалар. Тағы йүгереп инеп китәләр. Икенсе яҡтан Ноғман сыға.

Ноғман. Был ниндәй эш, ҡыҙым? Мәпти. Әйт әле, аҡыллым!.. Теге ҡарт алмағас­ ҡа аҫылынғайның бит? Ҡояш. Эйе, Мәптүхә апай. Мәпти. Бәй... беҙ әйләнеп килгәнсе ҡайҙа бул­ дың? Ҡояш. Күлдәкте үҙең йыуып элеп ҡуйғанһың бит,  Мәптүхә апай!.. Шуның елдә елберҙәп торға­ нын күрҙең дә, Ҡояш аҫылынған, тип һөрән һалдың. Ноғман. Һин ниңә комедия ойоштороп йө­ рөйһөң, ҡыҙым? Мәпти. Атайың һинең өсөн донъя малын фиҙа ҡылырға әҙер. Ҡояш. Мал, мал!.. Сәнселеп китһен дә ма­ лығыҙ... Мәпти. Әй, гөлкәйем, мал әйләндерә донъя кү­ сәрен.

Уң яҡ баҡсаға ташлана, ҡаршыһына күлдәк тотоп килеп сыҡҡан Ҡояшты күреп, ҡысҡырып ебәрә, артҡа сигенә.

Ноғман. Бала – тубыҡта саҡта һөйҙөрә, ту­ быҡтан төшкәс – көйҙөрә, тиҙәр ине… Кәллә менән Мәпти икенсе яҡтан тағы ла йүгерешеп сығалар.

Кәллә. Ҡай-ҡайҙа? Мәпти. Шун-да. Кәллә. Ҡайҙа? Үҙең күрҙеңме? Мәпти. Ер йотһон! Аяҡтары менән тыбырсы­ нып, аҫылынып тора ине, мәрхүмәкәйем...

Ғ. Тутаев – Кәллә, Р. Һәүбәнова – Мәпти, Ғ. Сәлмәнов – Ноғман, Д. Фәйзуллина – Ҡояш ролендә. «ТАМАША» №3 – 2010

32


пьеса Хәбиров. Апай!.. Туҡтағыҙ әле!.. Мин бит һеҙҙең өсөн... яҡшы ниәт менән... Мәпти. Етте! Ниәт менән һатыу итеп йөрөмә!.. Кәллә. Ҡулыңдан килмәгәс, егелергә кәрәкмәҫ ине. Беҙ бала-саға түгел. Борол, Мәпти, кәрәк икән, ректорға үҙем барырмын. Хәбиров. Имтихан комиссияһы рәйесе менән һөйләштем. Ҡояштың «икеле»һен төҙәттек. Кәллә. Әйттем бит, Мөхәл Шакирович – прин­ ципиаль кеше. Йығылып үлһә үлә, әммә әйткән һүҙен үтәмәй ҡалмай. Мәпти. Һай, пренсепәл икән!.. Хәбиров. Бер нисә иптәште күрергә кәрәк ине. Кәллә. «Волга» урамда, тормай буранда, ул­ тырҙыҡ киттек һәм барып еттек, таптыҡ кешеһен, яйланыҡ эшен, ҡайттыҡ табынға, коньяк алдында, хи-хи-хи... Хәбиров. Коньяк тигәндән... бер-ике бутылка ал әле. Кәллә. Улай ғына «Волга»ла ла бар. (Китәләр.) Мәпти. Туҡта!.. Бөгөн төндә... юҡ... юҡ... таң алдынан төш күргәйнем... Бәләкәй генә йылға борғаланып аға, имеш, һыуы көмөш кеүек...

Ҡояш. Юҡ, ул малһыҙ ҙа әйләнә. Ер – Ҡояш тирәһендә. Ай – Ер тирәһендә әйләнә. Ҡояш та, ги­ гант Антарес та, Канопус та әйләнә. Һәм... һеҙ ҙә әйләнәһегеҙ... Ноғман. Этлек уйларға баш етә, ә бына «өс» алырлыҡ зиһен юҡ. Ҡояш. Минең зиһенемде бына былар тарҡатып бөтөрҙө. Ноғман. Ярай, әйҙә, документтарыңды алабыҙ ҙа, ҡайтып китәбеҙ. Ҡояш. Ҡайтмайым мин. Ноғман. Ә ни эшләйһең? Ҡояш. Аҫылынам! (Ҡысҡырып илап ебәрә.) Ноғман (паузанан һуң). Әйҙә!.. Ҡояш. Ҡайтмайым, тием. Ноғман (бик ҡаты). Ҡайтырһың!.. (Йөрәген тота.) Ҡояш. Унда ҡайтып һыйыр һауып йөрөгө килмәй әле. Ноғман. Һауырһың!.. Ҡояш. Юҡ!.. Ер йотһон бына!.. Биллаһи... Ноғман. Ҡояш!.. Мин министерствоға барам. Бер сәғәттән әйләнеп килермен. Әҙерләнеп тор. (Китә.) Ҡояш. Бәхетһеҙ мин!.. (Илап ебәрә, тороп, баҡса ҡапҡаһына бара.) Мәпти (арҡыры төшөп). Юҡ, юҡ!.. Бармайһың... Кит!.. Ҡайтҡас аҫылынырһың. Ҡояш. Шул постоянный килеп инһә, биллаһи, битенә төкөрөр инем. Кәллә. Һиңә бит «ике»не ул ҡуйманы, Сарбаев ҡуйҙы. Ҡояш. Мөхәл миңә тарихтан уҡымаҫҡа ҡушты, ыҙа сикмә, Сарбаев һиңә «биш» ҡуя, тине. Мәпти. Сарбаев түгел, Саранбаев ул. Кәллә. Был постоянныйҙы әйтәм әле...

Урамда «Волга»ның йәмһеҙ тауышы ишетелә. Мәпти тыңлай. Хоҙайым, кәрәк саҡта «Волга»һы кәзәләнә. Биш саҡрым китмәй, йүткерә башлай. Колхоз эсписәйт итеп ырғытҡан нәмәнең ни йүне булһын инде... Кәллә инә, асыулы, һарайҙан руль алып сыға.

Кәллә. Бына ни көнгә ҡалды «Волга»... Мәпти. Ҡабынмаймы? Кәллә. Ул ултырһын өйҙә... хан ҡыҙы... Уның өсөн көн-төн сап... Әйт үҙенә, аҫылынһа, тиҙерәк аҫылынһын, йәнем тыныр, исмаһам. Мәпти. Тәүбә, тиң, иманһыҙ!.. Кәллә. Мотор-мотор, тип күпме аҡса түгелде, ике меңлек иҫке арба биш меңгә төштө. Мәпти. Ҡояш инһә, Ноғман еҙнә һине ике «Вол­ га»лы итер. Кәллә. Әйҙә әле!.. Мәпти. Ҡайҙа? Кәллә. «Волга»ны этеш. Ҡуҙғалмай бит...

Хәбиров инә. Уны һалҡын ғына ҡаршылайҙар.

Хәбиров. Ә-ә? Кәллә. Юҡ, һеҙҙе түгел, бына Ҡояшты әйтәм әле: постоянно алдаша, тим... Хәбиров. Беләм: һеҙ бик борсоу. Ләкин... Ҡояш. Йыуатырға килдегеҙме? Һуң инде... (уға ҡарап тора ла, өйгә инеп китә.) Мәпти. Һин, туғанҡай, ай буйы күпме аҡса түккәнде белдеңме?! Хәбиров. «Икеле»не мин түгел, Сарбаев ҡуйҙы. Мәпти. Башлап йөрөүсеһе, постоянныйы һин. Хәбиров. Мин һеҙҙән бер нәмә лә талап итмәнем. Үҙегеҙ һыйланығыҙ бит. Мәпти. Борғоланма! Беҙҙең өҫтәл артында бөтә ҡала һыйланды. Хәҙер барам... рик... рик... (Кәлләгә ҡарай.) Кәллә. Ректор... Мәпти. Эйе... Әйтәм: был бәндә кеше йәнен ашаусы. Ашағаныңдың кәпикәһенә тиклем биш­ ләтә түләтәм... (Ҡапҡаға бара.)

Китәләр. Сатыр-сотор тауыштар сыға. Бер аҙҙан Мәпти инә.

Мәпти. Уф!.. «Волга» ла этә торған көнгә төштөм… Әһә!.. Ҡояш, сыҡ әле!.. Ҡояш (сыға). Нимә булды? Мәпти. Йөрәккәйем! Һөйөнсө!.. Ҡояш. Ниндәй һөйөнсө? Мәпти. Әйт, нимә бирәһең? Ҡояш. Асыу килгәндә үртәмә әле, Мәптүхә апай.

33

«ТАМАША» №3 – 2010


пьеса Хәбиров. Имтихан комиссияһы рәйесе Никола­ ев менән һөйләштем. Ул «ике»не «өс»кә төҙәтергә ҡаршы түгел. Тик һинең ризалыҡ ҡына кәрәк. Сарбаев. Был бит кешене боҙоу була. Хәбиров. Кемде? Сарбаев. Ҡояшты. Ингәс, нисек уҡыр ул? Унан яҡшы уҡытыусы йәки фән кешеһе сығыр, тип уй­ ламайым. Хәбиров. Тәрәнгә китмә. Батыуың бар. Мәсьәләгә конкрет кил. Сарбаев. Фәнгә ярһып торған ҡыҙ булһа, белмәһә лә «өс» ҡуйыр инем... Хәбиров. Һин – ғәҙел, юлың – аҡ… Ә уларға ба­ рып ашап-эсеп ятыуыңды... Сарбаев. Һеҙ саҡырғанға барҙым. Ләкин аш ҡай­ тармаҫ егет түгелмен. Хәбиров. Ярай, һүҙ бутҡаһын туҡтатайыҡ. Әйт, мин доцентмы? Сарбаев. Доцент. Хәбиров. Ә һин ассистент ҡынамы? Минең ярҙамсым. Сарбаев. Шунан? Хәбиров. Һин минән күп изгелек күрҙең. Алда ла күрерһең. Диссертация яҡлайһың бар әле, егеткәй! Сарбаев. Теләһә ниндәй ауыр эш йөкмәтегеҙ, Мөхәл Шакирович, төн йоҡламай эшләрмен. Әммә «ике»не төҙәтә алмайым. Был килеш үтһә, ул фәндең тәмен дә, ҡәҙерен дә белмәйәсәк. Фән тауының бей­ еклеген аңлаһын, унда менеү – көслө кешеләр өсөн икәнлеген төшөнһөн, ҡайтып китһен дә эшләһен, көн-төн уҡыһын, киләһе йылға килер!.. Хәбиров. Һин уға «биш» ҡуйырға вәғәҙә биргәйнең бит? Сарбаев. Мин уны, беләлер, тип уйланым. Хәбиров (юғары тон менән). Ассистент Сарба­ ев!.. Мин һеҙгә бойорам!.. Сарбаев. Ә мин ундай бойороҡтарҙы үтәмәйәсәкмен!.. (Сығып китә.) Кәллә. Һеҙ бит «икеле» төҙәтелде тигәйнегеҙ? Хәбиров. Төҙәтелгән тип иҫәплә. Тәртәне рек­ торға табан борабыҙ. Ректорға бер нисә урындан шылтыраттырам. Трест етәксеһе Василий Ивано­ вичты яллайым - уның менән курортта бергә бул­ дыҡ. Үткән йыл ҡыҙын математика факультетына урынлаштырҙым. Ул ректорҙың дуҫы!.. Кәллә. Ноғман Ғүмәрович һеҙҙе өрмәгән ергә ултыртмаҫ... Хәбиров. Мине башҡа нәмә борсой... Кәллә. Бөтәһе лә булыр, Мөхәл Шакирович…. Хәбиров. Хәҙер һине доцент итәм. Кәллә. Кәрәк икән, профессор булам. Хәбиров. Хәҙер аҫҡа төш, беренсе ҡатҡа... аби­ туриенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһенә ин… Унда ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе бар. Кәллә. Әһә, теге һары мәрйәме? Хәбиров. Уның менән әҙәпле генә иҫәнләш. Үҙеңде доцент Агдаев тип таныштыр. Ул яңы кеше.

Мәпти. Болоттан һуң ҡояш сығыусан, ҡайғынан һуң шатлыҡ килеүсән. Ҡояш. Миңә тигән шатлыҡ ете ҡат күк артын­ да, ти, ана. Канопустар донъяһында, Антарестар илендә. Мәпти. Түгел шул. Алдыңда. Үткәнһең бит, бу­ мала баш! Ҡояш. Ҡайҙа? Мәпти. Һуң... институтҡа! Ҡояш. Болғатмасы! Кем әйтте? Мәпти. Һуң шул, пустаянный. Ҡояш. Туҡта әле, рәтләп һөйлә!.. Нисек үткән булам? Мәпти. Һуң... «ике»не «биш»кә төҙәткәндәр. Кәллә менән шул кешене һыйларға киттеләр. Ҡояш. Мәптүхә апай!.. (Уны ҡосаҡлап ала, биттәренән сут-сут үбә.) Шаршау

Дүртенсе күренеш Институт. Коридор. Икенсе картиналағы күренеш. Хәбиров менән Кәллә алғы планда. Икеһе лә уйсан. Бер аҙҙан Сарбаев инә. Күрешәләр. Хәбиров Кәлләне китергә ымлай. Ул китә.

Хәбиров. Йә, уйланыңмы? Сарбаев. Кеше хаҡында борсолоу төп вазифа­ быҙ, Мөхәл Шакирович! Хәбиров. Әлбиттә!.. Бер балл яҙмышты хәл итә. Сарбаев. Уныҡы бер генә түгел шул. Хәбиров. Ике «биш» алды. Сит телдән «дүрт» ҡуйҙырһаҡ, тарихтан «өс» тә етә. Сарбаев. Әлепте таяҡ тип тә белмәй бит. Хәбиров. Белһә, ярҙам һорап йөрөмәҫтәр ине? Сарбаев. Белмәгән кешегә нисек ыңғай баһа ҡуяһың? Хәбиров. Ярай, «биш»ең йәл, ти. Һис юғында, энә осондай «өс» ҡуйырға ине. Сарбаев. Ҡул барманы. Хәбиров. Ә минеке барҙы. Теге ваҡытта һеңлеңә «биш» ҡуйып сығарҙым. Сарбаев. Мин уны һеҙҙән һораманым. Яҡшы яуап бирһә генә ҡуйығыҙ, тинем. Хәбиров. Ә ул яҡшы һөйләмәне. Сарбаев. Ҡуймаҫҡа кәрәк ине. Хәбиров. Беҙҙең бер-беребеҙгә шунан артыҡ ни ярҙамыбыҙ бар? Иптәштәрсә ҡулға-ҡул тотоноп эшләү булырға тейеш бит инде... Сарбаев. Кеше бит институтҡа инер өсөн генә түгел, үҙенең көсөн, белемен, ныҡлығын һынар өсөн имтихан бирә. Хәбиров. Үткән эшкә салауат. Хыт, яҡшылыҡ ҡылып, йүнһеҙлегеңде йыу. Сарбаев. Нисек?

«ТАМАША» №3 – 2010

34


пьеса Бында өс йөҙҙән артыҡ уҡытыусы. Кем-кемде белә. Һин үҙеңде философ тиең. Кәллә. Тәк, тәк... философ... Хәбиров. Мәрйәгә былай тиһең... Ҡояштың та­ рихтан «ике» бит... Уны төҙәтмәйенсә, Ҡояшҡа сит телдән имтихан бирергә рөхсәт итмәйәсәктәр... исемлеккә лә яҙмаясаҡтар. Һин әйт уға: исемлеккә яҙһындар. Ҡояш сит телдән «дүрт»кә йәки «биш»кә биргәс, тарихсылар «ике»­не төҙәтәсәк. Ректор менән һөйләшелгән, тиң. Кәллә. Бутамаммы? Әллә үҙегеҙ генә бара­ һығыҙмы? Хәбиров. Астутиа аселлус аттенус. Кәллә (аңлағандай). Кәнишне. (Китә.)

Камил. Аяныс һеңлем... Был апай ҡыҙыл ауыҙҙарға гел «ике» ҡуя икән. Дәриғә. Йәш егет, тигәйнеләр... Көлөшәләр.

Камил. Һуң, күрмәнеңме ни?.. Дәриғә. Ой!.. (Иренен һөртә.) Көлөшәләр.

Хәсәнова (ишекте асып). Дүрт кеше. Абитуриенттар ишеккә ташлана. Дәриғә ишеккә ташлана, бер егеттең ҡултыҡ аҫтынан инеп китә, егет инә алмай ҡала.

Уҡый-уҡый, Дәриғә инә. Ул хәҙер инглиз телен ятлай. Телен аңҡауына тейҙереп «р» хәрефен әйтергә аҙаплана, «ыр», »ыр», «ыр», ти. Бер аҙҙан күҙе һаман уйланып торған Хәбировҡа төшә.

Камил. Бына һиңә, Аяныс!.. Бер яҡтан Хәбиров, икенсе яҡтан Кәллә инә. Алғы планға килеп һөйләшәләр.

Дәриғә (Хәбиров эргәһенә килеп). Ағай!.. Ағай, тим!.. Хәбиров (асыулы). Нимә? Дәриғә. Ун алты балл менән үтеп буламы? Хәбиров. Юҡ. Дәриғә. Их!.. Бөгөн «биш» ҡуймаһалар, бөттө баш!.. Хәбиров. Инглиз теленән алырһың «биш»те. Дәриғә. Мәктәптә уны һыу урынына эсº инем... Һүҙҙәре лә ҡыҙыҡ... ай лав май грандмады вери мач... Бик күп телдәр белгем килә!.. Институтты төштәремдә күрәм... Бөгөн «биш» алмаһам... Хәбиров. Үҙ көсөңә ышанырға кәрәк, һеңлем!.. Дәриғә. Көс менән генә алдырып булмай бын­ да. Ҡояш тигән ҡыҙ тарихтан «ике» алғайны, төҙәткәндәр ана... Хәбиров. Бына нимә, ҡыҙыҡай! Һин ғәйбәт сәйнәп йөрөмә. Ҡыуып ҡайтарып ебәрермен... Дәриғә. Бөттө, ағай!.. Инглиз теленән имтихан алыусы менән минең хаҡта ла һөйләшегеҙ инде!.. Өләсәйем ҡаҡлаған ҡаҙ ебәргәйне... Хәбиров (көлә). Диспона дисплисио дискипулус дилигентиа. (Китә.) Дәриғә. Рәхмәт, ағай!.. (Яңғыҙы.) Инһәм, Алла бирһә, беренсе стипендиямдан өләсәйемә посылка һалам: күлдәк, шәкәр, сәй, перәник... Хоҙайым!.. Ай лав май грандмады вери мач, ай лав грандмады вери мач...

Хәсәнова. Теге һеҙ әйткән ҡыҙҙың тарихтан «ике» бит. Мин унан имтихан ала алмайым. Хәбиров. Юҡ, юҡ, һеҙ ҡурҡмағыҙ... Хәсәнова. «Ике» алғас, ә ниңә исемлеккә яҙған­ дар уны? Хәбиров. Әгәр сит телдән юғары баһа алһа, та­ рихсылар «ике»не төҙәтәсәктәр. Асия Ғәҙеловна!.. Бында законһыҙ бер нәмә лә эшләнмәй. Бөтәһе лә рөхсәт менән... Хәсәнова. Ниндәй ҡыҙ һуң ул? Хәбиров. Бер етем ҡыҙ шунда. Бик ауыр­ лыҡ менән үҫкән. Атаһы-әсәһе лә юҡ. Бына был иптәштең туғаны икән... Хәсәнова. Әҙерләнгәнме? Кәллә. Һи-һи... сит телде ул һыу урынына эсә... Хәбиров. Етем бала икән, уҡыһын инде, Асия Ғәҙеловна!.. Хәсәнова. Ярай. Һеҙҙең намыҫығыҙға ышанам. (Инеп китә.)

Абитуриенттар инә.

Атылып Йондоҙ инә. Кәллә янына килә.

Әнәс. Минең бер балл артыҡ, әллә үтескә биреп торайыммы?.. Ваҡыты менән түләрһең... Ҡайғырма, кешеләр «ике» алып та төшөнкөлөккә бирелмәй.

Йондоҙ. Ағай!.. Ҡояштың хәле нисек? Ул ҡайҙа әле? Хәбиров. Диаболус дисо деникуэ... (Китә.) Кәллә. Физиканан нисә алдың? Йондоҙ. «Биш». Кәллә. Май көршәге тышынан билдәле, тигән­ дәй, һин яҡшы егетһең, танышып та бөттөк... Әйт

Хәбиров. Булдымы? Кәллә. Мең бәлә менән... Хәбиров. Молодец, Кәллә! Хәсәнова сыға. Хәбировты, Кәлләне ымлап ситкә алып китә.

Ҡояш өндәшмәй, уға асыулы ҡарап ала. Инглиз теле уҡытыусыһы Хәсәнова инеп китә.

35

«ТАМАША» №3 – 2010


пьеса Сорокин. Ярай, тағы ла ниндәй аһ-зарың бар? Харисов. Беҙ фәҡирегеҙҙеке тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ. Сорокин. Биш ҡатлы студенттар торлағы, тинең, төҙөнөк. Химия корпусы һалынып ята... Харисов. Физика корпусы кәрәк. Сорокин. Уларына ла минең мәрхәмәтте көтәһеңме? Харисов. Үҙем өсөн түгел бит, Василий Ивано­ вич, фән өсөн, киләсәк быуын өсөн... Сорокин. Ҡалала төҙөлөш тресы өсәү. Өс етәксе. Харисов. Иң яҡшыһы – һеҙ, Василий Иванович! Сорокин. Ошо данлауың өсөн физика корпусы һ��лып бирер, тиһеңме?

әле, был юлы ла «биш»те башыңды дураклыҡҡа һалып алдыңмы? Йондоҙ. Нисек дураклыҡҡа? Кәллә. Ярҙам итеүсе булманымы? Йондоҙ. Күңелем, йөрәгем, белемем ярҙам итте. Кәллә. Фу!.. Һине етди тип уйлаһам… «Күңел», имеш, «йөрәк»... Шуның өсөн «биш» ҡуялармы?. Йондоҙ. Нисек бушҡа? «Биш»те һатып алалар­ мы? Кәллә (ҡулын һелтәп). Йәшер, әйҙә... әбитурин.. (Китмәксе була.) Ҡояш сыға. Дүрт бармағын күрһәтә. Йондоҙ уның ҡулын ҡыҫа. Хәбиров Ҡояш ҡулындағы имтихан ҡағыҙын алып ҡарай. Унан Ҡояшты ҡултыҡлап алып сығып китә. Кәллә лә арттарынан эйәрә. Йондоҙ елкәһен ҡашып ҡала.

Көлөшәләр.

Әнәс. Их, егеткәй, букет менән дә килеп ҡара­ ның… Йондоҙ. Мин һеҙҙең йәлләүгә мохтаж түгел. Әнәс. Егет башынан ҡыҙ көлөргә тейеш түгел. Бөтә йәш уҡытыусыларҙы үҙенә ғашиҡ итеп бөтөрҙө бит... Йондоҙ. Кит!.. Ғәйбәтсе!.. Әнәс. Алдыңда етәкләп алып сығып киттеләр бит... Камил. Бар, янып йөрөмә. Бында сибәр ҡыҙҙарға хөрриәт. Йондоҙ. Һеҙ насар күңелле... Әнәс. Оһ, аҫыл егет, беҙ быны ошо килеш кенә ҡалдырмаясаҡбыҙ!

Харисов. Һеҙҙән башҡа кемгә ялынайым инде? Сорокин. Ярай, эренек… Һорау: мин һеҙҙең ка­ бинетҡа нисәнсе тапҡыр аяҡ баҫам? Харисов. Тәү тапҡыр. Сорокин. То-то. Ә һеҙ минекенә? Харисов. Бик күп. Ә ниңә ул турала һорайһың? Сорокин. Иң башта ҙур түҙемлелек менән һеҙ­ ҙең үтенесте тыңлайым. Ә үҙемдекен бер ҡасан да әйтмәйем. Харисов. Сөнки һеҙҙең йомошоғоҙ юҡ. Сорокин. Ә бына төштө. Харисов. Тыңлайым, Василий Иванович. Һеҙ күп ярҙам иттегеҙ. Сорокин. Ҡулығыҙҙы йөрәгегеҙгә ҡуйығыҙ, Бу­ лат Нәбиевич. Харисов. Ҡуйҙыҡ. Сорокин. Хәҙер миңә бирегеҙ. Харисов. Бирҙек. (Ҡулдарын ҡыҫышалар.) Сорокин. Филология факультетына бер ҡыҙ инә. Ҡояш... Ҡояш... Лисанова... Харисов. Беләм. Сорокин. Нисек? Нисәмә йөҙ абитуриент. Һеҙ шуларҙы белеп бөтөрәһегеҙме? Харисов. Бөтәһен дә түгел, әлбиттә. Ҡайһы берҙәрен. Ҡояш Лисанова кеүек комедия тыуҙырып йөрөүселәрҙе... Яман сир тиҙ тарала, Василий Ива­ нович. Сорокин. Ярай, ҡыҙ яман түгел, бер тигән, күрҙем, ул тарихтан «икеле» алған икән, шуны төҙәтергә кәрәк. Харисов (күҙлеген бер һала, бер кейә). Һеҙ быны бик еңел тип уйлайһығыҙмы? Сорокин. Һм... Ике ҡатлы йортто емереп, уның урынына туғыҙ ҡатлыны төҙөп ҡуйыуҙы ла әллә ниҙә күрмәйбеҙ. «Ике»не боҙоп, өҫтөнә «биш» тип яҙып ҡуйырға күп көс кәрәкме?. Харисов. Василий Иванович, йорт – йәнһеҙ предмет... Сорокин. Ҡағыҙҙағы «ике»нең дә йәне юҡ. Юйғыс менән бөтөрҙөң дә туҙанын өрөп осорҙоң.

Балҡып, Дәриғә сыға. Ҡулдарын күтәреп «биш» тип ҡысҡырып йөрөй. Уны ҡотлайҙар, ҡосаҡлайҙар. Шаршау

Өсөнсө шаршау Бишенсе күренеш Ректор бүлмәһе. Ректор Харисов өҫтәл артында ултыра. Сорокин инә.

Сорокин. Хәйерле иртә, Булат Нәбиевич! Харисов. Василий Иванович! (Күрешәләр.) Улты­ рығыҙ! Сорокин. Бер йылда тартай һимерә, икенсе йыл­ да – бүҙәнә, ә? Кем арбаһына ултырһаң, шуның йы­ рын йырлайһың, ә? Харисов. Ярай, ҡайһыбыҙ тартай, Василий Ива­ нович? Сорокин. Был осраҡта һеҙ тартай булаһығыҙ. Харисов. Ай-һай, Василий Иванович, көҙ ишек ҡаға. Ә беҙҙең химия корпусы һаман йоҡом­ һорай...

«ТАМАША» №3 – 2010

36


пьеса Харисов. Ул кешене өрөп осороу була. Сорокин. Минең ғүмер эсендә бер төшкән үте­ несемде үтәмәйһегеҙме? Харисов. Ярай, ул ҡыҙҙың «ике»һен төҙәттек, ти, ә бит «ике» алыусылар бер ул ғына түгел. Сорокин (етди төҫ алып). Мин башҡалар хаҡын­ да һөйләшергә килмәнем. Харисов. Беҙҙең институт тарихында «ике» билдәһен төҙәтеү кеүек күренештең булғаны юҡ әле, Василий Иванович. Бынан башҡа теләһә ниндәй үтенесегеҙҙе биш ҡуллап үтәргә әҙермен, әммә быныһын булдыра алмайым... Сорокин. Бына ниндәй ауыр эш йөкмәнем. Харисов. Ғәжәп ауыр. Был бит – ул ҡыҙға ярҙам итеү түгел, уны ярҙан этеү. Йәштәрҙе боҙоу был. Сорокин. Мин нотоҡ тыңларға килмәнем. Харисов. Һеҙҙе был эшкә доцент Хәбиров ек­ теме? Сорокин (ғәжәпләнеп). Ә уны ҡайҙан беләһегеҙ? Харисов. Әйттем бит, яман сир тиҙ тарала. Сорокин. Шымсыларығыҙ күп икән. Харисов. Василий Иванович, һеҙ, йорттарҙың си­ фаты өсөн көрәшәһегеҙ, ә беҙ кешеләрҙең, киләсәк быуындың сифаты өсөн көрәшәбеҙ. Сорокин (сәғәтенә ҡарап). Ваҡыт тар, Булат Нәбиевич, һуңғы һүҙегеҙҙе көтәм. Харисов. Һеҙ мине енәйәткә этәрәһегеҙ, «ике» урынына «өс», «өс» урынына «дүрт» ҡуйыу – уҡытыусының урлашыуы, Василий Иванович! Сорокин. Ә мин, үҙебеҙҙең пландан өҙөп, һеҙгә химия корпусы төҙөтәм. Был урлашыу түгелме? Харисов. Түгел. Бының өсөн һеҙ рәхмәттән башҡа бер нәмә лә ишетмәйәсәкһегеҙ. Ә бына был «икеле»не төҙәтһәк, институттағы өс йөҙ уҡытыу­ сының намыҫына тап төшә. Сорокин. Тимәк, отказ? Харисов. Башҡаса булдыра алмайым. Сорокин. Ярай!.. (Күңелһеҙ сығып китә.) Харисов (күҙлеген бер һалып, бер кейә.) Кешене аңламайҙар, кешене!.. Кешене йорт менән тиңләп буламы һуң?!.. (Телефон шылтырай. Трубканы ала.) Эйе… ректор... Кем? Тауышығыҙҙан таныным, Шакир Хөрмәтович!.. Эштәрме?.. Күп... Ҡайһы факультетта бер урынға – ун кеше... Шулай, кон­ курс... Путевка? Сочиға?.. Кәрәк... Рәхмәт, Ша­ кир Хөрмәтович!.. Ә?!. Лисанова? Эйе... беләм. Төҙәтергә?.. Күпме кәрәк, Шакир Хөрмәтович, «дүрт»ме, «биш«ме? «Дүрт» булһа ла етә?.. Яраа-ай... Тимәк, Сочиҙа бергәләп ял итәбеҙ?.. Ярай, ярай... (Трубканы ҡуя, көлә.) Бына нисек һатып алырға самалайҙар мине... ундай путевка менән ял итергә яҙмаһын...

Ҡояш ишек төбөндә ҡала. Ноғман ректор янына үтә. Улар бер-береһенә ҡарашып торалар.

Ноғман. Полковник... Харисов! Харисов. Бар ине полковник булған саҡтар... Ноғман. Мине таныйһығыҙмы?.. Харисов. Хәҙер... лейтенант... хәҙер... хәҙер... Ли­ санов... Ҡулдарын оҙаҡ ҡына ҡыҫышып торалар. Ҡосаҡлашып күрешәләр.

Лейтенант!.. Полк разведка командиры!.. Утта янмаған, һыуҙа батмаған Лисанов. Ноғман. Ул ваҡытта шулай инек тә бит. Хәҙер бер батабыҙ, бер ҡалҡабыҙ. Харисов. Һин мине үлемдән ҡотҡарған кеше!.. Ә үҙең ҡаты яраландың... Ноғман. Шунан һуң айырылыштыҡ. Мине гос­ питалгә оҙаттылар. Харисов. Күпме йылдар!.. Ә һин һаман күңелдә!.. Бына бөркөт. Ноғман. Ул ваҡытта нисегерәк йырлай инең әле?.. «Шайморатов генерал»ды йырлайҙар.

Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал. Ат уйнатып, алдан бара Шайморатов генерал. Харисов. Бар ине ваҡыттар, ә?.. Бар ине... Ноғман. Һеҙҙе йыш иҫкә алам. Ауырлыҡ килгәндә, һеҙҙе уйлаһам, батырайып китәм. Харисов. Ну, ну!.. Шаштырма... Ноғман. Түгел. Һеҙ теләһә ниндәй утҡа ҡурҡмай инергә, ир-егет булып йәшәргә өйрәттегеҙ!.. Харисов. Туҡта әле!.. Беҙ, бер-беребеҙҙе онот­ маҫҡа, хаттар алышып торорға вәғәҙә биргәйнек. Йә, һөйлә, үҙең ниндәй хеҙмәттә? Ноғман. Районда, леспромхоз директоры. Йәшеллек менән донъя матурлайбыҙ. Харисов. Ярай. Мине обкомға саҡырғайнылар. Әйҙә, кис сәғәт бишкә беҙгә кил… (Ҡояшҡа иғтибар итеп.) Ә был һылыуҡай ниңә бында тора? Ноғман. Ҡыҙым... Харисов. Ана, ниндәй матур ҡыҙ үҫтергәнһең!.. Әллә беҙгә уҡырға инәме? Ноғман. Шулайыраҡ ине шул. Харисов. Бик яҡшы, бик яҡшы!.. Бындай һөйкөмлө абитуриенттар килеүгә беҙ бик шатбыҙ! Атаһына оҡшаһа, гел «отлично»ға ғына уҡыр, ә?.. Кил әле, ҡыҙым, күрешәйек әле. (Уға ҡулын бирә.) Исемең кем? Ҡояш. Ҡояш Лисанова. Харисов. Ҡояш... Лисанова?! Ҡояш. Эйе.

Ноғман менән Ҡояш инә.

Ноғман (әҙәпле генә). Һаумыһығыҙ! Харисов. Һаумыһығыҙ!.. Уҙығыҙ!.. Тыңлайым һеҙҙе!..

37

«ТАМАША» №3 – 2010


Пьеса Харисов. «Ике» «ике» булып ҡала, «өс»кә әйләнмәй ул, лейтенант Лисанов!.. Ноғман. Был таяҡты тотҡан ерҙән һындырыу була. Харисов. «Ике»не алыуы ғына еңел, ә уны «өс»кә, «дүрт»кә күтәреүе, ай-һай, ауыр. Ноғман. Һеҙҙең сигенмәй торған кеше икәнлеге­ геҙҙе беләм. Ә шулай ҙа?.. Харисов. Ә шулай ҙа. Ҡояш быйыл инһә, яҡшы булмаҫ. Киләһе йылға күтәренке күңел менән килһен. Институтҡа инеү өсөн блат кәрәкмәй, бе­ лем кәрәк! Ноғман. Эйе, белем!.. Харисов. Малай - армияла, ҡыҙ Мәскәүҙә уҡый, бисә менән икебеҙгә дүрт бүлмә. Шуның береһе Ҡояшҡа етәме? Ноғман. Фатир табыр инек тә ул... Харисов. Юҡ, юҡ, Ҡояш беҙҙә торасаҡ. Киләһе йыл ныҡ уҡып, әҙерләнеп килһен. Ҡояштың яҙмы­ шын миңә тапшыр. Һиңә ғүмерем менән бурыслы­ мын, лейтенант Лисанов!.. (Уның ҡулын ҡыҫа.) Ноғман. Рәхмәт быныһына!.. Харисов. Башҡаса булдыра алмайым. Ноғман. Бынан артыҡ аңлау кәрәкмәйҙер. Ҡояш. Быйыл булманымы ни инде? (Күңеле тула.) Харисов. Ҡояш!.. Мин күҙ йәше яратмайым. Ноғман. Әйҙә, ҡыҙым!.. Ҡыйыҡ юлдан шулай оҙағыраҡ йөрөргә тура килә инде. Харисов. Көтәм! Ноғман. Рәхмәт!

А. Мөбәрәков – Харисов, Ғ.Сөләймәнов – Ноғман ролендә. Харисов. Һм... һм... Бына ниндәй икәнһең!.. Та­ рихтан «ике» алған Ҡояш?.. Ҡояш (тетрәп төшә, юғалып ҡала). Эйе... Ноғман. Даның бөтә ҡалаға таралған, ҡыҙым!.. Хатта ректор ҙа белә. Харисов. Быйылғы комедия героиняһы. Күрге килгәйне. Бына моратыма ла ирештем, исеме лә матур, фамилияһы ла... үҙе лә... Ноғман. Тимәк, һеҙгә бөтәһе лә мәғлүм? Харисов. Һин, разведка командиры, бында ла разведканы яҡшы алып бараһың, ә? Ноғман (ҡул һелтәп). Ҡуй инде... Ҡояш. Мин ғәйепле түгел... Харисов. Бик дөрөҫ әйтәһегеҙ, һеңлем! Ноғман. Булған, булған, был бәләнән ҡотҡарығыҙ инде, иптәш полков... әй... Булат Нәбиевич!.. Хәҙер инде фронтташ кеше булараҡ үтенеп һорайым. Харисов. Ҡотҡарырға?.. Ҡотҡарырға?.. Эйе, бын­ дай яҡшы ҡыҙҙы ҡотҡарырға кәрәк! Ноғман. Үтенеп һорайым!.. Харисов. Ҡотҡарырға?.. Эйе, ҡотҡара алам... Ноғман. Рәхмәт!.. Ҡояш (асылып). Мин тырышып уҡырмын. Бына күрерһегеҙ… (Илап ебәрә.) Ноғман. Тыныслан, ҡыҙым!.. Харисов. Ярамай, Ҡояш! (Стаканға һыу һалып бирә.) Мә, эс әле. Ҡояш (эсә). Рәхмәт!.. Ноғман. Шул бер «икеле»не «өс»кә әйләнде­ реү атакаға барып, дошман ояһын туҙҙырыуҙан д�� ауырмы? Харисов. Нисек икәнлеген кис беҙҙә аңлашыр­ быҙ. Адрес: Патрис Лумумба урамы, беренсе йорт, ун беренсе фатир. Хәтерләнеңме? Ҡабатла әле... Ноғман (көлөп). Армиялағыса. Патрис Лумумба, бер, ун бер. Харисов. Көтәм. Ноғман. Ә «ике»?

«ТАМАША» №3 – 2010

Ноғман, Ҡояш китәләр. Телефон шылтырай. Ләкин Харисов уны алмай. Дәриғә инә. Ҡулында төргәк.

Дәриғә. Һаумыһығыҙ!.. Харисов. Һаумыһығыҙ!.. Дәриғә. Был - мин... Дәриғә. Харисов. Бик шатмын!.. Дәриғә. Рәхмәт һеҙгә!.. Бөтә йөрәктән рәхмәт!.. Харисов. Ни өсөн? Дәриғә. Бәй, инглиз телен йырлай-йырлай «биш»кә бирҙем. Ун ете балл йыйҙым. Үттем... Харисов. Үтә алғас, үҙеңә рәхмәт! Дәриғә. Үтә алмаһам, аяныс була ине... Шул рәхмәтемде генә әйтәйем тип ингәйнем... Ху­ шығыҙ... Ректорға һиҙҙермәй генә төргәген ултырғысҡа ҡуя. Ректор өҫтәленән иҫтәлеккә бер ҡәләм сәлдерә. Дәриғә киткәс, ректор төйөнсөккә иғтибар итә. Уны һүтеп ҡарай, ярты ҡаҙҙы күреп, хайран ҡала. Тап шул ваҡыт телефон шылтырай.

Харисов (трубканы ала). Эйе, мин. Эйе, эйе... Кем? Ҡояш Лисанова?.. (Шапылдатып трубканы ҡуя. Ут һүнә.)

38


Пьеса Алтынсы күренеш

Кәллә. Белмәйем. Ниндәй ҡөҙрәт менәндер инде. Мәпти. Теге? Пустаяннай? Кәллә. Ул да имгәнде. Мәпти. Бальнискә һалманылармы ни? Кәллә. Ямаштырып сығарҙылар. Мәпти (Ҡояшҡа). Бөтәһе лә һинең арҡаңда. Үҙ башыңда булмағас, ни бысағыма институтминиститут тип, кеше көлдөрөп йөрөргә. Хоҙай һиңә беләк буйы тел биргән – бармаҡ буйы аҡыл йәлләгән... Ҡояш. Әй... мал өсөн йән һатҡан нәмәкәйҙәр... (Елкенеп инеп китә.) Мәпти. Бына рәхмәте!.. Ишеттеңме? Кәллә. Бәлки, дөрөҫөн әйтәлер. Мәпти. Ҡара!.. Кәллә. Исмаһам, балабыҙ ҙа юҡ бит. Шайтаныма был тиклем ҡыуабыҙмы донъяны? Ял юҡ, ни юҡ!.. Мәпти. Ял теге донъяла, Кәллә, мәңгелек ял. Ә быныһы - хәрәкәтте, бәрәкәтте ярата. Кәллә. Инде бына... бәрәкәтләндек. Мәпти. Ҡара уны, ауыҙыңды йомоп ҡалма, Ноғман еҙнәнән кәпикәһенә тиклем түләт. Кәллә. Ҡояш үтһә, түләр ҙә бит... Мәпти. Һуң... әйтәһең бит, алла ҡоло, Ноғман еҙнә ректорҙы үлемдән ҡотҡарып ҡалған... Кәллә. Уның арҡаһында Ноғман бажа үҙе бик ҡаты яраланған. Мәпти. Шулай булып та үткәрмәһә, ул рек­ торҙың битенә төкөрөргә генә ҡала. Кәллә. Үтергә тейеш инде.. Үтер... бәлки, үтер.. үтәсәк... Мәпти. Эйе, ээ... үтер, Алла бойорһа, үтер... Кәллә. Үтә... үтә... үтә... үтер... үтер... Мәпти. Үтер... үтер... үтә... үтте... үтте... (Уҡынып амин тота.)

Йәнә Кәлләләрҙең ихатаһы. Кискә табан. Ҡояш болдорҙа моңайып ултыра. Атылып Йондоҙ инә.

Йондоҙ. Ҡояш!.. Нур һип йыһанға!.. Ҡояш. Һибеп ултырам. Йондоҙ. Тәки үттеңме? Ҡояш. Үттем бына... йүгерә-йүгерә... Йондоҙ. Кәллә ағайҙы күргәйнем. Атайың рек­ тор менән фронтташ икән. Ҡояш үтте инде, ти. Ҡояш. Атайым әле ректорҙың фатирында. Бы­ ныһы һуңғы өмөт... Йондоҙ. Теге «аяныс» ун ете балл йыйған бит. Ҡояш. Бәлки, мин дә йыйған булыр инем... Йондоҙ. Ой, ҡыҙыҡ та ҡыҙ инде... эсе, тышы менән балҡып тора... Ҡояш. Ә минең исемем генә балҡый... (Баҡсаға инеп китә.) Йондоҙ. Ҡояш үкенә. Тимәк... ул аңлаған... Үҙ ха­ таңды аңлау – бөтөнләй яңы кеше булыу, тип әйтә ине өләсәйем. Ҡояш (сыға, ҡулында сәскәләр). Мә, Канопус!.. Уңыштарың менән!.. Һин... һин... ысынлап та... ги­ гант!.. Ә мин... кәрлә... Йондоҙ. Үҙеңдең кәрлә икәнлегеңде аңлау – ги­ гантлыҡ. Ҡояш. Ярай, ярай, фәлсәфә һатма әле. Бар, уҡы… (сығарып ебәрә.) Йондоҙ китә. Ҡояш яңғыҙы ҡала. Бер аҙҙан Мәпти ҡайта. Сумкаһы тулы ашамлыҡтар, үҙе бик борсоу.

Мәпти. Уф!.. Йөрәккәйем!.. Кәлләкәйем!.. Ҡояш. Ни булған? Мәпти. «Волга»ға авария булған... Береһе үлгән... Береһе йәнселгән... Ҡояш. Кәллә ағай түгелдер бит? Мәпти. Барыһы ла һинең арҡаңда, барыһы ла һинең арҡаңда... Ҡояш. Атаҡ!.. Кем һеҙгә себен кеүек безелдәп йөрөргә ҡушҡан? Мәпти. Исмаһам, рәхмәт әйтер инең.

Ноғман ҡайта. Мәпти, атылып, уның ҡаршыһына бара.

Үттеме? Ноғман (асыулы). Унда үтеү өсөн сират күпере сығырға кәрәк, Мәпти!.. Ә сират күпере ҡылдан нескә... Уны үтеү өсөн белем дә, зирәклек тә, аҡыл да кәрәк... Ун кешенән берҙе һайлап алалар... аҫыл­ дарын ғына... Ә Ҡояш әле ҡамыр ғына... (Кәлләне күреп.) Мин был хәлде ишеткәйнем. Кәллә. Түңәрәк өҫтәл артында ла булманымы? Ноғман. Был хаҡта яңынан һүҙ ҡуҙғатырға баҙнат итмәнем. Ғәрләндем. Мәпти. Үҙегеҙ ҙә инде, Ноғман еҙнә!.. Фронтовой дуҫ булғас, яғаһынан елтерәтеп алып һөйләшергә кәрәк ине. Ноғман. Мин уның алдында түбәнһенергә тей­ еш түгел. Ул быны яратмай. Дошман ҡотороноп өҫкә килгәндә лә, сигенеүҙе белмәне ул. Шундай кеше ни эшләп әле генә үҙ фекеренән сигенһен, ти. Ҡояш ҡайҙа?

Кәллә ҡайта. Башы бинт менән бәйләнгән. Бер күҙе генә күренеп тора. Уң ҡулы ла бинт менән бәйләнеп, муйынына аҫылынып ҡуйылған.

Кәлләкәйем!.. Тамаҡ тамуҡҡа индерә, тиҙәр... Кәллә (ауыр һөйләшә). Индек инде... Мәпти. Ни булды?.. Һөйлә тиҙерәк!.. Кәллә. Шул... постоянный сволочь... ректорҙың бер туғанына ҡыуҙырҙы... Самолет шикелле остоҡ... и... барып та индек самосвал аҫтына... Мәпти. «Волга» йәнселдеме? Кәллә. Селпәрәмә килде. Мәпти. Үҙең нисек иҫән ҡалдың?

39

«ТАМАША» №3 – 2010


пьеса Кәллә. Ҡояш ҡасмаҫ та ул... Ноғман. Һуң? Кәллә. Былай бит әле: һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашаһыœ, ти. Ноғман. Хуш, әйҙә, һайрашып ҡарайыҡ... Кәллә. Былай бит әле... (Пауза.) Ноғман. Уратма, Кәллә, тураһын әйт!.. Мәпти. Бик күп расходландыҡ... Ноғман (кеҫәһенә тығыла). Күпме? (Пауза.) Кәллә. Күп инде ул. Ноғман. Ә шулай ҙа? (Кәлләгә ҡарай, яуап юҡ, Мәптигә ҡарай, яуап юҡ.) Ә ниңә телһеҙ ҡалдығыҙ әле? Кәллә. Былай бит ул... (Пауза.) Ноғман. Нисек? Мәпти (Кәлләгә). Һуң... нимә телеңде йоттоң? Кәллә. Бер көн сутлағайныҡ... (Пауза.) Мәпти. Эйе, 2120 һум сыҡты. Ноғман. Ә?! Мәпти. 2120 һум. И... биш мең һумлыҡ «Вол­ га»ны ватып туҡтаныҡ... Ноғман. 7120 һум булды. Тағы? Кәллә. Машина хаҡы... ярай инде... үҙемдең өҫтә... Ҡалғандары... Ноғман. Ноғман өҫтөнәме?.. Мәпти. Кешенең артыҡ бер кәпикәһе лә кәрәкмәй беҙгә... Кәллә. Эйе, бажа кешенеке бигерәк тә... Ноғман (кеҫәһен аҡтара, тегеләр аҡса сығара тип уйлай, ләкин ул күҙлек алып кейә.) Бажалыҡты яман аңлайһың икән, Кәллә! Минең исемде бысра­ тырға кем ҡушты? Оят! Оят! Ҡояш (сәсрәп килеп сыға, ҡулында сумаҙан). Дөрөҫ, атай!.. Кәллә. Киләһе йыл Кәллә тағы ла кәрәк булыр. Ҡояш. Юҡ, кәрәкмәй!.. Әйҙә, атай. (Китә.) Ноғман. Пока-а-а... (Китә.) Мәпти. Ю-у-у-ҡ!.. Мин быны ошо килеш ҡалды­ раммы һуң? Ебегән һин, Кәллә, кәлйемә... гайкаң бушаған... Хәҙер үҙем ректорға барам... фатирына... ер тишегенән табырмын... Әммә түккән аҡсамдың кәпикәһенә тиклем бишләтә ҡайтарып алырмын!.. Кәллә. И-и... кәзәнең маллығы, бажаның – туған­ лығы... Атай мәрхүм әйтә торғайны: «Юҡ – юҡ ул, юҡты эҙләмә. Бар – бар ул, барҙы бар итә бел» тип. Мине ауылда «таҡмаҡсы Кәллә» тип атанылар. Таҡмаҡ сығарырға гел генә мине йөрөтәләр ине. Шуларҙы шиғыр итеп ойошторһам, бәлки, Туҡай кеүегерәк шағир сығыр ине. Һине, Мәптел, арҡан

«ТАМАША» №3 – 2010

менән һөйрәтеп, бер мәртәбә театрға ла алып ба­ рып булманы. Өй тулы мал, ә күңел буш. Мәпти. Тағы ла ниндәй театр кәрәк һиңә? Кәллә. Мәпти!.. Баш әйләнә, паралич һуғырға итә... Мәпти. Кәлләкәйем... Аллаҡайым... Әйҙә, ул­ тыр! Иман килтер!.. Уҡы мин өйрәткәндәрҙе, ож­ махҡа инерһең!.. Хәбиров инә. Уның да ҡулы бинт менән бәйләнгән. Аҡһай.

Хәбиров. Һаумыһығыҙ!.. Мәпти, Мөфти ха­ ным!.. Мәпти. Ә?! Әйҙә. Үт, тәүәриш пустаянный, дәтсин иптәш!.. Хәбиров. Бына... тағы ла килдем. Мәпти. Бәй, килмәй, иҫәр!.. Әйҙә... Ашаныҡ-эс­ тек, күңел астыҡ тигәндәй, иҫәп-хисапты өҙәйек тә дуҫтарски айырылышайыҡ. Хәбиров. Ниндәй иҫәп-хисап ул? Мәпти. Бәй, һеҙҙең мажараларығыҙға киткән 2120 һум. Хәбиров. Һи, бигерәк пустяк икән. Түләрмен. Бише менән. Мәпти. Һин хәйләкәр, пустаянный. Өйгә килте­ реп бирерһеңме? Хәбиров. Ҙур тантана менән. Хөрмәт һәм ихти­ рам итеп. Мәпти. Ант ит! Хәбиров. Мин Аллаға ышанмайым! Мәпти. Шуның һүҙен яҙып, дилаға теркәп ҡуй әле, Кәллә! Хәбиров. Яҙығыҙ, яҙ... Кәллә ағай! Һеҙ иҫәпхисапҡа оҫта. Йә, счетҡа һалып ҡара әле. Мин, доцент булараҡ, айына 320 һум алам. Биш йылға күпме була? Тәк... 19200 һум!.. Бына шуларҙан мин ҡолаҡ ҡаҡтым. Латинса әйткәндә, сасдес... сала­ митас... канис... минең эштәр ҡыл өҫтөндә. Шулай булғас, кем күберәк расходланған да, кем күберәк отторған? Кәллә. Мәпти!.. Зиһенем тарала... башым әйләнә... Мәпти!.. Паралич һуға... һуға... һуҡты... һуҡты... (Мәпти Кәлләгә ташлана.) Мәпти!.. Ско­ рой помощь... Аяҡтарым тартыша... (Ауа.) Мәпти. Кәллә!.. Кәли!.. Кәлимулла! (Уға ташлана.) Шаршау.

40


Хºтирº Зинира Атнабаева

Уҙған ғүмер – иҫтәлек * Мин Өфөлә ...Унды бөтөп, район үҙәге Тәтешлегә барып, аттестат алдым. 50-60 йорттан торған ауылға ҡарағанда район үҙәге ҙур ҡала булып күҙ алдыма баҫты. Әсәйем, үҙенә ауыр бу­ лыуға ҡарамаҫтан, ағайымды: «Исмаһам һин ҡалаға кит, уҡы, кеше бул», – тип өгөтләп Өфөгә ебәрҙе. Мин дә уға эйәрҙем. Ағайым «Ҡыҙыл таң» редак­ цияһына эшкә урынлашты. Унынсыны тамамлап, беҙгә уҡытыусы булып килгән Куш­ наренко ҡыҙы Сәүиә апайға өйләнгәйне. Килеп уларға баш төрттөм. Солтанов урамында бер бабайҙа фатирҙа торалар ине. Бабайҙың өйө бәләкәй, беҙҙең ауылдағы мунса кеүек тә юҡ. Ағайымдар мейес ар­ тында. Улдары Азамат бар. Бер тимер карауат янында бәләкәй тумбочка тора, уның өҫтөнә баланы йоҡлатырға ҙур тимер кәритә ҡуялар. Мин ба­ бай яғында бәләкәй һандыҡ өҫтөнә ятам. Һандыҡ ағайым­ дар карауаты башына терәтеп ҡуйылған. Йоҡлап ятҡанда ағайым карауаттың башынан оҙон аяҡтарын һуҙып ебәрә лә, минең башҡа тибеп ебәрә. Мин фуфайка ябыныn йоҡлаған ки­ леш иҙәнгә тәгәрәйем, тағы йоҡлап китәм. Бына бәхет, Азаматты ҡарап өйҙә ултырғанда ағайым мине «Ҡыҙыл таң»ға корректор итеп эшкә урынлаштырҙы. Кемдәр

Зинира Атнабаева Диянира ролендә (К. Гольдони, «Ҡунаҡхана хужабикәһе»). 1959 йыл

менән эшләмәнем мин унда! Әсғәт Мирзаһитов, Нәжиб Асанбаев, Динис Исламов һәм башҡа күренекле шәхестәр! Назар Нәжми йыш килә. Улар шағирҙарға хас һүҙҙәр менән: «Ой, ниндәй һылыу ҡыҙ алып килгән Атнабай – бер ҡашыҡ һыу менән йоторлоҡ», – тиҙәр. Ағайым: «Йотмай ғына то­ роғоҙ. Ул минең һеңлем!» – тип ҡырт киҫә. Улар мине үҫенде­ реп артистка тип йөрөттөләр. Ә мин уларҙың шиғырҙарын илай-илай яттан һөйләйем. Уларға оҡшай, ҡул сабалар. Мин уларҙы «минең егеттәрем» тип атаным.

Бер көндө Хоҙай тарафынан ебәрелгән мөғжизәгә тап бул­ дыҡ. Гәзиттә «Мәскәү театр институтында башҡорт сту­ дияһы асыла, йәш ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе йыябыҙ, конкурс иғлан ителә», тигән белдереү бирелгән. «Минең егеттәрем» һәм ағайым гәзитте һелтәйһелтәй, йүгереп килеп, мине уратып алдылар ҙа: «Үҙебеҙ әҙер­ләйбеҙ, имтиханға бар», – тинеләр. Барып яҙылдым опера те­ атрындағы комиссияға. Бына хәҙер Золушканы кейендергән кеүек «егеттәрем» мине кей­ ендерә башланы. Толомдарым бик  оҙон ине. Назар ағай шун­ дай матур таҫмалар алып кил­ гән, ә Динис Исламов муйы­ ныма шифон шарф килтереп бәйләне. Еңгәм йәшелле-һары саған япраҡтары төшкән ши­ фон күлдәген кейҙерҙе. Көҙгөгә барып баҫтым – абау, бигерәк матурмын! Имтихан ҡабул итер өсөн Мәскәүҙән дә килгәндәр. Ә беҙҙән Арыҫлан Мөбәрәков, Вәли Ғәлимов, Хажи Бохар­ ский šабул итте. комиссия ал­ дына инеп баҫҡас – бер таныш кеше юҡ, аяҡ тотмай, теҙ ҡал­ тырай, ирендәр йәбешкән, тел йөрөмәй. Ҡарап торам. – Йә, – тиҙәр. – Нимә, йә? – тинем. – Һөйлә, ниндәй шиғыр беләһең? Миңә шул ғына кәрәк тә инде. Бер туҡтауһыҙ, берсә та­

*АŸаƒы. (Башы 2009 йылдың 6-сы, 2010 йылдың 2-се ћандарында)

41

«ТАМАША» №3 – 2010


Хºтирº тарса, берсә башҡортса «егет­ тәрем»дең шиғырҙарын һөйләй башланым. Көлдөләр, ҡул сап­ тылар, «молодец» тинеләр. Нин­дәйҙер бер этюд эшләргә ҡуштылар. Ә минең йөрәгемдә уйылып ҡалған мәлдәр – ауы­ лымдың етегән шишмәһе, атай­ ымдың һуғышҡа киткән мә­ле, ете баланың илап ҡалыуы күҙ алдыма килде лә, илап ебәрҙем. «Беҙгә лә әйтеп ила», – тиҙәр. Береһе килеп башымдан һыйпа­ ны. Ул Мөбәрәков ағай булған икән, һуңынан белдем. – Башҡортса беләһеңме? – Юҡ... – Өйрәнәһеңме? – Өйрәтһәләр – өйрәнер­ мен... Этюдтың нимә икәнлеген аңлатып бирҙеләр: «Һин мәк­ тәптән ҡайтып киләһең, өйөгөҙ яна, ә һинең әсәйең ауырып ята...» Минең өсөн был хәл яңылыҡ түгел. Әсәйем һалҡын тейҙереп йыш ауырыны һәм пожар тигән нәмә лә йыш ҡына була ине. Әсәйем дә миңә ҡасандыр бер хәл һөйләгәйне. Ул килен булып төшкәндә беҙҙең ауыл Шаршаҙы исемле булған һәм бөтә халыҡ ураҡта саҡта ул тотош янған... Бер ҡарт урман араһында асыҡ ялан күреп ҡайтҡан да: «Мин ялан күрҙем», – тип хәбәр һалған. Шунда күсенеп, өйҙәр һала башлағандар һәм ауыл исеме лә Ялан-күрҙем булып киткән. Һуңынан ҡыҫҡарып, Күрҙем исеме генә тороп ҡалған. Ошо хәлде мин эстән ныҡ кисерҙем. Шуға ла этюд тигән нәмәне ысынбарлыҡ итеп күр­ һәтә башланым. Ишеккә табан йүгерҙем, типтем: «Әсәй, әсәй!» – тип ҡысҡырҙым, ила­ным... Бер ултырғысты әсәкәйем тип алып ҡосаҡлап илай башланым. Ҡарап улты­рыусылар ҡәнәғәт булғандар­ҙыр: «Молодец!» – тип ар­ҡамдан һөйөп, йыуатып сығарып ебәрҙеләр. Мин һаман туҡтау­һыҙ илайым. Ишек төбөндә «ТАМАША» №3 – 2010

торған иптәштәрем: «Зинира­ ны алманылар», – тип йәлләп тороп ҡалдылар. Тағы ла башҡа фәндәрҙән имтихандар булды. Һуңғы турҙан һуң Мәскәүгә алынған студенттар исемлегендº минең «А» хәрефле фамилиям иң тәүге булып тора ине. Башҡортостан хөкүмәте Мәс­кәүҙә кеше араһында йөрөр­лөк итеп, кейем-һалым алып, юлға аҡса бирҙе. Мәскәүгә китер алдынан ауылға ҡайттым. «Әсәй, мин бит  Мәскәүгә артислыҡҡа уҡырға китәм», – тинем шат­ ланып. Әсәйемдең шул саҡта әйткән һүҙен бер ваҡытта ла онотмайым: «Тапҡанһың эш, сиған кеүек арбаға тейәлеп, кеше өҫтөндә йөрөрһөң. Ис­ маһам, кейәүгә сыҡ, һыйыр һауып тамаҡ туйҙырырһың», – тине. Ә үҙе бахырғынам, мин уҡырға киткәндә Куеда стан­ цияһына ағас сумаҙанымды күтәрешеп, икмәк һалынған тоҡ­сайымды тотоп, оҙата бар­ ҙы. Төндә ултырып киттем. Әсәйем-ҡәҙерлем: «Кем Мәс­ кәүгә бара, минең ҡыҙыма иптәш булыр ине», – тип төн буйына станцияла һорап йөрөп сыҡҡан. Бына нисә йыл күҙ алдымда, керпек ҡаҡмайынса тәҙрәнән ҡарап барыуым. Станцияларҙа халыҡ сыға башлаһа, йәки билет тикшерергә инһәләр, төшөрөп ҡалдырмаһалар ярар ине, тип ҡурҡа инем.

Мәскәү-ү-ү! Башҡорт студияһына уҡыр­ ға алынған ҡыҙҙар-егеттәр Ҡазан вокзалында шул сәғәттә йыйылырға, тигән ваҡытҡа мин дә барып еттем. Бөтәһе лә йыйылған ине – егерме кеше. Инде режиссерҙар әҙерләү факультетында уҡып йөрөүсе Усманов Хәлит ағай беҙҙе ҡар­ шы алып, йөк машинаһына тейәп, беҙгә Мәскәүҙе күрһәтә-

42

күрһәтә дөйөм ятаҡҡа алып китте. Беҙ тирә-яҡҡа ҡарайҡарай: «Ниндәй мөғжизә икән Мәскәү тигәндәре, – тип һоҡла­ нып, – ҡара әле, ниндәй бейек, нисек йығылып төшмәйҙәр икән, был урамдарҙың иге-сиге бармы икән?» – тип ҡысҡыра­ быҙ. Бына ул ожмах, тигән уй башыма килде. Һәм бына беҙ йәшәйәсәк ятаҡҡа – Трифонов­ ка урамындағы ике ҡатлы ағас йортҡа килеп туҡталдыҡ. Ете ҡыҙҙы бер бүлмәгә урынлаш­ тырҙылар ҙа, егеттәрҙе Песча­ ный урамындағы икенсе ятаҡҡа алып киттеләр. Икенсе көндө иртән инсти­ тут менән танышыу булды. Борис Владимирович Бибиков – башҡорт студияһының худо­ жество етәксеһе, профессор, Сталин премияһы лауреаты; Ольга Ивановна Пыжова – профессор, Сталин премияһы лауреаты; Ольга Ивановна Старостина – доцент, Стани­ славский премияһы лауреаты; Николай Викторович Патижа­ нов – РСФСР-ҙың халыҡ арти­ сы, Вахтангов театры артисы, Станиславский премияһы лау­ реаты һәм башҡа уҡытыусылар менән осрашыу булды. Берен­ се дәрестәрҙәге ҡыҙыҡ хәлдәр иҫтә ҡалған. Беҙгә профессор: «Ҡайһы яҡтан, ни эшләп театр юлын һайланығыҙ?» – тигән һорауҙар бирә. Арабыҙҙа бөтә яғы менән дә өтөк кенә Ҡужин Фахразый бар ине. Беҙ берберебеҙ менән танышып та өлгөрмәгәнбеҙ әле. Борис Вла­ димирович уға ошо һорауҙы бирҙе. Теге: «Талант и желание!» – тип ҡысҡырҙы. Тик икенсе курсты ла бөтә алманы, уны «бездарь», сәхнә өсөн яраҡһыҙ, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Ошо һорауҙы Шамил Рәхмәтул­ линға биргәс, ул башын ғорур күтәрә биреп: «Мин проф­ союз ағзаһы», – тине. Шунда уҡытыусылар көлөп ебәрҙе лә, ҡул сабып ҡуйҙы.


Хºтирº Шунан китте көнө-төнө уҡыу. Күбеһе башҡорт телен белмәй, тәүҙә башҡорт те­ лен өйрәндек. Уҡытыусыбыҙ, Абдулла Нәби улы Баязитов, Башҡорт дәүләт университе­ ты профессоры ине. Ул беҙҙең менән бергә Мәскәүгә барып, биш йыл буйы беҙҙе баш­ ҡортса һөйләшергә өйрәтте. Уҡы­т ыусыбыҙҙың сәстәре ағар­ҙы. «Бына Атнабаева, «с» хәрефенә ҡойроҡ ҡуй ҙа, ул һаҡау «ҫ» була», – ти. Ә мин ун йыл татар мәктәбендә уҡып, башҡорт теленең нимә икәнен дә белмәгән кеше самауырҙы – «ҫамауыр», һыуҙы – «ҫыу» тип әйтә инем. 3-сө курста тәки башҡорт теленән имтиханды бишкә биреп, бик шатланғай­ ным. Рус телен белеүем дә шул сама ине. Бер саҡ Мәскәү урамы­ нан китеп барам. Артта бер нисә ҡатын-ҡыҙ: «Ой коса, ой коса!» – тиҙәр. Былар аяғым­ ды «косой» тип әйтәләр икән тип уйланым. Аҡрын ғына уларҙан артта ҡалырға ты­ рышып, туҡтабыраҡ ҡалдым. Улар минең алдыма сығып: «И сама хорошенькая», – тип арҡамдан һөйҙө. Шунда ғына сәсемә ҡарап һоҡланыуҙарын аңланым. Беҙ башҡорт ансамблендәге ете ҡыҙ кеүек бер ишбеҙ – ябыҡ, матур. Бит, ирен буяу тигән төшөнсәләрҙе белмәйбеҙ ҙә. Сәстәребеҙ оҙон. Билдәре­ беҙ ҙә һығылып тора. Татыу­ быҙ: булған ризыҡтарыбыҙҙы бергә ашайбыҙ, юрған аҫтына инеп, ауылдарыбыҙҙы һағынып илап та алабыҙ. Ләкин йәшлек үҙенекен итте. МДУ-ла уҡыу­ сы башҡорт егеттәре, әҙәбиәт институтында уҡыусы буласаҡ шағирҙар Рәми Ғарипов, Рафа­ эль Сафин, Диҡҡәт Бураҡаев, Шакир Янбаев, Рәйес Низамов һәм башҡалар менән осрашыу кисәләре үткәрә башланыҡ. Улар менән байрам көндәрендә

Ленин тауына менеү, ә инде 7 ноябрҙә салют атҡанын ҡарау иҫтәлекле көндәр булып хәтерҙә ҡалды. Беҙҙең башҡорт студияһы бөтә яҡтан данлыҡлы булды. Баянсыбыҙ – Вил Кәримов, скрипкасы, ҡурайсы – Әмир Абдразаҡов, бейеү ҡуйыусы­ лар  Марат Солтанов, Наил Ти­ беевтарҙың даны алыҫҡа тарал­ ды. «Ете ҡыҙ», «Парлы йәштәр» бейеүҙәре менән байрамдарҙа сығыш яһайбыҙ. Бе­йегәндә ми­ нең аяҡ һис тә дөрөҫ баҫмай яфаланы. Наил мине үҙенә ала. Ҡыҙыл майҙан киң, ергә лә тейҙермәй осора. Бейеү генә­ ме?! Вил Кәримов менән рапи­ рала өҙөк тә күрһәтә инек. Ул мине, әйтерһең дә, баҫты­рып үлтерергә уйлай: халыҡ алды­ на йүгереп сығам, маңлайыма ҡыҙыл таҫма бәйләнгән, аҡ киң кофта менән триконан­ мын. Вил ҡаршыма рапира менән сыға ла, алыш башлана: рапиранан ут сыға һәм алыш минең еңеү менән бөтә. Мин Вилде «сәнсеп» йығып һалам да, өҫтөнә аяғым менән баҫам, был уның еңелеүе тигән һүҙ. Халыҡ ҡул саба.

Мәскәүҙә уҡыу беҙҙең өсөн бик отошло булды. Пропуск алып, театрҙарға бушлай йөрөү мөмкинселеге бар ине. Һәм беҙ спектаклдәрҙең береһен дә ҡалдырмай, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап барҙыҡ. Октябрь, Май байрамдарын­ да башҡорт милли ке­йемдә­ рендә демонстрацияға сыға инек. Был кейемдәрҙе Баш­ ҡортостан хөкүмәте беҙгә тип тектереп ебәргәйне. Демонст­ рация бөтөүгә Ҡыҙыл майҙан­ да беренсе булып үҙебеҙҙең концерт программаһы менән сығыш яһайбыҙ. Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорт, татар халҡы беҙҙе беренсе көндәрҙән үк яратып, үҙ итеп алды. ...Мәскәү ҡыҙы тип йөрөт­ кән Зинирабыҙ, йәғни мин, бер йыл уҡығандан һуң ауылға ҡайттым, каникулға. Беҙҙең урам балалары, әйтерһең, сит илдән ҡайтҡан ҡунаҡ килә, тауға менеп, сәскәләр менән мине ҡаршы алды. Тауҙан етәкләшеп ауыл яғына йүгерҙек. Инде ысынлап та «Мәскәү ҡыҙы», «мәскәүсә» – ҡыҫҡа итәк, аҡ кофта кейеп киске уйынға сыҡтым. Егеттәр

З. Атнабаеваның әсәһе һәм Әнғәм ағаһы, уныœ ҡатыны Сәүиә, улы Азамат менән. 1960 йыл

43

«ТАМАША» №3 – 2010


Хºтирº мине ситтән генә күҙәтә. Бындай хәлдең әле ауылда булғаны юҡ ине. Мәктәптә уҡығанда ду¾тарса һөйләшеп йөрөгән Әхмәтнәби бар ине. Яңауылдан Фәнил исемле нефтсе егет ҡунаҡҡа килгән. Зәп-зәңгәр күҙле. Бейергә төшөү менән мине саҡырҙы. Ҡайтырға сыҡҡанда ул ми­ нең ҡулымды тотоп алды ла: «Рөхсәт итһәгеҙ, оҙата барыр инем», – тине оялып ҡына. Минең ауыҙ йырыҡ, көләм. Ул минең йәнәшәмдән бер-ике аҙым атлауы булды, «шалт», Әхмәтнәби беҙҙең арттан ки­ леп, Фәнилдең яңағына тон­ дорҙо. Ике «үгеҙ» «һөҙөшөп» ҡалдылар, ә мин өйгә табан йүгерҙем. Беҙҙең ҡапҡа бейек, эстән бикләп ҡуялар ҙа, аҫтан ғына кереп йөрөйбөҙ. Ми­ нең ҡапҡа аҫтынан башымды тығыуым булды, Дамка ҡуша­ матлы этебеҙ өҫтөмә ташлан­ ды. «Дамка, Дамка, был мин, танымайһыңмы ни?» – тип торған арала Мәскәү беретым теткеләнеп һауаға осҡайны инде. Шулай Мәскәү береты менән бәхилләштем.

Ауылда эш күп, халыҡ бесән сабырға йөрөй. Бригадир: «Зи­ нира, эшләп аша, Мәскәүеңә икмәк ебәрербеҙ, бесән сабырға сыҡ!» – тине. Әсәйемә эйәреп, мин дә салғы күтәреп, бесән сабырға киттем. Бер ҡасан да салғы тотмаған кеше, апайҙар рәтенән сабырға тип баҫтым. Тик минең салғы бесәнгә түгел, ергә төртөлә лә туҡтала. Беҙҙең ауылда Зөһәйрә исем­ ле апай бар ине. Беҙ уны «ал­ памыша» тип йөрөтә инек. Ә инде ауылдан ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, беҙ уға икенсе исем таҡтыҡ – «ирдәүкә». Ул ҡапыл эргәмә килде лә, алпа­ мыша баланы күтәргән кеүек, мине күтәреп алды ла, бесән өҫтөнән ситкәрәк баҫтырҙы. «Һин – Мәскәү ҡыҙы, туғаным, ана бесәнеңде Мәскәүҙә са­ бырһың. Ошо бесән өҫтөнә баҫ та, йырла. Ә бесәнде мин һинең өсөн үҙем дә сабырмын!» – тине. Шулай итеп, колхоз эше лә шуның менән тамам булды. Мәскәүгә икенсе курсҡа уҡырға киткәндә тоҡсайым ярайһы ауыр ине. Кемдер кипкән еләк тыға, кемдер бан­

Бер төркөм студенттар. Һулдан уңға: Зинира Атнабаева, Шәүрә Ҡолбаева, Физа Латипова, Илшат Йомағолов, Гөлли Мөбәрәкова, Рәмзилә Әҙелшина. Мәскәү, 1957 йыл «ТАМАША» №3 – 2010

44

ка менән ҡаймаҡ, ҙур шешә менән һөт, бауырһаҡ, кипкән муйыл, мәтрүшкә тотоп килә. Ә Зөһәйрә апайым үҙе хәтле икмәк бешереп килтергән. Уҡымаһаң да уҡырһың, бын­ дай ауылдаштарың булғанда. Әсәйем-әсәкәйем, төнө буйы ул­ тырып миңә күлдәк текте. Дам­ ка теткеләп бөткән беретым­ ды рәтләп кейҙерҙе. Нәнәйем ойоҡбаш бәйләп һалды. Бына мин походҡа әҙер. Мәскәүҙә осрашҡас, ете ҡыҙ ҡосаҡлашабыҙ, һағынышҡан­ быҙ. Серләшәбеҙ: кем ҡайҙа булған, кем менән кем та­ нышҡан, кемде кем үпкән... Беренсе курста сәхнә теле, кәүҙә тотошо, бейеү, музыка, йыр, тауыш ҡуйыу дәрестәренә баҫым яһалһа, этюд эшләү булһа, икенсе курста спектакл­ дәрҙән өҙөктәр ҡуя башланыҡ. Иң ауыры икенсе курс булған­ дыр. Пьесаларҙан өҙөктәр бүлеп бирәләр, һайлап ала­ быҙ. Хәмит Яруллин менән икебеҙгә Джек Лондондың «Мартин Иден» романынан өҙөк эшләргә ҡуштылар. Мин – Джен, ул – Мартин. Бер-бере­ беҙҙең күҙенә ҡарарға ла ояла­ быҙ. Үбәм тип ынтылһа, ауыл­ дағы егеттәрҙең һуғышҡан минуттары иҫкә төшә лә, кө­ лөргә тотонам. Әлбиттә, уҡы­ тыусыларға был оҡшамай. «Стоп!» – тиҙәр ҙә туҡтаталар, тағы ҡабатлаталар. Хәмитте Мартин, Илшат Йомағолов­ ты Гнат тип, күҙҙәренә ҡарап, ышандырып, «мин һине яра­ там», тигән баҫҡысты үтеүе ауыр булды. Йә көләһе килә, йә илайһы... Хәкимйән менән эшләгән өҙөк хәтерҙә ҡалған. «Урман» спектакленән ине ул. Мин инде уҫаллаша төшкәйнем. Бына Петр-Хәкимйән ҡалаға китә, ә мин – Ксюша – уның яратҡан ҡыҙы, ауылда ҡалырға тейеш. Уның күҙҙәренә ҡарап: «Мин бит һине яратам, китмә», – тип әйтеүем була, ул башын


Хºтирº

М. Ғафури исемендәге БДАД театрының бер төркөм артистары. Һулдан уңға: Р. Богданов, И. Әбделмәнов, И. Вәлиев, И. Ғизетдинова, З. Атнабаева, С. Сираева, Р. Кәримова, О. Ханов, Р. Нәбиуллин. Ленинград, 1975 йыл

түбән эйеп, күҙенә йәш тығыла ла илап уҡ ебәрә. Мин уның аяҡтарына йәбешәм, уҡытыу­ сыға был оҡшай: «Молодцы!» – тип ҡысҡырып уҡ ҡуя. Йәнә каникул башлан­ ды. Ауылға ҡайтып, беренсе тапҡыр ғашиҡ булып килдем. Ул күрше ауыл егете Рифҡәт Шәрипов ине. Свердловскиҙа Политехник институтта уҡый. Уның менән өс йыл буйы хат алышып торҙоҡ. Хатын «аҡыл­ лым» тигән һүҙ менән башлай ине. Минән йәш буйынса ла олораҡ, уҡыуын да алдараҡ тамамланы. Берҙән-бер көндө ул: «Яратҡан кешемә бөтәһе лә ҡарап ултырыуын, мин өйләнәсәк кешемдең арти­ стка булыуын теләмәйем», – тигән хат яҙҙы. Һәм минең оло мөхәббәтем шуның менән та­ мамланды...

Өсөнсө курс башланды. Ми­ нең сәхнә юлыма бәхет килтер­ гән йыл булды ул. Сығарылыш спектаклдәре әҙер­ләй баш­ла­ ныҡ. И. Карпенко-Карыйҙың «Бәхетһеҙ мөхәббәт», К.   Голь­ дониҙың «Ҡунаҡхана хужаби­ кәһе»,   Гейер­манстың   «Ыша­ ныс»тың  һәләкәте»  спектакл­ дәрен эшләйбеҙ. Өс спектаклдә лә ролем бар. «Ҡу­наҡхана хужа­ бикәһе»ндº – шаян актриса Диа­ нира, «Ышаныс»тың һәлә­ кәте»ндә – алты балаһы, ире һыуҙа батып үлгән балыҡсы ҡатыны – Трюс. Карпенко-Ка­ рыйҙың «Бәхетһеҙ мө­хәббәт» пьесаһы минең өсөн бәхет кил­ терҙе. Төп роль – ире тарафынан үлтерелеүгә дусар булған Со­ фийканы уйнарға яҙҙы. Ирем – Гнатты Илшат ағай Йомағолов уйнаны. Беҙҙең дип­лом спек­ таклдәре Мәскәүҙең Ромэн те­

45

атрында уйналды. Был тамаша­ лар Мәскәүҙә йәшәүсе та­тар-башҡорт халыҡтары өсөн байрам булды. Халыҡтың һо­ра­ уы буйынса, «Бәхетһеҙ мөхәббәт» менән «Ҡунаҡхана хужабикºһе»н икешәр уйна­ ныҡ.  Сәхнәне гөл-сәскәгә кү­ меү  ге­нә түгел, иңебеҙгә сәскә­ ле шәлдәргә тиклем ябалар ине. Студенттарға хас булған ауыр­ лыҡтар кисереүебеҙгә ҡа­ра­ маҫтан, әйтәйек, башҡалар ка­ никулға ҡайтып киткәндә поезға аҡсам булмайынса тороп ҡалыуҙар... Иҙән йыуып, тамаҡ туйҙырыуҙар... Йәшлек бит, ке-­ йенәһе лә килә, тик магазиндан бер тапҡыр ҙа кейем һатып алғанымды иҫләмәйем... Әм­мә матур хәтирәләр генә иҫтә ҡалған. МДУ-ла уҡыусы башҡорт егеттәре беҙҙе бер кисәгә саҡырғайны. Роза, Гөлли

«ТАМАША» №3 – 2010


Хºтирº

Ә. Атнабаев, «Игеҙәктәр». М. Ғафури исемендәге БДАД театры спектакле. Рәсилә (һулда) – З.Атнабаева, Рәсимә – Р. Кәримова. 1974 йыл

арабыҙҙа ныҡ иркә ҡыҙҙар. Роза лекцияларға хатта ҡара менән аҡ шаҡмаҡлы, ә кисәләргә зәңгәр крепдешин күлдәк кейеп ала ине. Мин уның ошо шаҡмаҡлы күлдәген һорап то­ роп, Рәмзиләнең аҡ шарфын тағып, шул кисәгә барҙым. Бөрйән тигән Баймаҡ егете бар ине, ул мине бейергә саҡырҙы. Һөйләндерә, минең ауыҙ йырыҡ. Рәмзилә миңә ҡарап тора. Уны ниңәлер бейергә саҡырыусы юҡ. Бөрйән мине уның янынан өйөрөлдөрөп алып киткәндә: «Һал минең шарфты», – ти Рәмзилә. Көләбеҙ, рәхәт... Арабыҙҙа ҡыйыу, күп ки­ тап уҡыусы Шәүрәбеҙ бар. Бер төндө ҡаты йәшенләп ямғыр килә. Шундай күкрәй, беҙҙең ике ҡатлы ағас йортобоҙ дер һелкенә кеүек. Уның тәҙрәләре бейек, ике яҡҡа асылмалы. Беҙ ҡурҡышыбыҙҙан простыня­ быҙҙы баштан аша ябынып, кем ниндәй доға белә, уҡынып ятабыҙ. Ә минең яратҡан Шәүрәм тәҙрә төбөнә һикереп баҫты ла: «Ат мине, йәшен!» – тип ҡысҡыра башланы. Беҙ: «Шәүрә, тәҙрәне яп, йәшен инә!» – тибеҙ, илайбыҙ. Шәүрә беҙҙең хәлебеҙҙе шул тиклем «аңланы». «Юҡ, мине түгел, «ТАМАША» №3 – 2010

уларҙы ат, театрға ҡурҡаҡтар кәрәкмәй», – тип ҡысҡыра. Шул саҡ ныҡ итеп йәшен атты, Роза ҡурҡышынан минең яныма осто. Ә Шәүрә өҫтәл аша һике­ реп үҙенең карауатына сумды. Беҙҙең институт интерна­ циональ. Бында төрлө милләт йәштәре уҡый. Кавказ халыҡта­ ры, эстон, латыш, ҡарағалпаҡ, татар, тажик, үзбәк һ.б., һ.б. Беҙ уларҙың диплом спектаклдәрен ҡарайбыҙ. Һуңынан фекер алы­ шыуҙар була. Беҙҙең аң-беле­ мебеҙҙе үҫтереү өсөн бик тә кәрәкле осрашыуҙар булған былар. Физкультура дәрестәре лә хәтеремдә ҡалған. Саңғыла шәп шыуа инем. Конькиҙа шыуыуы ла еңел тип уйла­ ным. Саңғылағы кеүек баҫтым да, шыуып та киттем, барып та төштөм. Арҡамда нимәлер ярылғандай булды. Шул тик­ лем иланым. Илауым юҡҡа бул­ маған икән, ҡайтыуыма ауыл­ дан хат килгән. Дүртенсе класта уҡып йөрөүсе Адиса һеңлем менән әле уҡырға ла төшмәгән Фәнис ҡустым әсәйемдең ҡаты ауырып, өс ай урынынан тора алмауы хаҡында яҙғандар. Мин институтты ташлап, ҡайтып китергә булдым. Әйберҙәремде йыйып, ғариза яҙып, директор

46

М. Горбуновҡа индем. Илайым, хәлде һөйләйем, институтты таш­лап ҡайтып китәм, тигән хәбәр һалдым. «Ҡайттың да ти, ниндәй файҙа һинән? Яҙ, ниндәй дарыуҙар кәрәк, ярҙам итербеҙ. Ҡайтып китһәң, сту­ диялағы уҡыуҙарыңды ҡыуып етә алмайһың. Диплом спек­ таклдәрендә иң шәп ролдәр һин­дә, беҙ һинең киләсәгеңә ҙур өмөт бағлайбыҙ». Шундай һүҙҙәр менән сығарып ебәрҙе. Тағы хат алам. «Әсәйебеҙгә һоло, үлән­дәр, бәрәңге бешереп аяғына ябабыҙ, күрше апайҙар ярҙамлаша, уҡыуыңды таш­ лама», – тигәндәр. Рәхмәт ике бәләкәс туғаныма. Ауыҙҙары­ нан өҙөп, миңә посылка ебәреү­ ҙәренә, һыйыр аҫрап, уның күстәнәстәрен һалыуҙары өсөн мең рәхмәт! 1955 йылда Башҡорт акаде­ мия драма театры Мәскәүҙә де­ када үткәрҙе. Беҙ – башҡорт сту­ дияһында уҡыған студенттар, артистарҙы күрмәгән ауыл ба­ лалары, ысын сәхнә йондоҙҙары менән осраштыҡ. Театр дека­ даға «Отелло» (В. Шекспир) һәм Вәли Ғәлимов эшкәртеүендә М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектаклен алып килгәйне­ ләр. Арыҫлан Мөбәрәковтың Отел­ло ролен уйнауына бөтә Мәскәү тамашасыһы һоҡлан­ ды. Спектакль бөтөүгә аяғүрә баҫып алҡышланы. Беҙҙе «Ҡара йөҙҙәр»гә күмәк сәхнәгә алды­ лар. Тәлиғә Бикташева Ғәлимә ролен башҡарҙы. Уның уйнауын иламайынса ҡарап булмай ине. Ғәлимәнең атаһын Ғәлимйән Ҡарамышев уйнаны. Үлгән ҡы­ ҙы кәүҙәһенә теҙләнеп: «Бына минең ҡыҙымдың йөҙө ап-аҡ», – тип илереүе үҙе ни тора! Түге­ леп илап ҡараныҡ беҙ был спек­ таклде. Бына бит, беҙҙең арти­ старыбыҙ ниндәй! Әйткәндәй, минең шул көндән башлап, уйнарға хыялланып, уйнал­ май ҡалған берҙән-бер ролем – Ғәлимә...


конкурсҡа Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

Бәрәңге байрамы

сценарий

Аҡ тәнле, Ах, тәмле, Бигерәк тәмле бәрәңге, – беҙҙең икмәктән ҡала төп ризығыбыҙ. Ҡыҙ. Был ризыҡты беҙҙең халыҡ «картуф» тип тә , «кәртүк» тип тә, «бүлбә» тип тә йөрөтә. Исеме төрлө булһа ла, есеме бер уның – беҙҙең «икенсе икмәк». Егет. Әммә бәрәңге өҫтәлдәребеҙгә килеп эләккәнсе бик оҙон юл үткән. Урта быуаттарҙа уны – емеше «башлы-күҙле» тыуа, уның «йәне» бар, тип, бөтөнләй ашамағандар. Бәрәңге ултыр­ тырға теләмәгән һәм был шөғөлдән баш тартыу­ сы кешеләргә ҡаршы көрәшеүҙә иң яуыз хаким­ дар булараҡ, Пруссия королдәре Бөйөк Фридрих һәм Фридрих Вильгельм I танылған. 1651 йылда ҡабул ителгән указға ярашлы, бәрәңге ултыр­ тыуҙан баш тартҡан кешеләрҙең танауҙары һәм ҡолаҡтары киҫелергә тейеш булған. Ҡыҙ. Бәрәңгене бына шулай көсләп, йә бул­ маһа хәйлә менән ултырттырғандар. Франция хөкүмәте бөтә крәҫтиәндәргә лә бәрәңге ул­ тыртырға бойорған. Тик кешеләр бойороҡто үтәргә ашыҡмай. Шунан һуң финанс министры Жак Тюрго хәйлә ҡорған. Һалдаттарҙан илдең төрлө райондарында күпләп ер һөрҙөргәндәр һәм унда «нимәлер» ултырттырғандар. Көндөҙ баҫыуҙарҙы һалдаттар һаҡлаған, ә төндә улар «юрый» казармаларға ҡайтып киткән. Бына ошонда башланған да инде иң ҡыҙығы. Крәҫтиәндәр төнө буйы бәрәңгене баҫыуҙан үҙҙәренә ташып ултырта башлағандар. Егет. Англияла хатта бәрәңге үҫтереүсегә алтын миҙал биргәндәр, тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Ҡыҙ. Медицина ғалимдарының фекеренсә, бәрәңге, кеше организмына төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә. Ул малсылыҡта ла киң ҡулланыла.

Мәҙәниәт йортоноң фойеһы матур итеп биҙәлгән. Күңелле көй яңғырай. Бәрәңгенән бешерелгән милли аш-һыу, бәрәңге ҡулланып эшләнгән төрлө һындар күргәҙмәһе ойошторолған. Халыҡ медицинаһынан темаға ярашлы файҙалы кәңәштәр яҙылған плакатгәзит эленгән. Шаршау асыла. Сәхнәлә плакат: «Бәрәңге – икенсе икмәгебеҙ!» тип яҙылған. «Бәрәңге» (Ифрат Хисамов көйө, Мәхмүт Хөсәйен һүҙҙәре) йыры яңғырай.

Ваҡ-ваҡ итеп турап, йәш килендәр Табаларҙа һине бейетә. Ҡайнар бутҡаң ашап, эшсән ирҙәр Тәндәренә йылы йүгертә. Ҡ у ш ы м т а : Йоҙроҡ ҡәҙәре, Йомро кәүҙәле, Аҡ тәнле, Ах, тәмле, Бигерәк тәмле бәрәңге! Күлмәгеңде һалып, моңһоуланып, Ҡайнар һурпаларға төшәһең. Мейес ҡыҙыуында алһыуланып, Усаҡ көлдәрендә бешәһең. Ҡу ш ы м т а . Туҡай ҙа бит һине йырға һалған, Бабайҙар ҙа маҡтап һөйләгән. Бер яҡ та юҡ һине яратмаған, Бер кем дә юҡ һине һөймәгән. Ҡу ш ы м т а . Күңелле көй яңғырай. Сәхнәгә алып барыусылар – егет менән ҡыҙ сыға.

Ҡыҙ. Хәйерле кис, ҡәҙерле ауылдаштар, дуҫтар, ҡунаҡтар! Егет. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле тамашасылар! Ҡыҙ. Шағир ҙа бит һине йырға һалған, Бабайҙар ҙа маҡтап һөйләгән. Бер яҡ та юҡ һине яратмаған, Бер кем дә юҡ һине һөймәгән, – тип бик матур әйткән шағир. Ысынлап та: Йоҙроҡ ҡәҙәре, Йомро кәүҙәле,

Кисәне концерт номеры дауам итә.

Ҡыҙ. Яратам мин ауылымдың Ҡар-буранлы кистәрен. Ҡыҙыу, тәмле, хуш еҫле

47

«ТАМАША» №3 – 2010


конкурсҡа Бәрәңгеле мейестәрен. Егет. Юлы оҙон, тарихы ҙур – Бәрәңге бик боронғо. Кеше өсөн файҙаһы ҙур – Нығыта ул быуынды. Ҡыҙ. Икмәк менән ул йәнәшә, Йылыта ҡара төндө. Бәрәңгеле ауыл өйө Тыныс ҡаршылай көндө. Ә хәҙер, хөрмәтле тамашасылар, «Һеҙ бәрәңге хаҡында ни беләһегеҙ?» тигән викторинабыҙҙы башлайбыҙ.

Егет (яуаптан һуң). Бәрәңгенең аҡ сортлыһы иҙмә (пюре) әҙерләүгә иң яҡшыһы тип табылһа, һарыһы – ашҡа, ә ҡыҙыл төҫтәгеһе ҡыҙҙырыу өсөн ҡулайлыраҡ икән. Оҙаҡ таралмайынса бе­ шерелгәне аҡһымға байыраҡ булыу сәбәпле, ундағы протеин һәм аминокислоталар иттәге шундай уҡ матдәләр миҡдарына тиң. Был иһә ке­ шеләргә һимереү ҡурҡынысын шаҡтай кәметә. Ҡыҙ. Калорияһы юғары булғанлыҡтан, ғалимдар ҡайһы бер ауырыуҙарға «икенсе икмәк»те сикләргә тәҡдим итә. Ҡыҙҙырылған бәрәңгенән һағыраҡ булырға кәрәк. Диабетик­ тарға һәм артыҡ һимереүселәргә һыуҙа йәки ду­ ховкала майһыҙ бешерелгән бәрәңгене ҙур бул­ маған күләмдә генә ҡулланырға кәңәш ителә. Егет. Бәрәңге, башҡа йәшелсәләргә ҡараған­ да, калийға бик бай. Күреүегеҙсә, ул йөрәк, ҡан тамырҙары, бауыр һәм башҡа ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә ифрат ҙур урын алып тора. Ә хәҙер һуңғы һорау: «Бер тонна бәрәңгенән нисә литр этил спирты алып була?» (95 л.)

Ике уҡыусы сыға.

Беренсе уҡыусы. Бәрәңгенең тыуған иле ҡайҙа? (Көньяҡ Америка.) Ҡыҙ (яуаптан һуң). Эйе, бәрәңге тәүҙә Көнь­ яҡ Америка материгында үҫкән. Ә бына уның төп сығышы – тыуған ере һаман да ҙур бәхәс уята. Берәүҙәр уны Чилиҙа үҫтерә башлағандар, тип дәлилләй, икенселәре уның тарихын Перу менән бәйләй. Икенсе уҡыусы. Уны Европаға кем алып ҡайтҡан? (Колумб.) Беренсе уҡыусы. Бәрәңгене беренсе тапҡыр Рәсәйҙә ҡасан үҫтерә башлағандар? (ХVIII быуатта.) Егет (яуаптан һуң). Дөрөҫ әйттегеҙ. Рәсәйгә был культураны Петр I хакимлыҡ иткән осорҙа алып ҡайталар. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: беҙҙең илдә лә күпләп бәрәңге үҫтереү ҙур ҡаршы­ лыҡтар аша һәм мәжбүри башланған. Кешеләр уны ҡулланыуҙан баш тартҡан. Күптәр бәрәңге­ не түгел, ә уның һабағын ашап, ағыуланған. 1841 йылда бәрәңгене дөрөҫ үҫтереү тәртибе ту­ раһында хөкүмәт күрһәтмәһе сыҡҡан. Әкренләп, «икенсе икмәк» майҙандары арта башлаған һәм 1913 йылға ил буйынса ул 4 миллион гектарҙа ул­ тыртылған. 1919 йылда Мәскәү янындағы Коре­ нев ҡасабаһында бәрәңге үҫтереү станцияһына нигеҙ һалынған. Икенсе уҡыусы. Бәрәңге составында крах­ малдан башҡа тағы ниндәй элементтар бар? (Декстрин, шәкәр, органик кислоталар, пектин матдәләр, протеин, май, калий, кальций, магний, фосфор, тимер, йод, көкөрт тоҙҙары.) Ҡыҙ (яуаптан һуң). Бәрәңге бигерәк тә ас­ корбин кислотаһы күп булыуы менән ҡиммәтле һанала. 300 грамм бешкән бәрәңгелә кеше өсөн бер тәүлеккә етерлек С витамины миҡдарының яртыһы бар. Бигерәк тә йәш бәрәңгелә вита­ миндар күп була. Ҡыҙ (тамашасыларға.) Ә бәрәңгенән, ғөмү­ мән, күпме аш-һыу төрөн әҙерләп була? (Ике меңгә яҡын.) «ТАМАША» №3 – 2010

Викторинаның еңеүселәре билдәләнә.

Ҡыҙ. Ә хәҙер сәхнәгә хужалығыбыҙҙың агро­ номын саҡырабыҙ һәм бәрәңгенән нисек юғары уңыш алыу серҙәрен һөйләүен һорайбыҙ. Рәхим итегеҙ! Саҡырылған кеше сәхнәгә күтәрелгәнсе күңелле көй яңғырай.

Агроном (яҡынса текст). Ысынлап та, күп ваҡытта: «Бәрәңгенең һабағы иртә ҡорой, бүлбеләр ҙурайып өлгөрмәй, насар һаҡла­ на, күп өлөшө сереп, юҡҡа сыға, сәбәбе ниҙә икән?» – тип аптырайҙар. «Ниндәй сортлы бәрәңге ултыртаһығыҙ һуң?» – тип һораһаң, иңбаштарын һел­кәләр. Ә бит донъяла бәрәңге­ нең 150-ләп сорты бар һәм уларҙың ҡайһы берҙәренә өл­гөрөү өсөн 130–160 йылы көн та­ лап ителә. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, күптәр май ур­ таларында шытмаған орлоҡ ултырталар. Хатта уны ултыртыу июнь баштарына тиклем һуҙыла. Шытмаған ҡаты орлоҡ, 20 июнь тирәһендә генә шытым бирә. Ә беҙ йәшәгән яҡтарҙа август аҙаҡтарында бәрәңге үҫешенә зыян килтерә торған киске һалҡындар башлана. Һөҙөмтәлә, бәрәңге һабағы ҡорой, үҫеш туҡтала. Күре­ неүенсә, орлоғон шыттырмай, һуң ултыртҡан бәрәңге 60-65 көн самаһы ғына үҫеп ҡала. Шуға күрә өлгөрмәгән бәрәңге тәмһеҙ була, серей. Бәрәңгенән юғары уңыш алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Бының өсөн орлоҡто йылы урында 30-35 көн шыттырырға, тупраҡ 12 граду­ стан артыҡ йылыныу менән ултыртырға кәрәк.

48


конкурсҡа Шулай итһәң, бәрәңге өлгөрә, юғары уңыш бирә. Йылдың йылында бәрәңге баҫыуына ти­ реҫ сығарырға ла оноторға ярамай. Ауыл ерендә мал тотҡан кешегә был ауыр мәсьәлә түгел. Ҡыҙ. Рәхмәт һеҙгә, эшегеҙҙә уңыштар, сә­ ләмәтлек теләйбеҙ!

әселеген кәметә, ундағы яраны тиҙ төҙәтә. Ашҡаҙан, эсәк язваһы сире, эс ауыртҡанда, күңел болғанғанда, баш ауыртҡанда әрселгән бәрәңгене ҡырғыс аша үткәреп, һутын һығып алып, тондороп, көнөнә 2–3 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәрәк. Беренсеһе – иртәнсәк, икен­ сеһе – төшкө аш алдынан, өсөнсөһө – йоҡлар алдынан бер сәғәт ҡалғас эселә. 15 көн дауа­ ланғас, 5–6 көн туҡтап торорға кәрәк. Унан да­ уаланыу курсын дауам итәләр. Иғтибар итегеҙ! Шәкәр сире менән ауырыусыларға сей бәрәңге һуты эсергә кәңәш ителмәй. Унан һуң, ғәҙәттә, беҙ иҫке бәрәңгене яңы уңыш алғансы ашай­ быҙ. Оҙаҡ һаҡланған бәрәңгелә соланин ағыуы йыйыла, шуға күрә иҫке бәрәңгене ауырлы ҡатындарға бөтөнләй ашарға ярамай. Соланин яралғы үҫешенә кире йоғонто яһай. Ғалимдар әйтеүенсә, инде ғинуар айында уҡ бәрәңге һәр кем өсөн аҙмы-күпме зыянлыға әйләнә икән. Яҙ көнө тәндә хәлһеҙлек һиҙелеүгә лә йыш ҡына витаминдар етешмәүе түгел, ә соланин менән ағыуланған бәрәңге ашау сәбәпсе икән. Иҫке бәрәңгеләге ағыуҙы кәметеү өсөн нимә эшләргә була һуң? Беренсенән, бәрәңгене ҡалыныраҡ итеп әрсегеҙ. Соланин ағыуының күп өлөшө ҡабыҡҡа йыйыла, үҙәктә ул аҙыраҡ б��ла. Икенсенән, ағыуҙан ҡотолоу өсөн таҙартылған бәрәңгене эре тоҙҙа әүәләп, ҡапҡаслы табала ҡыҙҙырығыҙ. Егет. Хөрмәтле тамашасылар! Бәлки, һеҙҙең арағыҙҙа бәрәңгегә бәйле фажиғәле лә, ҡыҙғаныслы ла хәл-ваҡиғаларҙы уртаҡлашырға теләүселәр барҙыр? Беҙҙең ауылда ла Бөйөк Ва­ тан һуғышы осоронда, унан һуңғы йылдарҙа крахмал менән туҡланып, иҫән ҡалыусылар бихисап булған бит. (Һөйләр өсөн алдан уҡ берике өлкән кешене әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Кисә барышында үҙ теләктәре менән һөйләүселәр ҙә булырға мөмкин.)

Көй яңғырай. Кисәне концерт номеры дауам итә.

Алып барыусылар (бергә). Бәрәңге үҫте­ реүселәрҙең хәтер һандығына... Көй әкрен генә дауам итә.

Ҡыҙ. Бәрәңге орлоҡтарын көл менән эшкәртеп ултыртыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. 4050 кг бәрәңге орлоғона 1 кг көл һибелһә, уңыш 10-15 процентҡа артыр. Егет. Бәрәңге үҫентеләре азот ашламаһына мохтажлыҡ кисерһә, аҡһыл-йәшел төҫкә инә, үҫешен туҡтатып бәләкәй көйө ҡала. Ә инде азот ашламаһы артыҡ булһа, ҡара йәшел булып буйға үҫә, бүлбеләре ҙураймай. Ҡыҙ. Йыйып алынған бәрәңгене оҙаҡ ваҡыт яҡтыла тотоуҙан һаҡларға кәрәк, юғиһә бүлбеләр йәшелләнә һәм уларҙа ағыулы матдә – соланин туплана. Ә бына орлоҡҡа ҡалдырылған бәрәңге өсөн йәшелләнеү файҙаға ғына, сөнки был сара уларҙы ауырыуҙарҙан һаҡлай. Егет. Бәрәңге – яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Тамырҙарға кислород яҡшы үтеп инергә тей­ еш, бының өсөн тупраҡты йыш йомшартырға кәрәк. Көй яңғырай.

Ҡыҙ. Бәрәңгенең төрлө ауырыуҙарҙан дауа­ лау сифаты күп йылдар элек билдәле булған. Беҙ мәҙәниәт йортоноң фойеһында төрлө сирҙәргә ҡаршы бәрәңге ҡулланып эшләнгән иң ябай ре­ цепттарҙы яҙып ҡуйғайныҡ. Ҡыҙыҡһыныусы­ лар, бәлки, булғандыр? Егет. Ә хәҙер сәхнәбеҙгә ауылыбыҙҙың та­ бибәһен (халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһы­ ныусы) саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Концерт номеры.

Ҡыҙ. Хөрмәтле тамашасылар! Хәҙер фойела бәрәңгенән әҙерләнгән аш-һыу һәм төрлө һын­ дар яһалған күргәҙмәләргә йомғаҡ яһау өсөн һүҙҙе жюри рәйесенә бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ! (Ул һөҙөмтәләр менән таныштыра, еңеүселәргә бүләктәр тапшыра.) Егет. Иң күп бәрәңге етештереүсе илдәр исемлегенә Ҡытай, Рәсәй, Һиндостан, АҠШ, Украина, Польша инә. Илдәге һәр кешегә бүлеп иҫәпләгәндә, әлбиттә, беренсе урында элекке со­ юздаш республикалар алда бара. Белоруссияла һәр кеше йылына 181 килограмм бәрәңге ашаһа, Рәсәйҙә һәм Польшала – 131, Ҡырғыҙстанда

Күңелле көй яңғырай.

Табибә (яҡынса текст). Ысынлап та, бәрәңге халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Тын юл­ дарын дауалауҙа бәрәңге бешкән һыуҙы файҙа­ ланалар. Экзема менән зарарланған йәки ял­ ҡында бешкән тәнгә ҡырғыс аша үткәрелгән бәрәңге иҙмәһе ябалар. Яңы бәрәңге һуты менән ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең сей яраһы (язва) ауы­ рыуҙарын дауалайҙар. Бәрәңге һуты ашҡаҙан

49

«ТАМАША» №3 – 2010


конкурсҡа – 143 һәм Украинала 136 килограмм тура килә икән. Ә Америкала бер кеше йылына 54 кило­ грамм бәрәңге ашай. Ысынлап та, Рәсәйҙә һәр кеше йылына 131 килограмм бәрәңге ашаһа, Американдар шуның яртыһынан да аҙыраҡ – 54 килограмм ғына бәрәңге ҡуллана икән. Ҡыҙ. 1824 йыл. Америка этнологы Томас Сей фәнгә билдәле булмаған бөжәк таба. Ул саҡта уның бәрәңге яратҡанын белмәйҙәр. Сөнки Ев­ ропанан Америкаға күсеп килеүселәр бәрәңге ултыртырға өйрәнеп кенә килгән саҡ була. Егет. 1844 йыл. Колорадо штатында беренсе бәрәңге баҫыуҙары барлыҡҡа килә. Ҡыҙ. 1855 йыл. Небраска штатында бәрәңге ашаусы бөжәктәр пәйҙә була. Егет. 1859 йыл. Колорадо штаты аслыҡ сигендә – билдәһеҙ бөжәк бөтә бәрәңге баҫыуҙарын харап итә. Уға колорадо ҡуңғыҙы тип исем ҡушалар. Ҡыҙ. 1876 йыл. Күпләп сауҙа пароходтарына «тейәлгән» ҡуңыҙҙар Европаға аяҡ баҫа, ләкин кешеләр уларҙы еңә һәм 30 йыллап колора­ доның «саҡырылмаған ҡунаҡтары» Европала күренмәй. Егет. 1914 йыл. Беренсе бөтә донъя һуғышы башлана. Ҡорал менән бергә Американан Евро­ паға тағы көтөү-көтөү колорадо ҡуңыҙы килә. Һуғыш менән мәшғүл европалыларҙың баҫыу ҡарарға ваҡыты юҡ – ҡуңыҙҙар рәхәтләнеп үрсей. Егет. Үткән быуаттың 70–80-се йылдарында беҙҙең бәрәңге баҡсаларына «хужа» булып алған колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы ниндәй генә ысулдар менән көрәшмәйбеҙ ҙә, ниндәй генә төр ағыуҙар һипмәйбеҙ. Ә ҡоротҡостарға ҡар­ шы бәрәңге һабағының үҙен файҙаланып була икән. Бының өсөн 1 кг 200 грамм йәшел масса йә иһә 800 грамм кипкән бәрәңге һабағын 10 литр

«ТАМАША» №3 – 2010

йылы һыуға һалып 3–4 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә һәм кис 10 литрға 40 грамм һабын ҡушып үҫем­ лектәргә һибергә кәрәк. Күңелле көй яңғырай. Концерт номеры.

Егет. Бәрәңгене данлап йырлайым, Үҙең дә күрәһең дә. Ялҡытмай, туйҙырмай торған Шәп ризыҡ, беләһең дә. Ҡыҙ. Ғүмер-ғүмер бәрәңгене Ашайҙар ҙурлап ҡына. Бәрәңгене яратҡандар Эшләйҙәр йырлап ҡына. Егет. Эшләйҙәр йырлап ҡына. Ҡыҙ. Эшләйҙәр йырлап ҡына... Хөрмәтле та­ машасылар, шуның менән беҙҙең байрамыбыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Бәрәңгенән әҙерләнгән дарыуҙар шифалы булһын! Егет. Бәрәңгенән әҙерләнгән аш-һыуҙарығыҙ тәмле булһын! Һау булығыҙ, хөрмәтле ауылдаш­ тар! «Бәрәңге» йырының яҙмаһы яңғырай. Шаршау ябыла. Иҫкәрмә: Кисә барышында, ваҡытҡа ҡарап тағы ла концерт номерҙары өҫтәргә була. Аҙаҡтан фойела йәштәр өсөн дискотека, «Бәрәңге хаҡында беләһегеҙме?» тигән викторина, бәрәңге менән бәйле башҡа уйындарҙы дауам итергә мөмкин. Миҫал өсөн: «Кем тиҙерәк һәм дөрөҫ итеп бәрәңге әрсей?» ярышы. Алып барыусы ике егеткә тәрилкәгә һалып икешәр бәрәңге һәм бысаҡ бирә. Күңелле көй барышында егеттәр бер-береһен уҙырға тырышып шуларҙы әрсей. Ярыш бөткәс ойоштороусылар йомғаҡ яһай, ҡатнашыусылар бүләкләнә.

50


мәҙәк хәлдәр

Әхтәм Абушахманов

Аҡылың булһа, Муллаян менән этләшмә... тауыш менән эшләй. Туҡай ағай көлөүенән һыны ҡатып, сәхнәгә ҡолай. Туҡтай алмай, тиҙ генә шаршауҙы ябырға мәжбүр булалар. Спектакль барышында сәхнә ябыу элекэлектән ғәҙәттән тыш хәл тип иҫәпләнгән. Шуға был юлы ла ғауға ҡуба һәм «кәзә» ху­ жаһына ла, «тәкәгә» лә шелтә эләгә. Туҡай ағай башҡаса Муллаяндан көлмәне...

Етмешенсе йылдарҙа, театрға эшкә килгәндә, спектакль барышында төрлө тауыштар сығарыу ҡатмарлы мәсьәлә була торғайны. Музыка радио аша, магнитофон таҫмаһына яҙып бирелә, ә, әйтәйек, мал, ҡошҡорт, күк күкрәү кеүек тауыштарҙы артистар сәхнә артында үҙҙәре эшләне. Мәҫәлән, күк күкрәһен өсөн, ҡалайҙы дөмбәҫләнек, мыл­ тыҡ тауышы сыҡһын өсөн, оҙон таҡтаның бер башын күтәреп иҙәнгә һуҡтырҙыҡ. Ә бына төрлө хайуан, ҡош тауыштарын Муллаян ағай Һөйәрғолов башҡарҙы. Бөрйән районында тыуған, бәләкәй сағынан урмантау гиҙгән, күңеленә һеңдергән, шулай булғас, әйҙә, һайраһын, мөңрәһен, тигәндәрҙер инде. Шулай бер мәл Мөхәмәт Хәйҙәровтың «Азамат» спектаклен Ғәзим ағай Туҡаев сәхнәгә кәзә етәкләп сыға ла, уның менән һөйләшә башлай. Кәзә, әлбиттә, сәхнәгә сыҡмай, сөнки артта Муллаян ағай арҡан осон йөрөтә һәм кәзә тауышы сығара. Ғәзим ағай кәзәһен маҡтай: «Бөрйән тоҡомонан, һөтлө, тик ҡасып ыҙалата», – тип Мулла­ янға бер юлы төрттөрә. Уның быға асыуы килә башлай бер заман. Нисек үс алырға тип баш вата. Бер көндө Туҡай ағай (театрҙа уны шулай тип йөрөтәләр) «кәзә бәйләнгән» арҡанды тартып сәхнәгә сыға һәм Муллаяндан көлөргә тотона. Муллаян-кәзә, асыуланып баҡыра һәм эргәһенә «тәкә» килгәнде уйнай башлай – ике тауыш сығара. Тәкә кәзәне сәхнә артында баҫтыра – арҡан тартылып төрлө яҡҡа күсә. Быларҙың барыһын да Муллаян ағай фәҡәт

***

Физа Латипова тигән артистка эшләне әүәле беҙҙең театрҙа. Әле Санкт-Петербургта, ҡыҙында йәшәй. Ул Муллаян менән Мәскәүҙә ГИТИС-та бергә уҡыған. Әлеге шул «Һин кем?» спектаклендә овчарканы уйнаған Мул­ лаян ағай, Физа Латипова күренгәс тә өрә башлай, ә тегеһе сәхнәнән сыға ла аҡырып иларға тотона. – Нимә булды? – тип артистар эргәһенә йыйыла. – Муллаян минән мыҫҡыл итә, – ти теге. Ғауға сыға. Физаға был хәлде етәкселәргә яҙып бир тип ҡоторталар. Ниһайәт, местком йыйып, Муллаянды тикшерергә булалар. «Ролемде йүнләп уйнарға ирек бирмәне, сәхнәлә уйнағанда минән мыҫҡыл итте», – ти икән Физа. «Ниңә ҡатын-ҡыҙҙан мыҫҡыл итәһең? Был ниндәй эш?!» – тиҙәр местком ағзалары. «Миңә режиссер шул ерҙә эт булып өрөргә ҡушты, мин фәҡәт өрҙөм генә. Әгәр Физа ми­ нең эт булып өрөүемде мыҫҡыллау итеп ҡабул итә икән, режиссерға әйтегеҙ, мине ул эштән бушатһын», – ти Муллаян.

51

«ТАМАША» №3 – 2010


Мәҙәк хәлдәр «Дыңҡ!»

Ысынлап та, Муллаян бер һүҙ ҙә әйтмәгән, өргән генә. Физаның «мыҫҡыллауҙы» иҫбат итерлек башҡа дәлиле юҡ. Тамам аптырағас, Физа: – Өрһөн ул, тик подтекст менән өрмәһен, – тигән. Был юлы местком ағзалары тәгәрәп ятып көлә башлаған. Шул мәлдән артистар араһында яңы әйтем тыуҙы: «Өрөүен өр, тик подтекст менән өрмә»...

Муллаян ағайҙы ҡатыны Яңы йыл байра­ мы алдынан магазиндарƒа кәрәк-яраҡ алырға эйәртеп алып сыға. Байтаҡ нәмә күтәреп килә торғас ҡатыны: «Мүллә-йә-ән, хәлем бөттө, әйҙә такси менән генә ҡайтайыҡ», – ти икән. Такси тотҡандар. Унан Иҫке Өфөгә өйҙәренә ҡарай киткәндәр. Ул замандарҙа ҡар күп яуа торғайны, тротуарҙарҙың ике яғы ла ҡар өйөмөнән тау булып ята ине. Машина ҡар араһынан шул өйөмгә төртөлә-төртөлә йорттар араһынан бара. Муллаян ағай таксистың машинаһын йәлләп: – Ҡустым, исемең нисек әле? Беҙҙе ошонда ғына төшөрөп ҡалдыр, йәйәү ҡайтырбыҙ, – ти икән. – Исемем мөһим түгел, ә бына фамили­ ям – һеҙҙеке кеүек үк Һөйәрƒолов. – Муллаян ағайҙы таныған икән таксист. – Ә Һөйәрғолов­ ��ар ярты юлда туҡтамай, йортоңа тиклем алып барам, – тигән. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Муллаян ағайыбыҙ ғорурланып ҡуйған. Машина ҡабырғаһы менән ҡар өйөмөнә һуғыла-һуғыла алƒа бара, ә таксист Һөйәр­ ғолов машина бәрелгән һайын: «Дыңҡ!» – тип ҡуя икән. Шулай «дыңҡылдай» торƒас, ишек алдына килтереп төшөрә таксист быларҙы. Рәхмәт йөҙөнән Муллаян ағай аҙашына ҡул һуҙа. Уныһы ла ҡул биргән һәм икеһе лә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән: «Дыңҡ!..» – тип ҡуйғандар. Шул көндән башлап Муллаян аƒай театрҙа артистар менән «Дыңҡ!» тип иҫәнләшә баш­ лай. – Муллаян ағай, хәлдәр нисек? – Дыңҡ!..

Башҡорт баш эймәй Муллаян Һөйәрғолов спектаклдә ролен уйнай ҙа кейенеп ҡайтып китә, аҙағына тик­ лем ҡалып тормай. Режиссер ярҙамсыһы спектакль тамамланғас, артистар баш эйеп тамашасылар менән хушлашҡанда ҡараһа, Муллаян юҡ. Быны ул хужаларға еткерә һәм иртәгәһен Һөйәрғоловты баш режиссерға саҡырталар. – Нишләп кисә спектаклде уйнап бөтөрмәй ҡайтып киттегеҙ, Муллаян Зыяевич, – ти икән баш режиссер. – Нисек бөтөрмәйем ти, ролемде аҙағына тиклем уйнаным. Әйтергә кәрәк, бик яҡшы башҡарҙым, хатта ҡәнәғәт булып ҡайтып киттем. – Юҡ, мин һинең роль уйнауыңды әйт­мәйем, ә нишләп һуңынан бөтә артистар менән бергә баш эйеп, тамашасылар менән хушлашып, уларҙы оҙатып ҡуйманың? Баш эйеү ҙә шул уҡ спектаклдең аҙағы тигән һүҙ, уны һин яҡшы беләһең... – Юҡ, уныһын булдыра алмайым... – Ниңә? – Башҡорт бер ваҡытта ла баш эймәй, – тигән Муллаян һөйәрƒолов.

«ТАМАША» №3 – 2010

52


һыҙҙырт ҡурайҙа

Илдар Шәрипов

Һыҙҙырт ҡурайҙа! Ҡәҙерле дуҫтар! «Тамаша» журналы һеҙҙең өсөн «Һыҙҙыр ҡурайҙа!» тип аталған яңы рубрика тәҡдим итә. Белеүебеҙсә, ҡурай, ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килеп еткән ҡомартҡы. Халҡыбыҙ яҙмышында был уйын ҡоралы ҙур урын биләгән. Ҡурай халҡыбыҙҙың яуҙашы ла, серҙәше лә, йыуанысы ла булған. Башҡортостандың мөғ­жи­зәһе ҡурайҙың бәҫен, абруйын күтәреү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Яңы рубрика ла ошо юҫыҡта эш алып барасаҡ. Тәҡтимдәрегеҙ булһа ихлас ҡабул итербеҙ.

Ҡурай Ҡурай – башҡорт халҡының борон-борондан килгән мил­ ли музыка ҡоралы. Башҡорт халҡының тынлы музыка ҡоралы, флейтаның бер төрө тиергә була. Уның төрҙәре бу­ лып ҡыйыҡ ҡурай, сор ҡурай, һыбыҙғы килә. Тауышы буйын­ са ҡурай төрки халыҡтарының оҡшаш музыка ҡоралынан айы­ рыла. Татарҙарҙың да шундай уҡ атамалы уйын ҡоралдары бар, ләкин был төрҙәр доньяла таралғанлыҡтан һәм флейтаға ныҡ оҡшағанлыҡтан уникаль уйын ҡоралы булып тора ал­ май. Ҡурай исеме ҡурап (ки­ беп) бөткән үләндән алынған. Ул тау итәгендәге ҡайын, уҫаҡ, имән, ҡарағай ағастары араһында үҫеүсән була. Июль башында таҡыя башлы аҡ сәскә ата. Шуға ла халыҡ те­

лендә «Таҡыя башлы ҡурай» тип йөрөтәләр. Ҡурайҙа көйҙәр яңғыҙ ҡу­ рай­сы тарафынан да, ансамбль менән дә башҡарыла.

Ҡурайҙы яһау Классик ҡурайҙы үҫеп ул­ тырған көпшәнән яһайҙар, унда 4 уйым алдан һәм 1 уйым арт­ тан уйыла. Төрлө металдарҙан яһалған ҡурайҙар тураһында ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Борон көмөш, еҙ ҡурай хужаһы булыу ҙур мәртәбә һаналған. Бөгөнгө көндә ағас ҡурай халыҡ араһын­ да киң таралды. Көпшәнең оҙонлоғо 8-10 то­ там булырға тейеш, ә ҡалған өлөшөн ҡырҡып ташлайҙар. Ҡурайҙа көй сығарыр өсөн уйымдар яһап сығырға кәрәк. Беренсе уйымды 4 бармаҡ ҡал­ дырып, ҡалған өсәүһен берен­

53

се уйымдан 3 бармаҡ ҡалды­ рып яһайҙар. Ҡурайҙың уртаса оҙонлоғо 570-810 мм.

Ҡурай тураһында фекерҙәр Ҡурайҙың популярлығы үҙен­ сәлекле тауышы менән бәй­ле. Рус фольклорсыһы С. Г.  Ры­ баков ҡурайға һоҡланыуын бел­дереп: «Был уйын ҡоралы­ ның талғын, күңел төп­көлөнән урғылыуын ишетеп хыялға би­ релеп китәһең. Ҡурайға поэтик яңғырау, эпик юғарылыҡ, йом­ шаҡ тембр хас», – тигән харак­ теристика бирә. Һәр башҡорт көйөнөң та­ рихы, риүәйәте бар. Борон ҡу­райсы­лар тºүҙә риүәйә­ тен, тарихын, килеп сығышын һөйләгәндән һуң ƒына көйҙө уй­ нап ишеттерер бул­ған. «Һыҙҙырт ҡу­райҙа» рубрикаһында «ТАМАША» №3 – 2010


һыҙҙырт ҡурайҙа ошон­дай ҡы­ҙыҡлы мәғлү­мәттәр урын аласаҡ.

Ете ҡыҙ көйөнөң ҡыҫҡаса тарихы Ниндәйҙер күңелгә яҡын көй ишетһәк беҙ быға нығыраҡ иғтибар итәбеҙ. Ул үҙенең нә­ зәкәтлеге менән беҙҙең күңеле­ беҙҙе арбай һәм беҙ күңелдән генә көйләп йөрөй башлайбыҙ. Көйҙөң ҡайһы тарафтарҙа бар­ лыҡҡа килеүе тураһында бе­ леп еткермәйбеҙ. Көйҙө ижад итеүсе лә артҡы планда тороп ҡала. Уйлап ҡараһаң, күпме башҡорт халыҡ көйҙәре бар, заманында кемдәрҙер уларҙы ижад иткән. Халыҡ хәтере аша ғына, был ҡомартҡылар һаҡла­ нып ҡалған, бөгөнгө көнгә ки­ леп еткән. Һәр халыҡ йырының легендаһы, тарихы бар. Беҙ һеҙгә бөгөн «Ете ҡыҙ» көйөнөң легендаһын тәҡдим итәбеҙ. Борон башҡорттар ме­ нән ҡаҙаҡтар араһындағы мөнәсәбәттәр нигеҙендә була был ваҡиға: барымталар, ҡарымталар, малдарҙы әле был яҡтан, әле икенсе яҡтан ҡыуып алып китеүҙәр. Малдарҙан тыш, ҡыҙҙарҙы урлау осраҡта­ ры ике яҡта ла осрап торған. Ҡаҙаҡтар менән сиктәш бер башҡорт ырыуында ете ҡыҙ йәшәгән. Был ҡыҙҙар һәр саҡ бергә йөрөгәндәр, хужалыҡ эштәрен дә бергә эшләгәндәр йыр-бейеүгә лә маһир булған­ дар. Һәр байрам, һәр йыйын был ҡыҙҙарһыҙ үткәрелмәй. Ырыу халҡының «Йөҙөк ҡашы­ на» бик тиҙ әйләнә улар. Шундай бер мәжлестән һуң ошо ҡыҙҙарҙы ҡаҙаҡтар ур­ лай. Бик ҡаты һаҡ аҫтында ҡыҙҙарҙы тирмәлә тоталар. Ҡасып китмәһендәр өсөн, та­ бандарын бысаҡ менән телеп,

«ТАМАША» №3 – 2010

ат ҡылын һалалар. Бөтөнләй ҡа­сыу мөмкинлеге булмай ҡыҙ­ ҙарға. Ләкин ҡыҙҙарҙың ирек­ кә сығыу теләге, Тыуған ырыу­ҙарын һағыныуҙары көс­лө булған. Бер ваҡыт, ит килтергәндәрендә, ит турай торған бысаҡты былар йәшереп алып ҡалалар. Төн етеп, кеше аяғы һил булғас, бысаҡ менән тирмәне тишеп сығып ҡаса­ лар. Ҡыҙҙарҙың аяҡтарында ат ҡылы булғанлыҡтан, табанда­ ры эренләп ҡутырлап бөткән була. Шуға юлды ла ырата ал­ майҙар. Иртән ниндәйҙер күлгә юлығалар һәм арттарынан ҡаҙаҡтарҙың ҡыуып килгәнле­ ген күреп ҡалалар. Ҡаршы яҡтан башҡорттар ҙа ҡыҙҙарҙы эҙләп килгән. Күл эргәһендә ике яҡ осрашып һуғышып китә. Алышта башҡорттар еңә һәм ҡыҙҙарҙы эҙләй башлайҙар. Ҡыҙҙар һуғыштан ҡасып күлгә һикергән була. Ете ҡыҙҙың береһе генә ҡамыш көпшәһе менән тын алып тере ҡала. Шу­ нан алып был ете ҡыҙҙың яра­ тып көйләп йөрөгән көйөн «Ете ҡыҙ» көйө тип йөрөтә баш­ лайҙар.

ҡуйып йөрөтөп өйрәнергә кәрәк. Ҡурайҙа биш уйым бар (алғы яҡтан дүрт, артҡы яҡтан бер) тип үрҙә әйтеп үткәйнек. Бармаҡтар менән бөтә уйым­ дарҙы ла һауа сыҡмаҫлыҡ итеп ҡапларға кәңәш ителә. Әгәр ҙә уйымдар ҡапланып етмәһә тауыш һаҡау, йә иһә бөтөнләй сыҡмай. Был күнекмәләрҙе уңыш­ лы башҡарғандан һуң көйҙәр өйрәнә башларға ла була. Бы­ ның өсөн ябай («ҡарабай», «тү­ңәрәк күл», «ете ҡыҙ») көй­ ҙәренән башларға мөмкин. Ҡурайҙың уйымдарын но­ мерлап сығайыҡ. Был номер­ ҙарҙы һеҙ һүрәттә күрәһе­геҙ. Бөтә уйымдарҙы ҡаплаған ос­раҡты беҙ 0 һаны менән билдәләп үтәйек. Цифрҙар ярҙамында «Ҡарабай», «Ете ҡыҙ» көйҙәрен тәҡдим итәбеҙ. Иҫкәрмә: цифрҙар менән көй­ ҙәрҙе билдәләгәндә һуҙы­мын (тональносты) дөрөҫ итеп биреп булмай. Шуға ла был ике көйҙөң ноталарын да баҫтырабыҙ.

Беренсе дәрес

1, 0, 1, 2, 3, 1, 5, 0, 1, 5, 4, 3, 1 // 2 тапҡыр 1, 1, 3, 5, 4, 3, 4, 5, 1, 1, 3, 5, 4, 3, 1 – 2 тапҡыр

Ҡурайҙы уйнар алдынан тауыш сығарып ҡарау мотлаҡ. Бының өсөн ябай көпшәне лә файҙаланырға мөмкин. Өйрән­ сектәргә пластмас ҡурайҙар, көпшәләр ҡулланырға була. Сөнки өйрәнсектәр концерт ҡурайҙарын тиҙ бөтөрөүсән. Тауыш сығарыу өсөн көпшәне алғы ике теш араһына ҡуйып «ТЩ» өнөн сығараһың. Һауа көпшәнең эсенән үтергә тейеш. Был күнекмәне тауыш сыҡҡан­ сы ҡабатларға кәрәк. Ҡурайҙа тауышты ныҡлап сығарып өйрәнгәс, арта­ бан бармаҡтарҙы уйымдарға

54

ҠАРАБАЙ

ЕТЕ ҠЫҘ 5, 5, 3, 4, 5, 0, 1, 0, 5, 5, 3, 2, 3, 4, 1, 1, 5 // 2 тапҡыр 1, 1, 5, 5, 1, 2, 3, 4, 4, 3, 2, 3, 4, 1, 1, 5 // 1, 1, 5, 5, 1, 2, 3, 4, 4, 3, 2, 3, 4, 1, 1, 1 5, 5, 1, 1, 2, 3, 2, 1, 1, 0, 0, 5, 3, 4, 3, 4, 5 // – 2 тапҡыр 5, 5, 3, 1, 2, 3, 2, 1, 3, 4, 5, 5, 3, 1, 2, 3, 2, 1 // 0, 0, 5, 3, 4, 5, 4, 3, 4, 5, 0, 0, 5, 3, 4, 3, 4, 5


һыҙҙырт ҡурайҙа

ҡ

55

«ТАМАША» №3 – 2010


йыр

Мөслим Марат һүҙҙәре

Азамат Хәсәншин эшкәртеүендә

Сайҡалалар кәмәләр * Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йүгереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Ниндәй рәхәт һыу өҫтө, ниндәй тынлыҡ! Тик мин боҙам тынлыҡты йырҙар йырлап. Түҙә алмай күңел бер йырламай Сайҡалғанда кәмәләр. Көр тауышым яңғыратты, матур йырҙар Таңға ҡалып тыңланы тын турғайҙар. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар, Сайҡалғанда кәмәләр. Елдәр иҫте һыу өҫтөн һырландырып, Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе күреп, – Сайҡалдылар кәмәләр.

* Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895 – 1938) көйө. Мөслим Марат (Миңнемулла Нәбиулла улы Мөслимов) 1909 йылдың 10 майында Борай районы Борай ауылында тыуа. Ете   йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөлә Башҡорт педагогия техникумында уҡый. 1934-1935  йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡаршыһындағы курстарҙа белем ала. «Ике корабль» (1930), «Ҡартаймаҫ йәшлек» (1933), «Еңеүсе ғүмер»   (1934), «Хәйҙәр ҡарттың күргәндәре» (1935), «Шат колонналар йырлай» (1935), «Шиғырҙар йыйылмаһы» (1936) тигән китаптар авторы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1975 йылда вафат була.

«ТАМАША» №3 – 2010

56

Азамат Данил улы Хәсәншин 1971 йылда тыуған. 1990 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1995 йылда П.И.  Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлай. 1999 йылдан Өфө сәнғәт училищеһының теория һәм эстрада бүлектәре, 2000 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында композиция кафедраһы уҡытыусыһы. Ул – өлкән уҡытыусы, сәнғәт фәне кандидаты, доцент. Күп төрлө йырҙар, музыка әҫәрҙәре авторы, Республика дәүләт композиторҙар премиялары лауреаты. Композиторҙар союзы ағзаһы.


йыр

57

«ТАМАША» №3 – 2010


йыр

«ТАМАША» №3 – 2010

58


йыр

59

«ТАМАША» №3 – 2010


йыр

«ТАМАША» №3 – 2010

60


йыр

61

«ТАМАША» №3 – 2010


Викторина

Сәнғәтте беләһегеҙме? Иғтибар, викторина!

7. Марат Хисмәтуллин, атаһы – Мәғәфүр Хисмәтуллин менән бергә «Салауат Юла­ ев» операһында уйнайҙар. Пугачевты – Ма­ рат Хисмәтуллин, Салауат Юлаевты Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара. 8. «Теге донъя, был донъя» пьесаһының авто­ ры – Рәшит Солтангәрәев. 9. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Вәзих Сәйфуллин һәм Рәйсә Кәримова. 10. Данлыҡлы балет бейеүсеһе Зәйтүнә На­ сретдинова.

Хөрмәтле дуҫтар! Шулай итеп, викторинабыҙ 3-сө һанда ла дауам итә. Викторинала еңеүсене нисек билдәләүебеҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Һәр дөрөҫ яуап өсөн ике мәрәй яҙыла. Хаты иң беренсе булып килгән кеше – өҫтәмә 1 мәрәй, икенсе кеше өҫтәмә 0,5 мәрәй ала. (Ебәрелеү ваҡыты хаттағы почта штемпеле буйынса билдәләнә.) 1-се һәм 2-се тур һөҙөмтәләрен 4-се һанда баҫасаҡбыҙ.

Иғтибар! Икенсе тур! Сәнғәткә арналған викторинабыҙ дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр этапта беренсе булып дөрөҫ яуап биреүсегә – фен, икенсегә – сәғәт, өсөнсөгә – радиоплеер тапшырыла. Йыл аҙағында һәр турҙағы мәрәйҙәр ҡушыласаҡ һәм дөйөм еңеүселәр билдәләнәсәк. Викториналағы һорауҙарға яуаптарҙы журналыбыҙҙың һуңғы йылдарҙа сыҡҡан һандарынан эҙләп таба алаһығыҙ. Икенсе турға әҙерләнгән һорауҙар:

Беренсе турҙың һорауҙарына яуап: 1. «Театр яҙы – 2005» фестиваленә Сибай башҡорт дәүләт драма театры Ә. Атнабаевтың «Әсә хөкөмө» спектаклен алып бара. 2. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин Милли йәштәр театрына 1990 йылдың 1 ғинуарында эшкә килә. Беренсе роле – Н. Островскийҙың «Төшөмлө урын» спектак­ лендә Белогубов образы. 3. «Мөғжизәләр иле сал Урал» легендаәкиәтенең авторы – Зөһрә Фәйзуллина. 4. Абдулхаҡ Игебаевтың «Йәшермәсе, иркәм» шиғырына көй яҙып Башҡортостанға популяр композитор булып киткән шәхес – Шамил Ҡол­ барисов. 5. Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, талантлы рәссам Әмир Мәжитов. 6. Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй-2007» башҡарыусылар бәйгеһендә Гран-приға Баймаҡ районынан Рауил Харрасов лайыҡ була. «ТАМАША» №3 – 2010

1. «Атай-әсәйем – сәнғәт кешеләре, улар мине үҙ өлгөләрендә тәрбиәләне. Атайымдың ижа­ дына һоҡланып үҫтем. Ә әсәйемде заманында белмәгән кеше юҡ ине. Урамда уның менән ки­ теп барһам, осраған һәр кеше: «О-о! Был һеҙҙең улығыҙмы?! Ҡайһылай ҙур!» – тип әйтеүҙәре иҫтә. Һүҙ кем тураһында бара? 2. Башҡорт дәүләт академия театрының 1954 йылдағы баш режиссеры.

62


викторина 3. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың «Тере туп­ раҡ» әҫәренә кем опера яҙған? Уны ҡуйыусы ре­ жиссерҙы ла атағыҙ. 4. «Яугир ҡыҙҙар» йырының авторы һәм ком­ позиторы. 5. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тәүге етәксеһе кем була? 6. Билдәле шәхес, мәшһүр композитор Заһир

Исмәғилевты: «Айыуҙар араһында йөрөгәнсе, әйҙә, ҡурайсы булырһың», – тип ауылдан Өфөгә алып китә. Ул кем? 7. «Шағир һәм мәғрифәтсе М. Өмөтбаев», «Аҡ­м улла», «Ҡандрала көҙ» картиналарының авторы. 8. Талантлы йырсы, актер Венер Камалов ҡайҙа тыуған?

9. Һүрәттә – арҙаҡлы шәхестәр. Исем-шә­рифтәрен атағыҙ.

10. Был артисты таныйһығыҙмы? Кем ул?

Айгөл Солтанова әŸерләне.

63

«ТАМАША» №3 – 2010


һынлы сәнғәт

Мөғжизәле рәсем донъяһы Һәр эштең үҙ оҫтаһы бар. Ә  оҫтаның үҙе генә белгән сере була... Сибай ҡалаһындағы «Сул­ пан» дәү­ләт балалар теат­ры рәссамы Лүзә Ирек ҡы­ҙы Байе­ гето­ва, һәм уның ижады менән танышҡандан һуң, ћүҙҙе «оҫта» һәм «сер» һүҙҙәренән башланыҡ. – Һүрәт төшө­рөү сере, оҫта­ лығы тип... – Рәссам фекерҙәрен туплағандай, һүрәттәренә ҡа­ рап алды. – Һүрәт яһау ҡат­ мар­л ы һәм оҙайлы процесс. Ҡулдарыңа ҡылҡәләм алғас, кисерешһеҙ ҙә яҙыу мөмкин түгел. Картина төшөргәндә күңелдә өсөнсө үлсәм тыуа. Скульпторҙы алып ҡарағыҙ – ул ысынбарлыҡты уйып яһай. Эшен ҡул менән һыйпап, тойоп була. Рәссам эше иһә, күпкә ҡатмарлыраҡ. Тәрәнлек һәм киңлекте, һауа һәм ваҡыт­ ты кин­дерҙә сағылдырырға кә­рәк. Предметты нисек күрә­ һең, шулай һүрәтләү маҡсат тү­ гел, ә уның аша кисерештәрҙе, йәшәүҙе күрһәтеү мөһим, һут­ лы ла, яҡтылыҡ һәм музыкаль ритмдар менән байытылған да булырға тейеш. Әгәр, ошо әйтелгән сифаттар бар икән, картина тамашасы күңелендә матур тойғо уята... Ысынлап та, Лүзә Ирек ҡыҙының ниндәй генә карти­ наһына күҙ һалма – матур һәм күңелгә ятышлы. Сәскәләрен ҡосаҡлап, хуш еҫен тояһың, ур­ ман-ҡырҙарға сәйәхәт итәһең, йылға-шишмәләр тауышын ише­тәһең...

«ТАМАША» №3 – 2010

Лүзә Ирек ҡыҙы 1966 йылда Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуған. Өфөлә Дәүләткилдиев исемендәге рес­ публика художество мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡый. Артабан Магнитогорск педагогия ин­ ститутының һынлы сәнғәт фа­ культетында белем ала. 2003 йыл «Сулпан» балалар театрында ҡуйыусы-рәссам бу­л ып эш башлай. Төрлө спек­ таклдәргә декорациялар ҡора, костюмдарға, ҡурсаҡтарға һәм маскаларға эскиздар яһай. Ошо ваҡыт эсендә «Африкаға ҡай­ там» (авторы – 3. Фәйзуллина, режиссеры – В. Йосопов), «Эт булғым килмәй» (авторы   – С.   Белов, С. Куваев, режиссе­ ры  – Г. Третьяк), «Һәпрүш» (ав­ торы – В.   Афонин, режиссеры – В. Йосопов), «Ҡот ҡайтарыр Айсыуаҡ» (авторы – 3.  Фәйзул­ лина, режиссеры – М. Күлбаев), «Сараһыҙҙан табип» (авторы – Ж. Мольер, режиссеры – В.  Йо­ сопов), «Шүрәлем, йәнкиҫә­ гем» (авторы – Т. Миңнуллин, режис­серы – В. Йосопов) һәм тағы бик күп спектаклдәренең сәхнә биҙәлешен, декорация­ ларын эшләй. Һәләтле рәссам 2002 йылда Сибай ҡалаһын­ да Урал аръяғы рәссамдары күргәҙмәһенә, 2003 йылда Өфө­ нөң «Урал» галереяһында ой­ ошторолған «Һәләт» исемле бөтә республика күргәҙмәһенә эштәрен тәҡдим итә. Шул күр­ гәҙмәләге картиналары өсөн Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт

64

Лүзә Ирек ҡыҙы Байегетова

министрлығы уны Почет гра­ мотаһы менән бүләкләй. «Беҙҙең донъя» исемле кар­ тинаһын 2009 йылда Бөйөк Еңеүгә бағышлап ижад итә. Һәм ижад емеше аша тамаша­ сыға ваҡыттың мәңгелек икә­ нен иҫбат итергә ынтыла. Ваҡыттың башы ла, аҙағы ла юҡ. Ул мәңгелек, ә беҙ, кешеләр, шул арауыҡҡа инеп юғалыу­ сы ҡом бөртөктәренә бәрәбәр. Тормошобоҙҙа булған ваҡиға, ҡасан да булһа әйләнеп ҡайта һәм башҡасараҡ, яңы көс менән йәнә ҡабатлана. Изгелек эшләһәк, ул мотлаҡ изгелек булып әйләнеп ҡайта. Шуға, күберәк изгелек ҡылайыҡ, тигән кеүек Лүзә Ирек ҡыҙы Байегетованың һәр һүрәте... Альмира Кәримова.


"Тамаша" журналы. №3, 2010 йыл.